Артҡа ҡалһаң, тапалырһың.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Йырып сыҡҡыһыҙ түгел!
  • ИСЛАМДА ҘУР ҺӘМ БӘЛӘКӘЙ ГОНАҺ
  • БАЛ МЕНӘН ҠЫМЫҘ
  • Йондоҙнамә 14 - 20 июнь
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Иман ---
    ӘЖӘЛДӘН ГЕНӘ ДАРЫУ ЮҠ
    Бик күп быуаттар буйы ҡара әнистең (ҡырағай әнис, черный тмин) орлоҡтары һәм майы миллионлаған кеше тарафынан халыҡ медицинаһында ҡулланыла. 1959 йылда халыҡ-ара университеттарҙа 200-ҙән ашыу тикшереү үткәреп, ҡара әнистең иҫ киткес файҙалы булыуын асыҡлағандар. Тимәк, был тикшеренеүҙәр үҫемлектең ни тиклем кәрәкле икәнен тағы ла бер тапҡыр раҫлай. Ә бит Мөхәммәт бәйғәмбәр ғәләйһис-сәләм «Ҡара әнис ссамдан (үлемдән) башҡа бөтә ауырыуҙарҙан да дауа» тип 1400 йылдан ашыу элек үк әйткән (»Мөслим»дә һәм «Бохари»ҙа килтерелде).
    Был үҫемлек бигерәк тә Азия, Африка һәм Яҡын Көнсығышта әүҙем тарала. Ҡара әнис хуш еҫле генә түгел, бик күп ауырыуҙан дауа. Ашҡаҙан, йөрәк, күҙ, тын юлдары, астма, бронхит, бауыр, бөйөр, теш, һыуыҡ тейеү, ҡоҫҡо килеү, күрем циклы боҙолоу, нервылар ҡаҡшау кеүек киң таралған сирҙәрҙе уның ярҙамында дауалап була. Ҡара әнисте иң көслө антибиотиктар менән сағыштырып ҡарағандар. Һөҙөмтәлә шул асыҡланған: ҡара әнистең орлоҡтарындағы матдәләр бик күп бактерияға ҡаршы тора ала. Уны ҡулланыу антибиотиктарға ҡарағанда ла файҙалыраҡ.
    Бынан тыш, ҡара әнис – кешенең иммун системаһын нығытыу өсөн тиңе булмаған үҫемлек. Организмды нығытыу маҡсатында ваҡланған орлоҡтарын көнөнә бер тапҡыр ашар алдынан бер балғалаҡ ҡулланыу ҙа етә. Әйткәндәй, был дозаны арттырырға ярамай, йөклө ҡатындарға ҡара әнистең орлоҡтарын да, майын да ҡулланыуҙан тыйылырға кәрәк.
    Мосолмандар ҡара әнисте «Бәйғәмбәр ғәләйһис-сәләмдең үҫемлеге» тип йөрөтә. Ысынлап та, Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм был үҫемлектең майын һәм орлоҡтарын киң ҡулланған, был хаҡта бик күп хәҙистә телгә алына, аныҡ рецептар килтерелә.
    Түбәндә ҡара әнистең орлоҡтары һәм майын ҡулланып әҙерләнгән дарыуҙарҙың рецептары бирелә:

    Йүтәл, астма
    Ҡара әнис майы һәм зәйтүн майы (1/5 нисбәтендә) ҡушылмаһы менән күкрәкте ныҡ итеп ышҡырға. Шулай уҡ ҡара әнис майының парҙарын һуларға тәҡдим ителә. Майҙы бал ҡалағының осона ғына эләктереп алып, тел аҫтында тоторға ла мөмкин.

    Эс китеү
    Бер аш ҡалағы ҡара әнис майын 1 ҡап йогуртҡа һалып бутарға. Килеп сыҡҡан массаны өс көн буйы, көнөнә икешәр тапҡыр эсергә.

    Баш ауыртҡанда
    1. 1 аш ҡалағы тарттырылған ҡара әнис, 1 аш ҡалағы ҡәнәфер орлоғон ҡушып бутарға. Ошо массаны көн һайын ашар алдынан берәр балғалаҡ алып, оҙаҡ ҡына ауыҙҙа тотоп, йоторға.
    2. 1,5 балғалаҡ ҡара әнис майын көнөнә 2 – 3 тапҡыр ҡабул итергә.

    Ревматизм
    Ҡара әнисте зәйтүн майына бутап, ауыртҡан урынды ныҡлап ыуырға.

    Баш әйләнеү
    Ҡара әнис майын сәйгә ҡушып эсергә. Муйындың артҡы яғын, биттең аҫҡы өлөшөн май менән ыуырға.

    Ҡолаҡ һыҙлағанда
    Инфекция эләктергән ваҡытта майҙы ҡолаҡтың эсенә аҙ ғына тамыҙырға.

    Ҡан баҫымы юғары булғанда
    Ҡара әнисте ҡайнар сәйгә һалып эсергә, майы менән тәнде ыуырға.
    Һалҡын тейгәндә
    Ҡайнап торған һыуға 1 аш ҡалағы ҡара әнис майы өҫтәп, быуын һуларға. Йоҡлаған ваҡытта башты ҡаплап ятырға.

    Ашҡаҙан ауырыуҙары
    10 тамсы ҡара әнис майы менән 1 сынаяҡ балды бутарға. Көн һайын иртәнсәк берәр ҡалаҡ ашарға һәм 1 стакан һөт эсергә. 2 ай буйы туҡтамайынса ҡабул итергә кәрәк.

    Ялҡаулыҡ
    10 тамсы ҡара әнис майына бер стакан әфлисун һуты ҡойоп, 10 көн буйы иртән тороу менән эсергә.

    Хәтерҙе
    яҡшыртыу өсөн
    Бөтнөктө ҡайнатып, уға бал һәм 7 тамсы ҡара әнис майы ҡушып бутарға. Был массаны эҫе килеш теләһә ниндәй ваҡытта эсергә мөмкин. Хәтерҙе яҡшыртыу өсөн дауаланғанда сәй һәм ҡәһүә эсеүҙән туҡтап торорға кәрәк.

    Йоҡоһоҙлоҡтан йонсоғанда
    1 балғалаҡ ҡара әнис майы менән балды ҡушып, йоҡлар алдынан ҡабул итергә.

    Теш һыҙлағанда
    Тарттырылған ҡара әнис орлоғо менән зәйтүн майын бутарға һәм һыҙлаған тешкә һөртөргә.
    Шулай уҡ ауыртҡан теште бер нисә тапҡыр ҡара әнис майы менән ыуырға мөмкин.

    Тонзиллит
    2 балғалаҡ ҡара әнис орлоғон һыуҙа ҡайнатып, фильтр аша үткәрергә һәм көнөнә ике тапҡыр тамаҡты ошо төнәтмә менән сайҡатырға.

    Күптәр, ҡара әнистең орлоғо файҙалыраҡмы, әллә майымы, тип баш вата. Ысынында уларҙың икеһе лә файҙалы, әлбиттә, май концентратлыраҡ. Әммә шуныһы – май ҡиммәтерәк, шуға ла орлоҡтарҙы йышыраҡ ҡулланалар. Теләгәндәр майҙы үҙҙәре лә эшләй ала. Ҡара әнис махсус магазиндарҙа, мәсет эргәһендәге кибеттәрҙә һатыла.

    Шаңдау

    Иманлы ла булайыҡ, замандан да ҡалышмайыҡ
    «Йәшлек» гәзитенең һәр һанын көтөп алабыҙ. Уның биттәрендә донъя күргән бер мәҡәлә лә битараф ҡалдырмай. Айырыуса кеше яҙмыштарына бәйлеләре. Был мәҡәләләрҙе беҙ студенттар менән дәрестә уҡып, күтәрелгән проблемалар тураһында фекер алышабыҙ, бәхәс ҡорабыҙ. Проблемаларҙан сығыу юлдарын барлайбыҙ.
    Яңыраҡ баҫмала Әлиә исемле һылыуҙың «Диндарҙарҙың махсус кейеме бармы?» тигән мәҡәләһе донъя күргәйне. Был һорау мине күптән ҡыҙыҡһындыра ине, шуға күрә бер-ике һүҙ яҙып китергә булдым. Ысынлап та, хәҙерге ваҡытта күп кеше – йәше лә, ҡарты ла дин юлына баҫа. Был, әлбиттә, бик ыңғай күренеш. Иман булған ерҙә енәйәтселек һәм башҡа боҙоҡлоҡтар булмаясаҡ.
    Дин юлы хәҙерге заман йәштәрен эскелек, наркомания кеүек афәттәрҙән йолоп алып ҡалырға ярҙам итә. Тәмәке тартыу кеүек насар ғәҙәттәрҙән арындыра. Хәҙерге заман шарттарында был бик яҡшы. Тик ҡайһы саҡ йәштәр был юлға фанаттарса бирелеп китә. Иман юлына баҫып, уҡыуын, эшен ташлаған бер нисә кешене беләм: йәштәштәрем бөтә донъянан ваз кисеп, йәнәһе, үҙҙәрен тулыһынса Алла менән «һөйләшеү»гә, бөтә кешелектең «гонаһтарын ярлыҡауын һорау»ға бағышлаған. Бер танышым шундай көслө рухлы, сая, шаян, тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, гел оптимист булып ҡала белә ине. Ни өсөн, ине, тиеүем, сөнки хәҙер дин юлына баҫҡас, ул кинәт үҙгәрҙе, йомолдо, көнө-төнө мәсеттән сыҡмай. Һуң хәҙерге технологиялар, Интернет заманында, информация дәүерендә мәсеттә бикләнеп, нимәнелер Алланан көтөп ултырыр саҡмы ни инде?! «Элекке» әхирәтемдән илебеҙгә файҙа күберәк булыр ине. Быны мин ышаныслы әйтә алам. Нимәнән килә һуң бындай күренештәр? Йәштәрҙең динде, уны ҡабул итеү шарттарын дөрөҫ аңламауындалыр, тип уйлайым. Быға ниндәйҙер мистика һалырға ярамай. Дин юлына баҫыу бөтә донъянан ваз кисеүҙе, кешеләрҙән айырылыуҙы аңлатмай бит. Был тормоштан йәм табып, уны йәмләп йәшәү зарур. Хәҙерге заманда йәмғиәтебеҙгә алдынғы ҡарашлы, рухлы, заман менән бергә атлаған йәштәр айырыуса кәрәк.
    Кейемгә килгәндә, Рәсүлебеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм: «Аллаһы Тәғәлә бәлиғы булған япмаһыҙ ҡатын-ҡыҙҙың намаҙын ҡабул итмәй», – тип әйткән. Йәғни Аллаһы Тәғәлә бәлиғы булған япмаһыҙ ҡатын-ҡыҙҙың намаҙын бөтә кәүҙәһен (муйынын һәм башын, шулай уҡ бәкәлдәренә ҡәҙәре аяҡтарын) ҡаплап торған оҙон кейем кейгән осраҡта ғына ҡабул итә. Шул уҡ ваҡытта, кейем тәнгә һылашып торорға һәм үтә күренмәле булырға тейеш түгел. Аяҡтарға оҙон ойоҡ йәки ойоҡбаш кейергә мөмкин. Ә беҙҙең милли кейемебеҙ был шарттарға тап килә түгелме һуң? Мәҡәләнең авторы дөрөҫ яҙа, элекке замандарҙа ла башҡорт халҡы динле булған һәм шул уҡ ваҡытта үҙ милли кейемендә йөрөгән. Авторҙың артабанғы һүҙҙәре менән дә килешмәй булмай: «Һәр халыҡтың милли костюмының меңәр йыллыҡ тарихы бар. Һәр халыҡтың үҙе йәшәгән тәбиғәт, хужалыҡ талаптарын, йәшәү рәүешен, эш ҡоралдарын, холҡон һәм башҡаларын иҫәпкә алып тегелгән кейемендә халыҡтың эстетик зауығы, күңел байлығы, холҡо, мәҙәниәте лә сағыла». Ысынлап та, беҙ кейемгә ҡарап ҡына ла милләтте билдәләйбеҙ бит. Беҙҙең милли кейемгә матурлыҡ ҡына түгел, ҙур мәғәнә лә һалынған булған. Кейемгә ҡарап ҡына ла кешенең, айырыуса ҡатын-ҡыҙҙарҙың, йәшен, ғаилә хәлен билдәләгәндәр. Кейем милләтте билдәләүсе төп күрһәткестәрҙең береһелер, тип уйлайым, һәм ул һаҡсыл ҡарашҡа мохтаж. Мәрйәм Бураҡаева ла, ғалимдарҙың, Арҡайым ҡаласығын өйрәнгән саҡта, тап ошо күрһәткескә мөрәжәғәт итеп, уны башҡорт халҡының тарихы менән бәйләүе тураһында яҙа. Әлбиттә, хәҙерге заманда бер кем дә милли кейем кейеп йөрөмәйәсәк, тик заманса кейемдәрҙә тарихи, этник элементтарҙы файҙаланып була бит. Быйылғы «Евро – Өфө – Азия – 2009» йәштәр мода форумында бының башланғысы булыуын уҡып ҡыуанғайныҡ. Университетта уҡыған саҡта уҡытыусыбыҙ Гөлсәсәк Дәүләтбай ҡыҙы Ибраһимованың сәсенә сулпылар тағып, милли орнаментлы, үҙенсәлекле кейемдә килеүенә һоҡланып ҡарап ултырыуыбыҙ хәтеремдә. Дәрестәрҙә студенттар менән заманса кейемгә этник элементтар өҫтәп ҡарайбыҙ – матур ҙа, зауыҡлы ла килеп сыға. Фантазияның иге-сиге юҡ!
    Һүҙемдең аҙағында йәштәрҙе саяраҡ, уяуыраҡ булырға, бәхет-уңыштарҙы Хоҙайҙан көтөп ултырмай, тырышып эшләргә, шул уҡ ваҡытта иманлы булып ҡалырға саҡырам. Һәм халҡыбыҙҙың ҡомартҡыларына һаҡсыл ҡарашта булырға кәрәк. Юғиһә бер ваҡыт үҙебеҙҙең милли кейем тураһында китаптан ғына уҡып белергә ҡалмаһын.
    Г. СӘМЕРХАНОВА.

    МӘҺӘР

    Аллаһы Тәғәлә Ҡөрьәндә: «Ҡатынығыҙға мәһәр бирегеҙ», – тип әйткән (»Ан-Ниса», 4-се сүрә, 4-се аят).
    Мәһәрҙең ниндәй ҙә булһа мөлкәт булыуы мөмкин (аҡса, кейем-һалым, фатир һәм башҡалар), шулай уҡ мәһәр итеп белем алыу мөмкинлеге бирергә йәки һөнәргә уҡытырға ла була. Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм: «Мәһәр бирегеҙ, тимер балдаҡ булһа ла ярай», – тип әйткән (»Бохари»ҙа килтерелә).
    Шулай уҡ Аллаһы Тәғәлә мәһәрҙе «бүләк» тип тә атаған. Сөнки ул ҡатын-ҡыҙға кире һорамау шартында бирелә. Никахтан һуң ирҙең ҡатыны менән күңел асыуға мөмкинлеге асыла, был хаҡта Ҡөрьәндә яҙылған (»Никахта күңел асыуға хоҡуҡлыһығыҙ, шуның өсөн уларға мәһәр бирегеҙ»).
    Мәһәр хаҡында мотлаҡ алдан килешергә кәрәк, хатта был бүләк бәләкәй генә булған хәлдә лә. Әммә никах ваҡытында мәһәр хаҡында бер генә һүҙ ҙә әйтелмәһә лә, никах дөрөҫ уҡылған тип һанала. Мәһәрҙең күләмен ике яҡ бергәләп хәл итә. Ә инде егет менән ҡыҙ уның хаҡын бер ҙә килешә алмай икән, мәһәрҙең күпме булырға тейешлеген никах уҡыусы мулла, имам да билдәләй ала. Никах уҡыусы өйләнешкән кешеләрҙең ҡайҙа йәшәүен, нимә менән шөғөлләнеүен, аҡсалымы-юҡмы икәнлеген күҙ уңында тоторға тейеш. Мәҫәлән, ниндәйҙер бер илдә ҡыҙға мәһәр итеп үҙенең ауырлығы тиклем алтын бирелә икән, Рәсәйҙә бындай хәлдең булыуы бик шикле һәм кәрәге лә юҡ төҫлө. Мәһәрҙең никахтан алда бирелеүе мотлаҡ түгел, шулай ҙа ваҡытын алдан килешеп ҡуйыу яҡшыраҡ.
    Әгәр никах уҡылған, егет менән ҡыҙ ир менән ҡатын кеүек йәшәй башлаған икән, кейәүгә сыҡҡан ҡыҙ, үҙенең белемен, матурлығын, аҡылын, уңғанлығын йә берәй етешһеҙлеген күҙ уңында тотоп, мәһәр һорай ала. Мәҫәлән, бер туған апайың йәки ағайыңдың ҡатыны алған тиклем мәһәр һорау урынлы һанала.
    Мәһәрҙең күләме, биреү ваҡыты бер генә тапҡыр билдәләнә һәм үҙгәрергә тейеш түгел. Тағы ла шуныһы: ул ҡыҙҙың үҙенә бирелә, был ата-әсәгә түләнгән ҡалым түгел. Ҡыҙ үҙенә бирелгән мәһәрҙе артабан да ғаиләлә, хужалыҡ алып барыуҙа ҡулланмаҫҡа, нисек теләй – шулай тотонорға хоҡуҡлы.
    Әлбиттә, мәһәр түләнмәгән осраҡта ҡыҙ никахтан һуң да ире менән енси мөнәсәбәттәргә инеүҙән баш тарта ала, уның быға хоҡуғы бар. Был мәһәр биреүҙең ваҡыты һуңғараҡ тип билдәләнмәгән осраҡҡа ҡағыла.
    Донъяла ниҙәр генә булмай – әгәр егет менән ҡыҙ бергә йәшәй башлағанға тиклем үк айырылһа, егет мәһәрҙең яртыһын кире һорарға хоҡуҡлы. Был хаҡта Ҡөрьәндә аныҡ әйтелгән: «Өйләнгәнһегеҙ һәм енси мөнәсәбәткә ингәнгә тиклем айырылғанһығыҙ икән, мәһәрҙең яртыһын бирергә тейешһегеҙ» (2-се сүрә, «Әл-Баҡара», 237-се аят).
    Шулай ҙа мәһәрҙе ҡыҙҙың хаҡы тип ҡабул итеүселәр менән килешергә ярамай. Ул никахҡа ингән ҡыҙҙың күңелен күреү, бәхетле итеү, артабан да ғаиләлә гармония булһын өсөн бик тә кәрәк. Ҡыҙ ҙа артыҡ ҡомһоҙ булмаһын, аҡыллы, оялсан булыу үҙеңдең баһаңды белмәү тигәнде аңлатмай. Һәр хәлдә буласаҡ иреңде мәһәр өсөн бурысҡа батырыу йәки артабан кәрәк-яраҡ өсөн тотонорлоҡ аҡсаһыҙ ҡалдырыуҙың да мәғәнәһе юҡ.
    авторы: Нур | 23 июня 2009 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Шәхси хужалыҡ
  • ИРӘҮӘН БАРҘА ИР ҮЛМӘҪ
  • Телеңде йоторлоҡ
  • Банкаларҙа – йәйҙең бар тәме
  • Алтай ҡунағы – Башҡортостан ерендә
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru