Йоҡо ялҡауҙы ярата.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Яңылыҡтар
  • Йондоҙнамә 12-18 июль
  • Тотош дәүер ҡала офоҡта
  • Йондоҙнамә 5-12 июль
  • Аллаhы Тәғәлә бойороҡтары
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Яңылыҡтар Сәйәсәт

    Республика Хөкүмәтенең ҡарарына ярашлы, тимер юлда пасажирҙар һәм багаж ташыу тарифтары үҙгәрҙе. 6 апрелдән юлдың тәүге 10 саҡрымына – 18 һум, унан һуңғы саҡрымдар өсөн 1 һум 80 тин түләргә кәрәк буласаҡ. Хәҙер Өфөнән Шишмәгә тиклем билет – 84 һум, Раевкаға – 207, Инйәргә – 324, Таутөмәнгә 99 һум торасаҡ.

    Өфөнөң йыйылма командаһы Төркиәнең Бурса ҡалаһында балалар һәм үҫмерҙәр араһында үткән каратэ буйынса I халыҡ-ара турнир­ға барҙы. Дәлиә Әсәҙуллина – беренсе, Даниил Прокофьев менән Анастасия Палаева үҙ категорияларында икенсе урынға лайыҡ булды. Башҡортостан спортсылары Кувейт, Португалия командалары менән өсөнсө урынды бүлеште.

    авторы: admin | 15 апреля 2015 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Байрамға ваҡыт әҙ ҡалды Яңылыҡтар » Иғтибар

    Республикала ҙур бай­рам­ға әҙерлек һәр яҡлап етеҙ бара.
    Еңеүҙең 70 йыллыҡ юбилейын билдәләр алдынан Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов исеменән 300-ләп ветеранды тантаналы рәүештә ҡабул итеү ойошторола.
    Ветерандарҙың, уларға тиңләштерелгән өлкәндәр­ҙең йәшәү шарттарын яҡ­шыртыу, медицина хеҙмәте күрһәтеү буйынса эштәр әүҙемләштерелгән.
    Республиканың һәр төбәгендәге Бөйөк Ватан һуғышына арналған һәйкәлдәр, монументтар һәм стелалар тәртипкә килтерелә.
    Элекке яугирҙарға, тыл ветерандарына бер тапҡыр түләй торған аҡсалата пособиелар бирелә башланы.

    авторы: admin | 15 апреля 2015 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кеше өйөнә барыһы ла һыя… Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья

    Хәҙер күп мутлыҡ мигранттарҙы урынлаштырыу буйынса эштәргә ҡағыла. Был районда ла бер көн шундай һорау килеп тыуған – таш сығарыу буйынса компания етәксеһе миграция хеҙмәткәренән туғыҙ үзбәкте иҫәпкә ҡуйыуҙы һораған. Түрә ханым оҙаҡ уйлап тормайынса, Ю. ауылының ике өйөнә тегеләрҙе теркәп тә ҡуйған. Әлбиттә, хужаларына әйтеп-нитеп тормаған инде. Ысынында иһә үзбәктәр Ҡ. ауылы янындағы карьерҙа эшләп, шунда уҡ йәшәп тә йөрөгән.
    Ярай әле прокуратура тикшереү үткәргәндә законһыҙлыҡты асыҡлаған, юҡһа йорт хужалары һаман да бер ни белмәҫ ине.

    авторы: admin | 15 апреля 2015 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru