Иренһәң - ауырырһың, тырышһаң - һауығырһың.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Башҡорт театрының мәшһүр ҡыҙы
  • Тормошҡа ҡарашың ниндәй?
  • [b]Йәш эшҡыуарҙар мәктәбе[/b]
  • Ураҙа ғәйетендә өс көн ял итәбеҙ
  • ДОНОР ЙӨРӘКЛЕ ЛИНАРҒА – ФАТИР АСҠЫСЫ
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Яңылыҡтар Сәйәсәт

    Республика Хөкүмәтенең ҡарарына ярашлы, тимер юлда пасажирҙар һәм багаж ташыу тарифтары үҙгәрҙе. 6 апрелдән юлдың тәүге 10 саҡрымына – 18 һум, унан һуңғы саҡрымдар өсөн 1 һум 80 тин түләргә кәрәк буласаҡ. Хәҙер Өфөнән Шишмәгә тиклем билет – 84 һум, Раевкаға – 207, Инйәргә – 324, Таутөмәнгә 99 һум торасаҡ.

    Өфөнөң йыйылма командаһы Төркиәнең Бурса ҡалаһында балалар һәм үҫмерҙәр араһында үткән каратэ буйынса I халыҡ-ара турнир­ға барҙы. Дәлиә Әсәҙуллина – беренсе, Даниил Прокофьев менән Анастасия Палаева үҙ категорияларында икенсе урынға лайыҡ булды. Башҡортостан спортсылары Кувейт, Португалия командалары менән өсөнсө урынды бүлеште.

    авторы: admin | 15 апреля 2015 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Байрамға ваҡыт әҙ ҡалды Яңылыҡтар » Иғтибар

    Республикала ҙур бай­рам­ға әҙерлек һәр яҡлап етеҙ бара.
    Еңеүҙең 70 йыллыҡ юбилейын билдәләр алдынан Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов исеменән 300-ләп ветеранды тантаналы рәүештә ҡабул итеү ойошторола.
    Ветерандарҙың, уларға тиңләштерелгән өлкәндәр­ҙең йәшәү шарттарын яҡ­шыртыу, медицина хеҙмәте күрһәтеү буйынса эштәр әүҙемләштерелгән.
    Республиканың һәр төбәгендәге Бөйөк Ватан һуғышына арналған һәйкәлдәр, монументтар һәм стелалар тәртипкә килтерелә.
    Элекке яугирҙарға, тыл ветерандарына бер тапҡыр түләй торған аҡсалата пособиелар бирелә башланы.

    авторы: admin | 15 апреля 2015 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кеше өйөнә барыһы ла һыя… Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья

    Хәҙер күп мутлыҡ мигранттарҙы урынлаштырыу буйынса эштәргә ҡағыла. Был районда ла бер көн шундай һорау килеп тыуған – таш сығарыу буйынса компания етәксеһе миграция хеҙмәткәренән туғыҙ үзбәкте иҫәпкә ҡуйыуҙы һораған. Түрә ханым оҙаҡ уйлап тормайынса, Ю. ауылының ике өйөнә тегеләрҙе теркәп тә ҡуйған. Әлбиттә, хужаларына әйтеп-нитеп тормаған инде. Ысынында иһә үзбәктәр Ҡ. ауылы янындағы карьерҙа эшләп, шунда уҡ йәшәп тә йөрөгән.
    Ярай әле прокуратура тикшереү үткәргәндә законһыҙлыҡты асыҡлаған, юҡһа йорт хужалары һаман да бер ни белмәҫ ине.

    авторы: admin | 15 апреля 2015 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кәмейбеҙ… Яңылыҡтар

    Ғинуар-февралдә республикала халыҡ һаны 2229 кешегә кәмегән. Башҡортостан статистикаһы мәғлүмәте буйынса, был әҙәйеү тәбиғи һәм миграция иҫәбенә.
    Ике айҙа беҙҙә 8938 сабый тыуған (былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда, 8,2 процентҡа кәмерәк), 9166 кеше вафат булған. Барлығы 228 кешегә әҙәйгәнбеҙ.
    Республиканан ситкә китеүселәр һаны – 8,3 мең кеше, Башҡортос­танды даими йәшәү урыны итеп һайлаусылар күпкә түбәнерәк күрһәткесле – 6,3 мең.
    Волга буйы федераль округы төбәктәре менән сағыштырып ҡарағанда, халыҡтың тәбиғи үҫеше Татарстанда (590 кеше) һәм Удмурт Республикаһында (86) ғына артҡан.

    авторы: admin | 11 апреля 2015 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Башҡортостанды сит ил журналистары спорт сараларында телгә ала Сәйәсәт

    Рәсәй төбәктәренә ҡағылышлы яңы исемлек төҙөлгән. Был юлы өлкә-крайҙар, республика-округтар сит ил киң мәғлүмәт сараларында күрһәтеү буйынса баһаланған.
    Инглиз телле гәзит-журнал, радио-телевидение Рәсәйҙең баш ҡалаһын ғына түгел, ә төпкөл төбәктәрҙе лә иғтибарынан ситтә ҡалдырмай. Башҡортостан былтырғы һөҙөмтәләр буйынса әлеге рейтингта 11-се урында.
    Рәсәй төбәктәрен сит ил журналистары күберәк спорт ярыштарына бәйләп телгә ала. Айырыуса футболда. Беҙҙең “Өфө” футбол клубы хаҡында юғары дивизионға күсеү мәлендә һөйләгәндәр. Йәнә “Башнефть” компанияһы эшмәкәрлегенә ярайһы йыш ҡына байҡау яһағандар.

    авторы: admin | 10 апреля 2015 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Йылғалар бигүк ташмаҫ Башҡортостан

    Республикала бер тәүлек эсендә йыл­ға­­ларҙа һыу кимәленең күтәрелеүе билдәләнгән. Ул 7 ап­релгә тура килә. Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Илдар Һа­ҙыев шулай тип хәбәр итә.
    Стәрлетамаҡ эргәһендә Ағиҙел йылғаһының кимәле – туғыҙ, Стәрле йылғаһы – 10, Бочкарев ауылы янында Дим йылғаһы 11 пунктҡа күтәрелгән.
    Илдар Һаҙыев белдереүенсә, быйыл ташҡын уртаса күп йыллыҡ кимәлдә булыр тип көтөлгән, әммә һуңғы фараздар буйынса, ҡар ҡатламындағы һыу запасы күп түгел – уртаса күп йыллыҡ күрһәткестәрҙән 30 – 60 процентҡа кәмерәк. Хәүеф­һеҙ­лектән тыш, бында республиканы һыу менән тәьмин итеү һәм һыу һаҡлағыстарҙы тултырыу мәсьәләһе килеп тыуа. Ағиҙел йылғаһы бассейнында һыу кимәле норманан 0,2 – 1,5 метрға түбәнерәк.

    авторы: admin | 9 апреля 2015 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru