Буй эшләмәй, ҡул эшләй, эштә ҡулың күп булһын.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Китапханасы эше күңелһеҙ түгел
  • Яңылыҡтар
  • [b]Дәүләт ярҙам күрһәтә[/b]
  • «Мин – көслө, ә һин – таһыллы»
  • Йондоҙнамә
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • «Шыршы ҡупшы кейенгән...» ---
    Шыршыны һыулы биҙрәгә ултыртҡас, уға бер аҙ глицерин (бер биҙрәгә стакандың өстән бер өлөшө) һалығыҙ. Глицерин урынына бер балғалаҡ мочевина һалырға ла мөмкин. Түбәндәге ысул бер аҙ ваҡытты ала, уның ҡарауы шыршығыҙ оҙағыраҡ ултырасаҡ. 5 г лимон кислотаһына, 6 г желатин ҡушып ҡайнатылған һәм тондоролған 3 л һыу ҡойоғоҙ. Яҡшылап болғатығыҙ ҙа һыуға 16 г иҙелгән аҡбур өҫтәгеҙ. Шыршының төбөн бысаҡ йәки балта менән бер аҙ юнығыҙ ҙа, һыулы биҙрәгә ултыртығыҙ.
    Быларҙың барыһын да еренә еткереп эшләһәгеҙ, шыршығыҙ матурлығын һәм хуш еҫен һаҡлар, бер генә энәһе лә ҡойолмаҫ.

    Һаҡ булығыҙ!
    «Шыршы ҡупшы кейенгән...»

    Декабрь һәм ғинуар айҙары – янғын һүндереүселәр өсөн ҡыҙыу осор. Сөнки тап ошо ваҡытта хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәмәү һәм «Яңы йыл сәбәптәре» арҡаһында янғындар йыш сыға. Күбеһенсә шәм ҡабыҙып, уны һүндерергә онотоп ҡалдырыу, төҙөк булмаған электр гирляндаларын ҡулланыу, пиротехник әйберҙәр ҡулланғанда иғтибарлы булмау һәм, ғөмүмән, ут менән һаҡһыҙ ҡыланыу кеүек күренештәр ошондай күңелһеҙ эҙемтәләргә алып килә.
    Етмәһә, һуңғы ваҡыттарҙа пиротехниканы законһыҙ һатыу киң таралды. Бының, үҙ сиратында, шул уҡ ут сығып китеүгә, имгәнеү-йәрәхәтләнеүҙәргә һәм хатта кеше һәләк булыу осраҡтарына сәбәп булыуы мөмкин. Яңы йыл шыршыһын дөрөҫ урынлаштырыу һәм биҙәү ҡағиҙәләрен еренә еткереп үтәһәгеҙ, пиротехник әйберҙәрҙе күрһәтмәләрендәгесә ҡулланһағыҙ, байрамдарығыҙ күңелле һәм тыныс үтер.

    Миләүшә ҒАЙСИНА,
    БР Дәүләт янғындан һаҡлау хеҙмәтенең 22-се отряды дәүләт учреждениеһының матбуғат бүлеге хеҙмәткәре.
    авторы: admin | 25 декабря 2008 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Таҡмаҡтар
  • Таҡмаҡтар
  • Рәхәтләнеп бейе, йырла, йәш күңелд| ...
  • Шыршы баҙарҙары эшләй башлаясаҡ
  • Яңы йыл килә еремә!
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru