Булған кешенең көрәге лә утын киҫер.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Йырып сыҡҡыһыҙ түгел!
  • [b]Берҙәмлек һәм рух тәрбиәләне[/b]
  • Һорау-яуап
  • Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө менән!
  • Республика көнөнә әҙерлек башланды
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • “Юлдаш” радиоһының тапшырыуҙар теҙмәһе (2 – 8 февраль) Яңылыҡтар » Иғтибар

    Һәр сәғәт башында – республика, Рәсәй, донъя яңылыҡтары, көн торошо хаҡында мәғлүмәт, реклама. Сәғәт уртаһында – көн торошо, аҙағында – изгелек хеҙмәте, 7.40 – "Халыҡ хәбәрсеһе" (дүшәмбе – йома), 7.45 – "Мәҙәни көндәлек", 7.52 – "Алхәбәр", 8.52, 21.50 – "Йондоҙнамә", 14.05, 17.00 – "Ҡәҙерле кешемә". Музыкаль ҡотлау­ҙар, 18.15 – "Асыҡ студия". Көнүҙәк темаға һөйләшеү, 21.15 – "Иләү" (дүшәмбе – йома).

    авторы: admin | 30 января 2015 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Аҡыллы аҡһаҡал Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья

    Бер кеше, бар ха­лыҡ алдында аҡыл эйәһен мәсхәрәләп:
    – Һин динһеҙ, һин эскесе, һин бур, – тип ҡысҡыра.
    Ә аҡыл эйәһе яуап урынына йылмайып ҡына ҡуя.
    Был күренеште күҙәтеп торған йәш егет:
    – Бындай хурлыҡлы, дө­рөҫ булмаған һүҙҙәргә ни­сек түҙеп тораһың? Һиңә ҡыйын түгелме ни? – ти.
    Аҡыл эйәһе тағы йылмая ла:
    – Әйҙә минең менән, – ти.

    авторы: admin | 30 января 2015 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе Яңылыҡтар » Иғтибар

    5 февраль, кесе йома, 19.00 Премьера!
    Туфан Миңнуллин
    «Ай булмаһа, йондоҙ бар…»
    драма 12+

    авторы: admin | 29 января 2015 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы Яңылыҡтар » Иғтибар

    7 февраль, шәмбе, 18.00
    “Беҙ ҡабыҙған уттар һүнмәһен” циклынан 4-се осрашыу
    РСФСР-ҙың атҡаҙанған,
    БАССР-ҙың халыҡ артисы
    Бәхти ҒАЙСИНдың иҫтәлегенә арналған тамаша
    Хаҡы: 100 – 300 һум.

    авторы: admin | 28 января 2015 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Айҙаһар аҫтында Яңылыҡтар » Тормош юлдары ҡатмарлы

    Атайым, Азамат, Азат ағайымдар Ағурҙаға аға­саҡ, алабуға, ажау ауларға ашыҡты. Атайым:
    – Айнур, апайың Аҡ­тырнаҡты ашатып ал­даштырһын, артыбыҙҙан арҫылдап аптыраьтмаһын.
    – Атай, Асия апайым алдараҡ ашатҡайны ла, Аҡтырнаҡ алданманы, артыбыҙҙан ашыға.
    Арыу ғына араны ат­лап, артылыш аша ауыш­та арып, асыҡҡас, аҡланда ашаштырып алдыҡ. Артабан ашығып алға атланыҡ.
    Ағайрыҡ араһында аҡ­сабан, аласыбар аң­сыларҙы абайлап ай­ғылдашты. Аҡтырнаҡ та арҫылдап алды.
    Айғырауған артынан ажағанды абайлап, атайым айышын аң­латырға ашыҡты:
    – Ана, алыҫта ажаған алт-йолтлай, арыш ағарғанды аңлата.

    авторы: admin | 26 января 2015 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ә беҙҙең ауылда... Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым

    Мин Әлмөхәмәт ауыл хакимиәте биләмәһендә уҙғарылған бер нисә сара тураһында һөйләмәксемен. Беҙҙең яҡтарҙа һәр ваҡыт әүҙем тормош бара, ниндәйҙер ваҡиғалар булып тора. Бер нисә көн элек Сиҙәм ҡасабаһы мәсете имамы матур сараға – Мәүлит байрамына йыйып алды. Гөлнур абыстай һәм Рәжәп Юлдыбаевтар ғаиләһе менән дин юлында. Бәйғәмбәрҙе иҫкә алып, мөнәжәттәр әйтеп, доғалар ҡылып, намаҙ уҡып билдәләнек.
    Беҙ боронғо йолаларыбыҙҙы тергеҙеү буйынса ла эштәр башҡарабыҙ. Үҙем, ағинәйҙәрҙе саҡырып, бала тыуғас салына торған “Ғаҡиҡа” ҡорбанын салыу мәжлесе үткәрҙем. Малайға – бер, ҡыҙ балаға ике ҡорбан салына. Беҙҙең Гөл­мирә ейәнсәребеҙгә арналды был ҡорбан. Алты ауылдан килделәр. Ҡөрьән уҡып, теләктәр теләп, йәштәргә күрһәтеп, еренә еткереп атҡарҙыҡ был эште.

    авторы: admin | 26 января 2015 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Башҡорт пианисы сит ил сәхнәһен яулай Мәҙәниәт

    Веймарҙың концерт залында пианист, халыҡ-ара конкурстар лауреаты Диас Кәримовтың «Geschenk» («Бүләк») тип аталған концерты уҙҙы. Унда Л. Бетховен, М.Мусоргский, Дж.Гершвин, А.Пьяццолла, Г.Крейслер, Р.Роджерс, И.Берлиндың (Диас Кәримов аранжировкаһында) әҫәрҙәре яңғыраны.
    Диас Кәримов 1983 йылда Өфөлә тыуған. Ул Кәримовтарҙың музыкаль династияһының сағыу вәкиле. Уның олатаһы Таһир Кәримов менән атаһы Айрат Кәримов — билдәле башҡорт композиторҙары, симфоник, камера-инструменталь әҫәрҙәр, театр өсөн музыка һәм бик күп йыр авторы. Егет Өфөләге Урта махсус музыка мәктәбен һәм Өфө сәнғәт академияһын тамамлаған. Уҡыу йылдарында «Яңы исемдәр» фонды стипендиаты, бер нисә тапҡыр республика һәм халыҡ-ара конкурстар лауреаты була.

    авторы: admin | 26 января 2015 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Милли оркестрҙа – яңы “баш” Мәҙәниәт

    Раушан Яҡупов Башҡортостан Республикаһы Милли симфоник оркестрының баш дирижеры итеп тәғәйенләнде.
    Ул Өфө дәүләт сәнғәт институтын баян класы буйынса һәм Римский-Корсаков исемендәге Санкт-Петербург дәүләт консерваторияһының опера-симфоник дирижерлыҡ итеү факультетын тамамлаған. Бангкок халыҡ-ара музыка һәм бейеү фестивалендә (Таиланд), “Дягилев миҙгелдәре: Пермь-Петербург-Париж” (Пермь) фестивалендә ҡатнаша. 2014 йылдан «Мәрхәмәт» хәйриә фонды ярҙамында ойошторолған «Балалар альбомы» проектының художество етәксеһе. Яңы дирижер етәкселегендәге тәүге концерт март айында буласаҡ, тип күҙаллана.

    авторы: admin | 26 января 2015 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2 3  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru