Биште эшләгәнсе, берҙе еренә еткереп эшлә.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Ҡомһоҙ инспекторҙар исемлеге
  • Компьютерға аллергиямы?
  • Йәштәр «Майҙан» клубына йыйылды
  • Сабый бишектән тәрбиәләнә
  • ҺАУЛЫҠ – ҮҘЕБЕҘҘЕҢ ҠУЛДА
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Урал” башҡорт халыҡ үҙәгенә – 25 йыл Башҡортостан

    Сирек быуат элек, башҡорт халҡының үҙаңы уянған осорҙа, төҙөлгән тәүге ижтимағи-сәйәси йүнәлештәге ойошма үҙ янына алдынғы ҡарашлы зыялыларыбыҙҙы туплап, киң ҡатлам халыҡты артынан эйәртә алды. 1989 йылдың 17 декабрендә барлыҡҡа килгәйне ул. СССР тарҡалып, тотош ил шаңҡып ҡалған мәлдә тап “Урал” башҡорт халыҡ үҙәге халҡыбыҙ өсөн тарихи ҡарарҙар тәҡдим итте, уларҙы тәүәккәл ғәмәлгә ашырҙы. Суверенитет яулауҙа һәм республиканың үҙаллылығын нығытыуҙа ҙур роль уйнаған абруйлы ойошма фекеренә төбәк етәкселеге һәр саҡ ҡолаҡ һалды, мөһим һәм киҫкен ваҡытта уға таянды.
    Әлеге һәр яҡлап ҡатмарлы булған заманда ла “Урал” үҙәге асылын үҙгәртмәй – Башҡортостаныбыҙҙың дәүләтселеген яҡлауҙан ситләшмәй, йылдан-йыл республиканың ерен, тәбиғи байлыҡтарын һәм ҡомартҡыларын ҡурсалау буйынса төрлө саралар үткәрә.

    авторы: admin | 26 января 2015 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    БЫЛ… БАЙЫРАҠТАРҒА ҠАҒЫЛА! Яңылыҡтар

    Быйыл фатир һәм йорт хужалары һалымды икенсе төрлөрәк итеп түләй башлаясаҡ. Иң тәүҙә шуны билдәләп үтәйек: милек һалымы күсемһеҙ милек һалымы итеп үҙгәртеләсәк. Уның ставкалары торлаҡтың баҙарҙағы хаҡына ҡарап билдәләнә.
    Дөйөм майҙаны 20 квадрат метрҙан да артмаған бәләкәй фатирҙар, майҙаны 10 квадрат метрҙан да артмаған бүлмә хужалары ҡурҡмаһа ла була – уларҙан бер ниндәй ҙә өҫтәмә аҡса алырға йыйынмайҙар. Шулай уҡ майҙаны 50 квадрат метрҙан артмаған йорттарҙа йәшәүселәргә лә ҡайғырырға түгел – улар әлеге һалымды түләүҙән азат. Ә инде торлаҡтары ошо билдәләнгән майҙандан ҙурыраҡ булған хужалар һалымды артығыраҡ түләргә тейеш. Бынан тыш, бушлай йәшәлергә тейешле квадрат метрҙарға һалым һалынмай. Йәғни фатирың 60 квадрат метр икән, уның 20 квадрат метры һалымдан азат ителә, ҡалған 40 квадрат метр өсөн генә аҡса түләргә тура киләсәк. Бүлмәләр һәм шәхси йорттар менән дә шундай уҡ хәл.

    авторы: admin | 26 января 2015 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Муниципаль ерҙәр бынан һуң баҙар хаҡынан арзаныраҡҡа һатыла башлаясаҡ Иҡтисад

    Халыҡ, һатыуға (торг) сығарылған ерҙе һатып алыу ғына түгел, ҡайҙалыр буш торған ерҙәр барлығын күрә икән: “Ошо ерҙе һатып алырға теләйем”, – тигән тәҡдим менән урындағы үҙидаралыҡ органына ла бара ала. Дәүләт йәки муниципалитетҡа ҡараған, ләкин буш ятҡан ерҙе алып, үҙеңдекенә ҡушырға ла мөмкин буласаҡ. Был инде ер участкаларын арзан ғына хаҡҡа алырға ла мөмкинлек бирә. “Ә дәүләткә ни файҙа?” – тип уйларға кәрәкмәй – ҡулланылған ерҙәр әйләнештә буласаҡ. Был инде ерҙең буш ятыуынан күпкә яҡшыраҡ. Ҡыҫҡаһы, муниципалитеттар дәүләт ерен һатыуҙан үҙ белдектәре менән баш тарта алмаясаҡ. Законды биш йыл буйы әҙерләнеләр, фекер алыштылар. Ғөмүмән, ул баҙар иҡтисады шарттарында ерҙе бик күп йылдар ҡулланыуҙан һуң эшләнгән һығымталар һөҙөмтәһендә әҙерләнгән.
    Ниһайәт, ергә законһыҙ рәүештә хужа булып алыусыларҙың башбаштаҡлыҡтарына сик ҡуйыласаҡ. Ер надзоры хеҙмәткәрҙәре тотош ауылдарҙы һәм башҡа тораҡ пункттарҙы тотошлайы менән тикшереп сығасаҡ. Тикшереү өсөн кемдеңдер ялыу яҙыуын көтөргә лә кәрәкмәй.

    авторы: admin | 24 января 2015 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Онотмаһын мине Тыуған ил Әҙәбиәт » Шиғырҙар

    Йәшлек – шат ғүмер шишмәһе,
    Һиҙмәнем килгәнеңде.
    Тик мин беләм бар йөрәктән
    Өҙөлөп һөйгәнемде.
    Әллә һин Тыуған илемдең
    Киңлеге булып килдең?
    Әллә күңелгә һүнмәҫ йыр,
    Һайрар ҡош булып индең?

    авторы: admin | 22 января 2015 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Яңылыҡтар Әҙәбиәт

    30 ғинуарҙа Өфө Ҡала мәҙәниәт һарайында Әҙәбиәт йылын рәсми асыу тантанаһы үтә. Республика Мә­ҙәниәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, был шағирҙар, яҙыусылар һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашлығында әҙәби-музыкаль кисә буласаҡ. Шул уҡ сарала «Әҙәби мозаика» республика марафоны ла старт ала. Тәүге­ләрҙән булып эстафетаны Өфө ҡалаһы ҡабул итә. Марафондың төп маҡсаты – төпкөл ауылдарҙа йәш таланттарҙы эҙләү, уларҙың үҫешенә ярҙам итеү.
    Былтыр декабрь айында Баш­ҡор­тостан Яҙыусылар союзында үткән кәңәшмәлә Әҙәбиәт йылы планына индереү өсөн байтаҡ тәҡдим булды.

    авторы: admin | 22 января 2015 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ринат Хәйри Әҙәбиәт » Шиғырҙар

    Нисә йылдар мин эҙләйем һине,
    Хыялымда йөр(ө)ткән Таң ҡыҙын!
    Һин үҙең дә зар-интизар булып
    Йөрөйһөңдөр япа-яңғыҙың.
    Һине көтәм, һине генә көтәм,

    авторы: admin | 22 января 2015 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Йәшәргә Яңылыҡтар » Тормош юлдары ҡатмарлы

    Йәшәргә…Һеңлем, һул ҡа­бырғам ауырта, тип зарланғас, икәүләп поликлиникаға киттек. Ашҡаҙан аҫты биҙе шешкән, ахыры, тип, табип төрлө дарыуҙар яҙып ҡайтарҙы. Бер аҙналай ваҡыт үткәс, йома көнө һеңлем телефондан шылтыратты: «Мине дауаханаға алып бара алмаҫһыңмы? Һыҙла­нам, түҙер әмәл юҡ…» Уның илап ебәргәнен ишетеп, аяҡ аҫтынан ер уйылып киткәндәй тойолдо. Һеңлемдең бәләкәйҙән һыҙланыу-ауыртыуҙарҙы батырҙарса күтәреүен, һис бер ҡасан иламағанын белгәнгә күрә ныҡ ҡыйын булды… Баҡтиһәң, ул кеше күтәргеһеҙ ауыртыуҙарға айҙан ашыу түҙеп йөрөгән… Дежур терапевт, ҡырҡҡа бөгөлгән һеңлемдең хәлен бер ҡараштан аңлап, шунда уҡ уколдар яһаттырҙы, ауыртыуҙы баҫа торған дарыуға рецепт яҙҙы. Тик уны дарыухананан алыр өсөн поликлиниканың мисәттәре кәрәк ине, ә сәғәт киске ете, эш көнө бөткән… Күршем Әнүзә ҡотҡарҙы – мәрхүм ағаһынан тороп ҡалған дарыуҙарҙы бирҙе. Уларҙы алғас, ауылға ҡайттыҡ. Һеңлемә дарыу­ҙар ярҙам итмәне, уларҙың тәьҫире бер сәғәткә лә етмәне. Төнө буйы сүкәйеп ыңғырашып ултырған туғаным таңға ҡарай йоҡлап китте, ә мин эшем буйынса йүгерҙем. Эштә саҡта ул шылтыратты. Мин трубканы алманым – эш мәлендә ҡаңғыртҡандарын яратмайым. Бер аҙҙан икенсе һеңлемдән смс-хәбәр килде: «Ә.-нең хәле ауырлашты, ҡайт».

    авторы: admin | 22 января 2015 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    2015 йылда Башҡортостандың баш ҡалаһында Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы һәм БРИКС илдәре саммиты үтә Иҡтисад

    Төбәк халыҡ-ара Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы барлыҡҡа килгән ваҡытта, 1996 – 1997 йылдарҙа “Шанхай бишәүе” (“Шанхайская пятерка”) тип аталған. Тейешле килешеүгә биш ил – Рәсәй, Ҡытай, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙ­стан, Тажикстан – етәкселеге ҡул ҡуйған. Илдәр бергәләп хәрби тармаҡта үҙ-ара ыша­ныс­ты нығытыу, сик буйҙарында ҡораллы көстәрҙе кәметеү тураһында килешкән. Аҙаҡ, 2001 йылда, Үзбәкстан да ағза булып киткәс, ойошманың атамаһы үҙгәртелә.
    Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы – ШОС – дәүләттәре ингән дөйөм биләмә майҙаны 30 миллион квадрат километр, йәғни Евразияның 60 проценты. Ер шары халҡының 25 проценты ла ошо төбәктә йәшәй. Иҡтисади ҡеүәте иһә АҠШ-тан ҡала икенсе урында килгән Ҡытай иҡтисадын үҙ эсенә алыуы менән әһәмиәтле.
    Был ойошма НАТО кеүек хәрби берлек тә түгел, АСЕАН (Көньяҡ-көнсығыш Азия дәүләттәре ассоциацияһы) һымаҡ хәүефһеҙлек буйынса даими кәңәшмә ролен дә үтәмәй. Иң ҙур бурысы – тотороҡлоҡто һәм хәүефһеҙлекте нығытыу, террор, экстремизм, сепаратизм һәм наркотрафикка ҡаршы көрәшеү, иҡтисади хеҙмәттәшлекте, энергетика йү­нәлешендә партнерлыҡты, фәнни һәм мәҙәни бәйләнеште үҫтереү.

    авторы: admin | 22 января 2015 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru