Йүнһеҙ килеп, йүнлегә эш өйрәтер.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Ниһайәт, яҙ, ҡояш көлә
  • Атың булһа, ил таный
  • Йондоҙнамә
  • Ҡолаҡ һал!
  • Тәмле
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • МӘРХҮМДЕ ЙЫУЫУ ҠАҒИҘӘЛӘРЕ ---
    Хөрмәтле «Йәшлек» гәзите! Үлгән кешене күмер алдынан йыуыу йолаһында ҡатнашҡаным бар, әммә мине был сарала төрлө кешеләрҙең төрлө ҡағиҙә индереүе аптырата. Зинһар өсөн, «Иман» битендә мәрхүм булған мосолманды нисек итеп йыуындырырға кәрәклеген аңлатып үтһәгеҙсе!
    Айрат ХӘТМУЛЛИН.
    Саҡмағош районы.
    Ирҙәрҙе лә, ҡатын-ҡыҙҙы ла бер үк тәртиптә йыуалар. Үлгән кешене йыуыр алдынан мотлаҡ рәүештә ҡаты урынға, йөҙөн Ҡиблаға ҡаратып һалалар. Ҡағиҙә булараҡ, махсус ҡаты ҡулланмалар мәсет йәки зыяратта һаҡлана. Вафат булған кеше ятҡан йортта төрлө хуш еҫле шәм яндырырға мөмкин. Йыуған ваҡытта кешенең ғәүрәте (енси органдары) туҡыма менән ҡаплана. Төп йыуыусы кеше ҡулын өс тапҡыр сайҡатҡандан һуң, махсус бирсәткә кейә һәм кәүҙәнең күкрәк өлөшөнән башлап эсенә ныҡ ҡына баҫып, һыйпап сыға. Был ашҡаҙанда ҡалған нәмәләр сыҡһын өсөн эшләнә. Бынан һуң ғәүрәт йыуыла, шул уҡ ваҡытта үлгән кешенең енси органдарына ҡарау ҡәтғи тыйыла.
    Төп йыуыусы бирсәткәһен алмаштырып, уларҙы һыулап, үлгән кешенең ауыҙын һөртә, танауын таҙарта, битен йыуа. Бынан һуң ике ҡул да терһәккә тиклем йыуыла (тәүҙә – уңы).
    Мәрхүмдең бите һәм терһәгенә тиклем ҡулдары өсәр ҡабат йыуыла. Башы, ҡолаҡтары һәм муйыны һыулана. Тубығына тиклем аяҡтары йыуыла. Кешенең сәсе һәм һаҡалы һабын, йылымыс һыу менән йыуыла. Мәрхүмде һул яғына һалып, уң яҡ кәүҙәһен, уң яғына ауҙарып һул яғын йыуалар. Кәүҙәгә һыуҙы ҡоялар ҙа ышҡыйҙар, һуңынан тағы ла һыу ҡоялар. Ғәүрәтте ҡаплап торған сепрәк өҫтөнә лә һыу ҡойола, әммә был урындар ышҡылмай. Был процедураларҙың бөтәһе лә өсәр тапҡыр ҡабатлана. Һуңынан тағы ла мәрхүмде һул яғына һалып, өс тапҡыр һыу менән сайҡаталар.
    Үлгән кешенең арҡаһын йыуыу өсөн уны күкрәге менән аҫҡа ҡаратып һалыу тыйыла, арҡаһынан аҙыраҡ күтәреп, һыу ҡоялар. Ошо процедураларҙы ла башҡарып бөткәндән һуң, тағы ла күкрәгенән башлап аҫҡа табан ус менән йөрөтөп сығалар.
    Мәрхүмде бер тапҡыр йыуыу мотлаҡ, ә инде өс тапҡырҙан да артығыраҡ йыуыу артыҡ һанала. Еүеш кәүҙәне таҫтамал менән һөртәләр.
    Мәрхүмдәрҙе йыуыу йолаһында кәмендә дүрт кеше ҡатнаша, улар араһында яҡын туғандар ҙа булыуы мөмкин. Ирҙәр – ҡатындарҙы, ә ҡатындар ирҙәрҙе йыуырға тейеш түгел. Бәләкәй балаларҙы ҡаршы енес вәкилдәре лә йыуа ала. Ҡатындың үҙенең ирен йыуыу осраҡтары ла була.
    Үлгән кешене йыуғандан һуң, мәрхүмдең физик кәмселектәре йә булмаһа кәүҙә матурлығы тураһында һөйләп йөрөү ҡәтғи тыйыла. Мәрхүмде йыуған кешеләргә аҡса түләү ҙә харам түгел, бушлай йыуырға ла мөмкин. Шулай уҡ ҡәбер ҡаҙыусыларға аҡса түләү ҙә тыйылмай.
    авторы: Нур | 28 апреля 2009 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Харамдан тыйыла беләбеҙме?
  • Нимә генә урламайҙар!
  • Һеҙ яҡшы хужабикәме?
  • Һәр сир үҙ геройын эҙләй
  • ИСЛАМДА ҘУР ҺӘМ БӘЛӘКӘЙ ГОНАҺ
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru