Йәмһеҙҙең көҙгөһө насар, булдыҡһыҙҙың ҡоралы насар.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Ҡош ите етештереү цехы асыласаҡ
  • Нуриманда күлдәр ҡорой
  • Еңде лә, шәфҡәтлелек тә күрһәтте
  • Йәнлектәр донъяһы
  • Илдә булмаған ат
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Маймылға бәйле ҡыҙыҡлы факттар Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья

    Ер шарында 163 төрлө маймыл тоҡомо бар. Уларҙың иң бейеге – горилла 212 см булһа, иң бәләкәйе – кәрлә-тәтәй – 15 см ҙурлығында. Был йәнлектәр үҙ-үҙен бик тә ярата, көн һайын 5-әр сәғәт буйы үҙҙәрен йәки парын матурлай, йөндәрен тарай, массаж яһай. Маймылдар ғаиләһендә күп ҡатынлыҡ хөкөм һөрә. Тын юлдары, тауыш сығарыу ағзалары үҫешкән, бәлә килерен һиҙгәндә уларҙың ҡысҡырғаны 3 – 4 км алыҫлыҡҡа ишетелә. Интеллект кимәле буйынса маймыл 14 йәшлек кешегә тиң, әммә уларҙы һөйләшергә өйрәтеү мөмкин түгел: баш мейеһендә телмәр үҙәге бөтөнләй юҡ. Йылы яҡта йәшәүҙәренә ҡарамаҫтан, һыуыҡҡа сыҙамлы йәнлек һанала. Уртаса ғүмер оҙонлоғо – 22 йыл, орангутангтар 60 йәшкә тиклем йәшәй. Ни өсөндөр, маймылдар банан ярата, тигән фекер йәшәй. Был дөрөҫлөккә тап килмәй: улар был емеш төрөн һәм кокосты уйынсыҡ итеп файҙалана, ризыҡ булараҡ һирәк ҡуллана.

    авторы: admin | 25 декабря 2015 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Улар үҙ йылынан нимә көтә?! Мәҙәниәт

    Улар үҙ йылынан нимә көтә?!– Йәшерәк саҡта Яңы йыл байрамдарын эш менән, төрлө корпоратив кисәләр үткәреп, ресторандарҙа ҡаршыларға тура килгеләне. Ҡы­ҙыбыҙға бер йәш тә тулмаған, мин тағы шулай эшкә сыҡтым. Бала менән ултырырға әсәйем ризалашты. 31 де­кабрҙә, ғаиләмде алдан байрам менән ҡотлап, эшкә юлландым. Яңы йыл етте! Уны Мәскәү ваҡыты менән дә ҡаршы алдыҡ! Тағы ла күпмелер ваҡыттан һуң күҙем нишләптер ишек яғына төштө, ҡараһам, иптәшем кәйефһеҙ генә миңә ҡарап тора. Ҡурҡып киттем, сөнки уның кәйефһеҙ сағы бик һирәк була. Баҡтиһәң, ике сәғәт буйына милиция машинаһында, тәүҙә шик аҫтында, аҙаҡ шаһит булып ултырған. Ҡунаҡтарҙың береһе ҡыйбатлы телефонын юғалтҡан да, милиция саҡыртҡан.

    авторы: admin | 25 декабря 2015 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Киләһе йылдан нимә өмөт итәһегеҙ? Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым

    Яңы йылдан үҙемде, тормошомдо үҙгәртергә тип уйлайым. Мин көслө ҡатын-ҡыҙ, барыһын да булдырырға ҡулымдан килә, тип үҙ- үҙемде ышындырып, ниндәйҙер маҡсат ҡуйып, шуны үтәргә ине. Бер танышым бик көслө ҡатын. Бер кемдән дә көтөп ултырмай, барыһын да бер үҙе атҡарып сыға. Бөтә нәмәһе бар. Әгәр кеше эстән ныҡ булһа, уның тормошҡа ашмаған хыялы, эшләй алмаған эше булмайҙыр ул. Миңә лә үҙемдең холҡом өҫтөндә эшләргә кәрәк. Тағы ла киләһе йылда сит илдәргә сығып, донъя гиҙергә хыялланам. Ипотека түләйем тип, ял итергә йөрөп тә булманы.

    авторы: admin | 25 декабря 2015 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    ФОРУМ ТАМАМ. ҮҘГӘРЕШТӘР БУЛАСАҠ Сәйәсәт

    ФОРУМ ТАМАМ.  ҮҘГӘРЕШТӘР БУЛАСАҠ Беҙҙең илдә торлаҡ-коммуналь түләүҙәр буйынса бурыс 20 миллиард һумға еткән! Ҡолаҡҡа киртеп ҡуйырға кәрәк – киләһе йылда был тармаҡта тарифтар 4 процентҡа артасаҡ. Тағы ла бер яңылыҡ – квитанцияларҙағы “дөйөм йорт ихтыяждары” (ОДН) тигән түләү бөтөнләй юҡҡа сығасаҡ. Был яңылыҡтарҙың барыһы ла баш ҡалабыҙҙағы Конгресс-холда “Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ үҙгәрә” Бөтә Рәсәй форумы барышында билдәле булды. Сараны Рәсәйҙең Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы, Башҡортостан Хөкүмәте ойошторҙо. Унда йәмәғәт ойошмалары, бизнес, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә эшләүсе компаниялар вәкилдәре, Торлаҡ һәм төҙөлөш өлкәһен күҙәтеү буйынса дәүләт комитеты етәкселәре, Рәсәй субъекттары вәкилдәре — илдең 80 төбәгенән 500 самаһы делегат ҡатнашты.

    авторы: admin | 25 декабря 2015 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Был аҙнала беҙҙе... ғәжәпләндерҙе Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья

    Шаршамбыла Силәбе өлкәһенең Меленьевка ҡасабаһы янында 35 йәшлек ҡатын машина менән бейеклектән осоп, ике поезд аҫтына эләгеп, имен ҡалған.
    Иртәнге сәғәт 5 тирәһендә ҡатын машинаһы менән тимер юлы өҫтөндәге юл үткәргестән 10 метр бейеклектән осоп төшкән. Шул мәлдә аҫта поезд үтеп барған. Локомотив машинаны бәрҙергән һәм ҡаршы юлға сығарған. Тап шул мәлдә ҡаршы поезд килеп сыҡҡан. Ул үҙ сиратында “Лада”ны 50 метр араға этәргән.
    Бындай хәлдән һуң водителдең имен ҡалыуы мөмкин дә түгел кеүек.

    авторы: admin | 25 декабря 2015 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Был аҙнала беҙҙе... уйландырҙы Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья

    Һуңғы йылдарҙа радио менән идара ителгән осоусы аппараттар – вертолетҡа оҡшаған коптерҙар ғәйәт ныҡ популяр булып китте.
    Улар төрлө – бәләкәй бала идара итмәле ус аяһындайы ла, меңәр саҡрымдан бер илдән икенсеһенә осоп, фотоға төшөрөп йәки бомба ташлап ҡайтҡан пилотһыҙ аппаратлы хәрби комплекстары ла бар. Коптерҙар менән фото-видеоға төшөрөргә мөмкин.
    Италияның Мадонне-ди-Кампильо төбәгендә үткән тау саңғыһы спорты буйынса Донъя кубогы өсөн ярыштарҙа донъяның иң яҡшы саңғысыһы Марсель Хиршерҙы коптер үлтерә яҙған.

    авторы: admin | 25 декабря 2015 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Был аҙнала беҙҙе... аптыратты Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья

    Саха-Якутия Республикаһының Уолба ауылында йәшәүсе Михаил Боппосов тигән ир буш ваҡытында төрлө һын яһау менән мауыға.
    Нимәһе аптырата – ул фигураларҙы таш, бетон-маҙарҙан эшләмәй, ә һыйыр тиҙәген ҡуллана икән.
    Әлеге мәлдә һәүәҫкәр скульптор етеп килгән 2016 йылдың символын эшләү менән мәшғүл. Ағас янында йөрөгән бер нисә маймыл һыны буласаҡ.
    Быға тиклем ул аждаһа, кәзә, ат фигураларын әүәләгән.

    авторы: admin | 25 декабря 2015 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Был аҙнала беҙҙе... йылмайтты Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья

    Красноярск ҡалаһының Гай­дашовка урамында урынлашҡан сауҙа павильонын таларға маташ­ҡан ир бик үҙенсәлекле итеп тотолған.
    Ул ҡыйыҡты тишеп эскә төшкән, ләкин кире менә алмаған. Ярты кәүҙәһе тышта, аяҡтары аҫта һәлберәгән ҡараҡты хоҡуҡ һаҡлаусылар ҡулға алған.
    40 йәшлек ир павильондың ҡыйығын тишкәс, унда эләгеп ҡалыу хәүефен алдан уйлап, бөтә кейемен сискән. Ләкин был ярҙам итмәгән – ҡапҡан уны ныҡ ҡына эләктергән. Әйткәндәй, полицейскийҙар үҙ мәлендә килеп өлгөргән.

    авторы: admin | 25 декабря 2015 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2 3  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru