Иләк менән һыу ташымайҙар.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • «МИНЕРАЛКА»МЫ, ӘЛЛӘ «СИНТЕТИКА»МЫ
  • Тиҙ ышаныусан булмағыҙ
  • Һәләтле етәксе, тәжрибәле табип
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • «Йәшлек»тә һәр төбәк һулышы сағыла»
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Ишембай – республика өсөн мөһим ҡала Башҡортостан

    Ошо көндәрҙә Ишембай ҡалаһы 75 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Ул иң беренсе сиратта нефть төбәге булараҡ күҙ алдына баҫа. Әлбиттә, һоҡланғыс тәбиғәте менән уңған халҡы ла һуңғы рәттә тормай, ә шәхестәре иһә тарихҡа онотолмаҫ эштәре менән яҙып ҡуйылған.
    Республика етәксеһе Рөстәм Хәмитов Ишембайға сәфәрендә байрам тантанаһында булды, урындағы предприятиеларҙың эше менән танышты һәм хаҡтар торошон баһаланы.
    Хаҡ тигәндән, Рөстәм Хәмитов ҡаланың бер шәхси дарыуханаһына инеп сыҡты. Уның мөдире һүҙҙәренсә, медикаменттарға хаҡ үҙәкләштерелгән рәүештә билдәләнә, шуға ла урындарҙа уға бер нисек тә йоғонто яһау мөмкин түгел. Дөйөм алғанда, дарыу дефициты юҡ. Башҡортостан Башлығы, үҙ сиратында, дарыуханалар селтәре етәкселегенә, халыҡтың хәле тураһында белдереп, хаҡтарҙы ҡапыл күтәрмәҫкә, тигән тәҡдимен еткерергә ҡушты.
    “Магнит” гипермаркетына ингәнендә Рөстәм Хәмитов ситтән килтерелгән аҙыҡ-түлектең өҫтөнлөк итеүенә ҡәнәғәт булмауын әйтте. Мәҫәлән, ит Мари Иленән алын­ған, ә йомортҡа – Төмәндән. Шул уҡ ваҡытта был ризыҡтар үҙебеҙҙә лә күп.

    авторы: admin | 6 февраля 2015 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев Өфөлә булды Иҡтисад

    Рәсми делегация составында Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич, РФ Хөкүмәте вице-премьеры Ольга Голо­дец, «РОСНАНО» йәмғиәте идараһы рәйесе Анатолий Чубайс бар ине.
    Дмитрий Медведев Өфөләге позитрон-эмиссион томография үҙәгенең эше менән танышты. Бында ҡунаҡтар яман шеште диагностикалау өсөн изотоптар әҙерләү процесын һәм операция бүлмәһен ҡараны. Үҙәктә шешкә нурланыш менән тәьҫир итеүсе уникаль аппарат – кибер-бысаҡ урынлаштырылған.
    Автомат аппарат бер нисә төр шеште дауалау мөмкинлегенә эйә. Әйткәндәй, Өфөлә ПЭТ-үҙәк 2012 йылда төҙөлә башлаған. Яҡынса 956 миллион һум инвестиция һалынған. Ун ай эшләү осоронда ул өс меңдән ашыу пациентты ҡабул итергә лә өлгөргән. Өфөләге үҙәк – РОСНАНО-ның шәхси инвесторҙар менән берлектә төҙөгән тәүге медицина үҙәге.

    авторы: admin | 6 февраля 2015 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Запастағылар әҙер торһон Яңылыҡтар

    Үткән аҙнала Рәсәй Президенты Владимир Путин хәрби запас­тағыларҙы ике айға тиклем йыйынға саҡырыу тураһындағы Указға ҡул ҡуйғайны. Был сара йыл һайын үткәрелә. Һуңғыһы, әгәр иҫләһәгеҙ, былтыр август-сентябрҙә иғлан ителде.
    Рәсәйҙең хәрби запастағы граждандары Ҡораллы Көстәр, Эске эштәр министрлығы, дәүләт һағы һәм именлек хеҙмәте органдарына саҡырыла. Әле Президент Указы нигеҙендә РФ Оборона министрлығы төбәк хәрби комиссариаттарына ебәреү өсөн директива әҙерләй.

    авторы: admin | 5 февраля 2015 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2 3  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru