<Иртәгә> тигән уй менән бөгөн тамаҡ туймай.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • БР Журналистар союзы идаралығы,
  • Тарих менән киләсәкте бәйләй шәжәрә
  • «МИНЕРАЛКА»МЫ, ӘЛЛӘ «СИНТЕТИКА»МЫ
  • Эҙләгәнең – эргәңдә
  • Өфө – Европа ҡалалары иҫәбендә
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Республика медицина кәңәшмәһенә әҙерлек ҡыҙа ---
    Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов 23 майҙа республиканың көньяҡ-көнбайыш райондарында эш сәфәрендә йөрөп ҡайтты. Ул һаулыҡ һаҡлау системаһын үҫтереү мәсьәләләре буйынса республика Советының күсмә ултырышына әҙерлек сиктәрендә төҙөлгән объекттарҙа булды. Республика башлығын БР төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министры Рауил Ибәтуллин оҙатып йөрөнө.
    Үҙенең эш сәфәрен Мортаза Рәхимов Дәүләкән һәм Әлшәй райондары сигендәге Ташлы йылғаһында төҙөлгән Уртатау һыу һаҡлағысынан башланы. Мөһим объект төҙөлөшө тамамланыу стадияһында: һыу һаҡлағысҡа һыу тултырыла, тирә-йүне төҙөкләндерелә, яр буйҙары йәшелләндерелә.
    Мортаза Рәхимов шулай уҡ Дәүләкән һәм Әлшәй райондарында баҫыу эштәрен үткәреү барышы менән дә танышты. Бишбүләк районындағы Мәләүез йылғаһында гидроузел менән тирмән комплексы Президент маршрутындағы өсөнсө пункт булды. Был предприятиены электр энергияһы менән тәьмин итеү өсөн бында мини-ГЭС төҙөлгән. Тирмән тәүлек әйләнәһенә эшләй, он, фураж, ҡатнаш аҙыҡ етештерелә.
    Тәбиғи ресурсты файҙаланыу етештерелгән ппродукцияның үҙҡиммәтен һиҙелерлек кәметә. Бишбүләктәр гидроэлектростанцияны артабан киңәйтергә планлаштыра. Ауылды кадрҙар менән тәьмин итеүҙең торлаҡ мәсьәләһен хәл итеүгә бәйле булыуы барыһына ла билдәле. Тап шуға күрә Башҡортостан Президенты урындарҙа торлаҡ төҙөлөшөн шәхси контролдә тота. Был юлы ул Бишбүләк районында элекке район дауаханаһы базаһында реконструкцияланған торлаҡ йортто ҡараны. Бында 36 фатир буласаҡ, уларҙа башлыса урындағы табиптар өй туйлаясаҡ. Ошо көндәрҙә 159 койкалыҡ дауахана һәм көнөнә 200 кеше ҡабул итерлек поликлиника төҙөлөшө лә тамамланасаҡ.
    Торлаҡ мәсьәләһен уңышлы хәл итеүҙең икенсе миҫалы – «Башҡорт МТС-ы» дәүләт унитар ауыл хужалығы предприятиеһы Ҡырғыҙ-Миәкә ауылында үҙ хеҙмәткәрҙәре өсөн төҙөгән торлаҡ йорттар. Был ике ҡатлы йорттар ОSВ-плиталарҙан йыйыла. Унда башлап өй туйлау бәхетенә эйә буласаҡ биш ғаиләнең барыһы ла – ауылды социаль үҫтереү программаһында ҡатнашыусылар һәм улар фатирҙы дәүләт средстволары иҫәбенә аласаҡ.
    Башҡортостан һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереү мәсьәләләре буйынса республика Советының күсмә ултырышына етди әҙерләнә. Быйыл был сара сиктәрендә республиканың көньяҡ-көнбайышында медицина учреждениелары төҙөлә һәм реконструкциялана.
    Миәкә районының Ҡырғыҙ-Миәкә ауылында Мортаза Рәхимов үҙәк район дауаханаһының 50 койкаға иҫәпләнгән дауалау корпусы төҙөлөшөн ҡараны. Уның дөйөм майҙаны – биш мең квадрат метр, бында хирургия һәм бала табыу бүлектәре урынлашасаҡ. Объектты августа файҙаланыуға тапшырыу планлаштырыла. Бер үк ваҡытта дауахананың ҡалған корпустарына ла капиталь ремонт үткәрелә.
    Стәрлебаш районының Стәрлебаш ауылында Мортаза Рәхимов үҙәк район дауаханаһы 50 койка-урынлыҡ дауалау корпусының төҙөлөш майҙансығын ҡараны. Бинала хирургия, ҡабул итеү бүлектәре һәм бала табыу йорто урынлашасаҡ. Әле бында биҙәү эштәре бара.
    Республика күсмә медсоветы программаһында тағы бер пункт – Стәрлетамаҡ районының Төрөшлө ауылында 50 койка-урынлыҡ һәм 100 амбулатор ҡабул итерлек яңы дауахана төҙөү. Уның беренсе сираты июндә файҙаланыуға тапшырыласаҡ.
    Һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереү мәсьәләләре буйынса республика Советының күсмә ултырышының пленар ултырышы Стәрлебаш районы үҙәгендә үтәсәк. Ултырышты үткәреү өсөн бында мәҙәниәт йорто реконструкциялана. Объектты тапшырыу өсөнсө кварталға билдәләнгән, әлеге ваҡытта төҙөүселәр бинаны йөҙләү менән шөғөлләнә. Мортаза Ғөбәйҙулла улы мәҙәниәт йортон ҡарап сыҡты. Шулай уҡ ул никах теркәү залы, хатта йәш парҙар бүлмәһенең биҙәлеше менән дә ҡыҙыҡһынды. Мортаза Рәхимовтың фекеренсә, бында барыһы ла матур булырға тейеш. Төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министры Рауил Ибәтуллин уға ике аҙнанан һуң бында тағы килеп, бинаны реконструкциялауҙың нисек дауам ителеүен тикшерергә вәғәҙә итте.
    авторы: Нур | 26 мая 2009 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Рәсми хроника
  • Төҙөлөш йылдам бара
  • Халыҡ һаулығы – иғтибар үҙәгенд&# ...
  • Әҙерлек әүҙем бара
  • Республика Советына әҙерлек тикшерелде
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru