Ашамай тамаҡ туймай, эшләмәй ризыҡ булмай.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Сөннәтләү – кәрәкле ғәмәл
  • Тағы төштәргә ҡайта әйләнеп
  • Тормошҡа ҡарашың ниндәй?
  • Хужабикәгә кәңәш
  • Хәүефһеҙлек – төп бурыс
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө менән! ---
    Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө менән!
    Хөрмәтле республика халҡы!
    Ҡәҙерле дуҫтар!

    Ысын күңелдән һеҙҙе балаларҙың шат тауыштары, күтәренке кәйеф һәм изгелек менән һуғарылған иң күңелле байрамдарҙың береһе – Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө менән ҡотлайым! Ул беҙгә балаларыбыҙҙың тормошо, сәләмәтлеге һәм именлеге өсөн оло яуаплылыҡ тураһында иҫкәртә.
    Һәр яҡлап әсәлек һәм балалыҡты яҡлау республикабыҙҙа дәүләт сәйәсәтенең иң мөһим йүнәлештәренең береһе булып тора. Беҙҙә «Башҡортостан Республикаһы балалары» Президент программаһы, балаларҙың һаулығын һаҡлауға, күп балалы, инвалид бала тәрбиәләүсе ғаиләләргә матди ярҙам, ауыр хәлгә юлыҡҡан ғаиләләргә адреслы ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелгән тиҫтәләгән республика һәм муниципаль программа тормошҡа ашырыла.
    Республиканың йәш вәкилдәре сәләмәт һәм белемле булып үҫһен өсөн яңы мәктәптәр һәм балалар баҡсалары, заманса физкультура-һауыҡтырыу комплекстары һәм башҡа спорт ҡоролмалары төҙөлә. Балаларҙы ижади яҡтан үҫтереү өсөн төрлө конкурстар үткәрелә, премиялар һәм гранттар тапшырыла. Һәр йәй бөтә уҡыусыларға ла тиерлек шифаханаларҙа, профилакторийҙарҙа һәм йәйге лагерҙарҙа ял итеү һәм сәләмәтлеген нығытыу мөмкинлеге тыуҙырыла. Етем балаларҙы һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы социаль яҡлауға ҙур иғтибар бирелә.
    Ошо иҫтәлекле көндә балалар иғтибар һәм хәстәрлек үҙәгендә булып, тулыһынса үҙҙәренең ижади һәм интеллектуаль һәләтен тормошҡа ашыра алған коллективтарҙағы барлыҡ ололарға, атай-әсәйҙәргә, олатай-өләсәйҙәргә оло рәхмәтемде белдерәм. Һөйөү һәм ғаилә йылыһы биреп, балаларға дәүләт ярҙамы күрһәтеп, уларҙың тормошо, белем һәм тәрбиә алыуы өсөн шарттар тыуҙырып, улар оло быуындың данлы традицияларын лайыҡлы дауам итеүсе яҡшы кешеләр, тыуған Башҡортостаныбыҙҙың һәм бөтә Рәсәйҙең ысын патриоттары булып үҫер, тип ышанабыҙ.

    Башҡортостан Республикаһы Президенты
    М. РӘХИМОВ.
    авторы: Нур | 30 мая 2009 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Балаларҙы күңелле ял көтә
  • Хөрмәтле мәғариф хеҙмәткәрҙ ...
  • Хөрмәтле Башҡортостан Республикаһында Йәшт ...
  • Өфөлә 25 ғаилә фатирлы булды
  • Мохтаждарҙы hөйөндөрөп
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru