Ҡорал юҡта ҡороҡ та ҡорал.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Беҙ Молдавияла ла булырға тейешбеҙ
  • Тантана
  • Изгелектә ярышыр ай
  • ҺАНДАР ТЕЛЕ МЕНӘН
  • БАЙРАМ НАМАҘЫ АЛДЫНАН:
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Был аҙнала беҙҙе аптыратты Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья

    Австралияның иң ҡарт кешеһе – 109 йәшлек Альфред Дейт ваҡытын пингвиндар өсөн свитерҙар бәйләп үткәрә. Ул былтыр Яңы Көньяҡ Уэльстағы ҡарттар йортона йәшәргә килгәс, ниндәй ярҙам кәрәк, тип һораған. Шәфҡәт туташтары, уның 80 йыл буйы бәйләм бәйләүен белгәс, Филипп утрауындағы пингвиндар өсөн ярҙам фонды тураһында әйткән. Бер аҙҙан ойошма ғәйәт ҙур күрһәткескә өлгәшкән – 32 мең свитер бәйләгән.
    Пингвиндар нефть түгелеүҙән зыян күрә һәм уларҙы ҡаурыйҙары һыуыҡтан һаҡлай алмай.

    авторы: admin | 13 февраля 2015 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Байрамдар оҙонаймай Башҡортостан

    Һуңғы арала һиҙәһегеҙҙер – байрам һәм ял көндәрен бергә ҡушып һанаһаң, йылына бик күп килеп сыға. Халыҡ та бының менән бигүк риза түгел. Шуны ишетептер инде, федераль кимәлдә ялға тура килгән байрам көндәрен күсермәү тураһында закон проекты эшләнгән. Уны Баш­ҡортостан парламентарийҙары ла хуплай.
    Әле байрам йәкшәмбегә тура килһә, уны дүшәмбегәсә “һуҙыу” хоҡуғы бирелә. Һөҙөмтәлә халыҡ ял итеп ялҡа, эшкә һәләт кәмей, етештереү күләме түбәнәйә, башҡа кире яҡтары ла бар.

    авторы: admin | 13 февраля 2015 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ә беҙҙең ауылда... Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым

    Лена ШАҺИМӘРҘӘНОВА,
    Әбйәлил районының Дауыт ауылы:
    – Яңыраҡ беҙҙә “Аҡ ҡайын” исеме аҫтында балалар баҡсаһы асылды. Әле генә эшләй башлаған учреждение, әлбиттә, ата-әсәләрҙең терәгенә мохтаж. Ошоно күҙ уңында тотоп, өлкәндәр хәлдәренән килгәнсә ярҙам итә. Иң әүҙемдәре алты йәшлек Нәркәс Сәғәҙәтованың өләсәләре, йәғни Көнһылыу һәм Таңһылыу Йәркинбаевалар булып сыҡты. Улар даими рәүештә балалар баҡсаһына үҙ ярҙамын тәҡдим итә. Яңыраҡ ҡына башҡорт кейемдәре тектереп бирҙеләр, ойоҡбаш-бейәләй бәйләнеләр. Өйҙәрендә лә өлгөрәләр, беҙгә лә килергә ваҡытын йәлләмәйҙәр. Шундай изге йөрәкле кешеләр күберәк булһын ине. Уларға һаулыҡ, оҙон ғүмер теләп ҡалабыҙ.

    авторы: admin | 13 февраля 2015 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Яңылыҡтар Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья

    Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов “Өфө” халыҡ-ара аэропортының яңы терминалында төҙөлөш эштәре барышы менән танышты. Аэропорттың генераль директоры Александр Андреев әйтеүенсә, төҙөлөш эштәре 85 – 90 процентҡа үтәлгән һәм терминалды марттың өсөнсө декадаһында файҙаланыуға тапшы­рыр­ға йыйыналар. Дөйөм майҙаны 16 мең кв. метр булған яңы терминал пассажирҙарҙы сит илгә сығарыу мөмкинлеген сәғәтенә 800 кешегә тиклем арттырасаҡ.

    Күгәрсен районында Зәйнәб Биишева исемендәге әҙәби премия тапшырыу тантанаһы үтте. Был бүләккә быйыл Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, филология фәндәре кандидаты Әхмәт Искәндәров, Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар союзы ағзаһы Ғәлийән Хәсәнов лайыҡ булды. Күренекле яҙыусы исемендәге премияны тапшырыу районда Әҙәбиәт йылын асыу тантанаһы менән тура килгән.

    авторы: admin | 12 февраля 2015 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Хәҙерге заман уҡытыусыһы ниндәй булырға тейеш? Мәғәриф

    Яңыраҡ Башҡортостан Мә­ға­рифты үҫтереү институтында квалификацияны арттырыуҙың бик ҡыҙыҡлы алымы ҡулланылды. Бында “Хәҙерге заманда хәҙерге заман уҡытыу­сыһы” тип аталған дискуссия ҡоролдо.
    Тәүгә үткән сара институт ректоры Рәмил Мәжитов тәҡдиме буйынса ойошторолдо. Бындай дискуссия фекер алышыуҙан, эксперттарҙың һорауҙарға яуап биреүенән ғибәрәт. Тамаша­сылар һәм ҡунаҡтар – власть органдары һәм ғилми мәктәп вәкилдәре, заман уҡытыусыһы ниндәй булырға тейеш, тигән һорауға яуап эҙләне.
    БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Мәға­риф, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте бу­йынса комитеты рәйесе Эльвира Айытҡолова үҙенең сығышында хәҙерге йәмғиәттең уҡытыусыға ниндәй талаптар ҡуйыуын билдәләне.

    авторы: admin | 12 февраля 2015 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Һиндостан илсеһе Өфөнөң саммитҡа әҙер булыуын белдерҙе Сәйәсәт

    Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хә­митов Республика йортонда Һиндос­тандың Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе Пунди Шри­нивасан Рагхаванды ҡабул итте. Ос­рашыуҙа сәнәғәт һәм сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлек йүнәлештәре ҡаралды.
    Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, былтыр Һиндостан менән Башҡортостан бизнесы араһында бәйләнеш бик юғары кимәлдә булып, сауҙа күләме 400 миллион доллар­ға еткән. Был 2013 йылға ҡарағанда ике тапҡырға күберәк. Киләһе йылдарҙа ошо һанды тағы ике тапҡырға арттырыу ниәте бар.
    Рөстәм Хәмитов һәм Пунди Шринивасан Рагхаван хеҙмәттәшлек өсөн уңышлы йүнәлештәрҙе барланы. Баш­ҡортостан Һиндостандан инвесторҙар йәлеп итергә теләй. Дарыуҙар, пластик төргәктәге инфузия иретмәләрен етештереү буйынса завод төҙөү кеүек хеҙмәттәшлек өлкәләрен ҡарарға мөмкин. Әлбиттә, инвестиция менән килеүселәргә уңайлы шарттар булдырыласаҡ. Һиндостан мамыҡ, туҡымалар, иләнгән йөн, күн продукцияһы етештереүҙә уңышлы эшләй. Башҡортостанда урман сәнәғәте комплексы ярайһы бай. Ауыл хужалығында ла ҡыҙыҡлы проекттар бар.

    авторы: admin | 9 февраля 2015 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Атайҙар советы эш башланы Башҡортостан

    “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Ныҡлы ғаилә” проектын ғәмәлгә ашырыу сигендә Атайҙар советы барлыҡҡа килде. Ойошма Ишембай районында урынлашҡан.
    Атайҙар советы үҙ өҫтөнә ниндәй бурыстар ала һуң? Был иң тәүҙә тәрбиә мәсьәләләренә ҡағыла. Совет ағзалары мәктәптәрҙә, ғаиләлә тәрбиә биреү темаһына саралар уҙғарырға тейеш. Йәмғиәттә ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау тураһында яҡшы фекерҙәр таратыуҙы, етемлекте иҫкәртеүҙе (айырылышыуҙарға ҡаршы), атай статусын күтәреүҙе лә маҡсат итеп ҡуялар.

    авторы: admin | 8 февраля 2015 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Мәрхәмәтлеккә мохтаждар күп Республика йылы

    Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Республика советының хәйриә эшмәкәрлеге буйынса ултырышын үткәрҙе. Бында үткән йылғы эш йомғаҡтары ҡаралды.
    Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, беҙҙә былтыр ярайһы ғына етди мәрхәмәтлек акциялары ойошторолған. Улар араһында Ҡырым халҡына ярҙам итеүҙе әйтергә кәрәктер. Башҡортостан халҡы булышлығында ярым- утрауҙа мәктәптәр, балалар баҡсалары, дауаханалар, юлдар төҙөкләндерелгән. Быны бәләкәй эш тип атап булмай. Ярҙам суммаһы 200 миллион һумға еткән.
    Үҙебеҙҙең республикала ла тәбиғәт һәләкәте арҡаһында зыян күреүсе Краснокама, Яңауыл, Ҡалтасы райондарындағы ғаиләләргә аҡса һәм кәрәк-яраҡ йыйып тапшырылды.

    авторы: admin | 7 февраля 2015 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru