Күпкә китһә, сүпкә китә.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Башҡорт театрының мәшһүр ҡыҙы
  • Эш солтаны
  • Әсәй, өйрәт әле!
  • Сыңғыр
  • Ике тапҡыр донъя чемпионы Александр Радулов Өфөлә уйнауына бик шат
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Ағас күрке – япраҡ, тиһәләр, урман күрке – мышылар... ---
    Урмандарыбыҙҙы был хайуандарһыҙ күҙ алдына ла килтерә алмайбыҙ. Хәтеремдә, атай менән утынға барғайныҡ. Тракторҙы һүндереп, кабинанан төшөүебеҙ булды, ағастар шатыр-шотор килгәнгә ҡотобоҙ осоп, кире техникаға һыйындыҡ. Ни булыр икән? Баҡһаң, беҙҙән 3 – 4 метр ғына алыҫлыҡта өс мышы үтеп бара: алда эре мөгөҙөн тырпайтҡан үгеҙ – ата мышы, уртала бәләкәй генә быҙауы, артта – инәһе. Беҙ уларҙың биләмәһенә ингәнбеҙ, имеш, тыныслыҡтарын боҙғанбыҙ. Бала саҡ булғанғамы, ҡурҡыуын да ҡурҡҡанмындыр инде, уныһы хәтерҙә ҡалмаған, ә бына һоҡланып ҡарап тороуыбыҙ бөгөнгөләй хәтерҙә. Ҡайһылай матур ине улар!
    Мышылар – урман хайуандары араһында иң ҙурҙары. Оло үгеҙенең оҙонлоғо – 300, елкәһенән алып иҫәпләгәндә, буйы – 235 сантиметрға, ауырлығы 580 – 600 килограмға етә. Боландар төркөмөнә ингән хайуандар араһында улар үҙҙәренең оҙон аяҡлы, киң күкрәкле, ҙур, ауыр башлы булыуы менән айырылып тора. Муйыны аҫтында 25 – 40 cантиметрға етеүсе «алҡа»һы ла бар. Төҫтәре – ҡараһыу һоро. Үгеҙ мышының бар матурлығы мөгөҙөндәлер. Мөгөҙ – уның көс-ғәйрәте ташып тороуы билдәһе. Мөгөҙ төрлөсә булырға мөмкин. Ләкин беҙ ҙур, «көрәк»леһенә күнеккәнбеҙ, һәр хәлдә, шулай күрге килә. «Көрәк» ике яҡҡа тармаҡлана ла, бәләкәй-бәләкәй «тармаҡ»тар (хатта 18-гә етә) ебәрә.
    Мышы Ер шарының күп өлөшөндә таралған. Хатта Евразия һәм Төньяҡ Американың төньяҡ урмандарына тиклем бар. Ләкин ул Европала һан яғынан бик ныҡ кәмей. Шулай ҙа уларҙы һаҡлау саралары һөҙөмтәһеҙ ҡалмай. Бының өсөн тәүҙә иҫәпкә алалар, урмандарҙы йәшәртәләр (оло ағастарҙы ҡырҡалар) һ. б. Мышы үҙе генә лә 6 – 7 төргә бүленә. Ғәҙәттә, ҙурлығына, төҫөнә ҡарап бүлеп йөрөтәләр. Мәҫәлән, иң ҙурҙары – Америка, һуңынан Көнсығыш Себер төркөмдәре һанала, иң бәләкәйҙәре – Уссурийҙағылар.
    Мышы үҙенә күрә әрһеҙ, аҙыҡҡа талымһыҙ хайуан. Ҡайһы бер кешеләр уларҙы йәш ағастарҙы бөтөрөүсе «зарарлы» хайуан тип һанай. Уйлап ҡараһаң, был, ысынлап та, шулай төҫлө: оло мышы йәйен көнөнә 35 килограмғаса, ҡышын 12 – 15 кг аҙыҡ ашай. Йылына бөтәһе ете тонна аҙыҡ китһә, шуларҙың дүрт тоннаһы – йәш ағас үҫентеләре, 1,5 тоннаһы – ағас япраҡтары, 700 кг ҡайыры, шул тиклем үк ҡыуаҡ һәм үлән иҫәпләнә. Ләкин асылда урман хужалығына килтергән «зыяндары» күп осраҡта арттырып күрһәтелә.
    Боландарҙан айырмалы рәүештә, «мөхәббәт уйындары» ваҡытында үгеҙҙәр әллә нисә инәнән торған «гарем» йыймай. Күпселектә улар берәүҙе генә үҙ итә. Тик махсус фермаларҙа, һунарсылыҡ хужалыҡтарында ғына ҡайһы саҡта был тәртиптең боҙолоуы мөмкин. Фермаларҙа, мәҫәлән, бер үгеҙгә 5 – 6 һыйырҙы иҫәпләп тоталар. Тәбиғи шарттарҙа үгеҙ мышылар араһында инә өсөн һөҙөшөп, тояҡтары менән бәргеләшеп алыу ҙа булғылай.
    Инә мышы 225 – 240 көн быуаҙ йөрөй. Ғәҙәттә, быҙауҙар апрель – май айҙарында донъяға килә. Бер йәки игеҙ быҙау табалар. Тапҡандан һуң аҙнаға яҡын ошо урындан китмәйҙәр. Быҙауҙар аҙнанан һуң яй ғына әсәһе артынан эйәрә. Ошо ваҡыттан уҡ йәш ағас япраҡтарын ҡымтый башлаһалар ҙа, ботаҡтарҙы эйергә, һындырырға тик ай үткәс кенә көстәре етә. Ә бына оҙон аяҡтары үлән ашарға «ҡамасаулай». Шуға ла, бер айлыҡ булғас, үлән ашаған быҙау тубыҡланып йөрөргә мәжбүр. Әсәләре башлыса 3,5 – 4 ай буйы имеҙә. Ләкин ҡабат «мөхәббәт уйыны» уйнамаһалар, ноябрь – декабргәсә лә имеҙергә мөмкиндәр. Инә мышының һөтө һыйырҙыҡына ҡарағанда 3 – 4 тапҡырға ҡуйыраҡ, аҡһымы биш тапҡырға күберәк. Көнөнә быҙау ни бары 1 – 2 литр һөт эсә. Был уға нормаль үҫергә етә. Яңы тыуған быҙау 6 – 16 кг ауырлыҡта булһа, көҙгә иһә 120 – 130 килограмға етә.
    Үгеҙ мышы быҙауҙарының тәүге мөгөҙҙәре бер йылдан һуң барлыҡҡа килә. Июль – авгусҡа улар ҡата, нығына. Ә «көрәк» мөгөҙҙәр тик бишенсе йылына ғына үҫә башлай.
    Мышылар 20 – 25 йыл йәшәй, тип иҫәпләнә. Ләкин тәбиғәт шарттарында улар был йәшкә етә алмай. Яҙын йоҡонан уянған ас айыуҙарҙың, ҡышын иһә бүреләрҙең ҡорбанына әйләнәләр. Бигерәк тә йәш быҙауҙары. Ҡурҡыныс янағанда мышы алғы аяҡтары менән һаҡлана. Ҡулай урын табып, артын ағасҡа йәки ҡаяға терәгәндә, мышы алғы аяҡтары менән бер нисә бүрегә ҡаршы тора ала. Балаларын һаҡлағанда хайуанҡайҙың хатта айыуҙы тибеп үлтергәне билдәле.
    Мышы кешегә тиҙ өйрәнә һәм бик тиҙ һыуына ала. Һуңғы йылдарҙа ҡыштарын ҡала, ауыл ситтәренә үк килеп сығалар. Уларҙы машина, завод тауыштары ла ҡурҡытмай. Машина тигәндән, ҡайһы саҡ ошо ҡурҡмауы үҙҙәрен дә һәләкәткә килтерә, әҙәм балаһының да ғүмеренә ҡурҡыныс менән янай. Был хайуанҡайҙы бер ҡурҡытһаң, ул кешеләргә яҡын килмәй, киреһенсә, әҙәм балаһына ҡарата «нәфрәте» уяныуы мөмкин. Шундай хәлдәр ҙә билдәле, әсәһе йәки атаһының күҙ алдында балаһын атҡандарҙан улар үс тә алғаны бар.
    Мышылар әллә ни ҙур көтөүгә ойошоп, бергә тупланмай. Тик ҡышын ғына күмәкләп тауҙарҙан үҙәндәргә төшөүҙәре, ошо юлды бергә үтеүҙәре билдәле.
    Йәйен улар һыуға инеп торорға ярата, яҡшы йөҙәләр. Оҙон аяҡтары ҡурҡыныс янағанда ҡасырға ла ярҙам итә, ҡарҙа ла бик батып бармайҙар. Көнөнә мышының 20 – 30 километр юл үтеүе мөмкин.
    Төрлө сығанаҡтар буйынса Т. МУСИН әҙерләне.
    авторы: Нур | 23 июня 2009 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Болан һымаҡ елә, тиҙәр, үтә ик&# ...
  • Һылыу ҡыҙҙарҙы «ҡоралай» тиҙ| ...
  • Йыртҡыс, «урман санитары», тотем – барыһын берләштер| ...
  • Рәхмәт һиңә, кеше!
  • Һыйыр – иң ҡурҡыныс хайуан
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru