Иң элек уйла, унан эшлә.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Интернет аша ла конференция үткәрергә мөмкин
  • Эсергәме-эсмәҫкәме – үәт мәсьәлә!
  • “Аманат”тың өлкәндәргә аманаты
  • АУЫЛЫБЫҘҒА ИМАН КИЛТЕРҘЕ
  • [b]Орлоҡ һалығыҙ, тип көтә ер[/b]
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Йондоҙнамә ---
    Ылаҡ (22.12 – 20.01)
    Аҙна башы бик өмөтлө булырға оҡшай. Ең һыҙғанып теләһә ниндәй эшкә тотона алаһығыҙ. Шәхси эштәргә ваҡыт етмәүе лә бар. Кемдеңдер һеҙгә үпкәләүе лә ихтимал. Ярҙам һорарға оялмағыҙ.

    Һыуғояр (21.01 – 19.02)
    Күңелегеҙ тыныс булыр. Тормоштан ҡәнәғәтлек кисерерһегеҙ, моғайын. Шаршамбыла һәм кесе йомала ваҡытығыҙ наҡыҫайыр. Шаршамбынан һуң ғына еңеллек килер. Осор аҙағында ҡулығыҙға аҡса инер.

    Балыҡ (20.02 – 20.03)
    Был аҙна уңышлыраҡ көтөлә. Үҙ көсөгөҙгә ышанысығыҙ артыр. Шишәмбелә генә эш буйынса кеше менән аралашыуҙа дәғүәләр килеп сығыуы бар. Ял көндәрендә кәрәкмәгән әйберҙәрҙән ҡотола алырһығыҙ.

    Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
    Бик әүҙем эш итерһегеҙ. Кәрәкле бәйләнештәр булдырыуы һис ауыр булмаҫ. Аҙна аҙағындағы сығымдар матди хәлегеҙҙе һиҙелерлек насарайтыр, моғайын. Һаулығығыҙға иғтибарлыраҡ булығыҙ.

    Буға (21.04 – 21.05)
    Был аҙнала иҫтә ҡалырлыҡ ваҡиғалар булыр. Шаршамбылағы хәл элекке таныштарҙы эҙләргә мәжбүр итер. Кесе йомала һәр тәҡдим менән ризалашырға ашыҡмауығыҙ дөрөҫөрәк.

    Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
    Шишәмбенең ҡытыршылыҡтарҙан башланып китеүе ихтимал. Араларҙы боҙмаҫ өсөн кешеләргә ҡарата үтә иғтибарлы булыуығыҙ хәйерле. Йомала тулыһынса ниндәйҙер матди мәсьәлә менән шөғөлләнерһегеҙ.

    Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
    Һеҙҙең тирәләге хәлдәр эштәрегеҙгә булышлыҡ итәсәк. Коллегаларығыҙ, етәкселәр менән еңел аңлашырһығыҙ. Аҙна аҙағында сығымдарығыҙға ҡарата иғтибарлыраҡ булығыҙ.

    Арыҫлан (24.07 – 23.08)
    Осор башы бик мәшәҡәтле көтөлә. Шаршамбы, кесе йома мотлаҡ уңыштар килтерәсәк. Үҙегеҙҙең ойоштороу һәләтен дә күрһәтергә яй сығыр. Ял көндәрендә ниндәйҙер иҫке-моҫҡо менән булышырһығыҙ кеүек.

    Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
    Был арала шәхси мөнәсәбәттәр алғы планға сығыр. Шулай ҙа шишәмбе һәм шаршамбыла кешеләр менән аңлашыу ауырайыр. Башҡа көндәрҙә яңы дуҫтар табыу әллә ни ҡыйынлыҡ тыуҙырмаҫ.

    Үлсәү (24.09 – 23.10)
    Ваҡытында тамамланмаған эштәрегеҙ һәр ваҡыт иҫегеҙгә төшөп торор. Был арала мөмкин тиклем иҫке бәйләнештәрҙән, әйберҙәрҙән арынырға тырышығыҙ. Тормошоғоҙҙоң ыңғай яҡҡа үҙгәреүен бик тиҙ күрерһегеҙ.

    Саян (24.10 – 22.11)
    Күптән көткән үҙгәрештәргә әҙерлекте дауам итерһегеҙ. Һеҙгә ҡағылышлы йәмәғәт эшендә лә мөһим ваҡиғалар булыуы мөмкин. Артынан оҙаҡ йөрөгән етди ҡағыҙ ҡулығыҙға килеп эләгер.

    Уҡсы (23.11 – 21.12)
    Аҡсағыҙ күҙгә күренеп күбәйер, ләкин сығымдарығыҙ ҙа артыр, моғайын. Шаршамбы – кесе йомала бик күптән күрмәгән кешене осратыуығыҙ ихтимал. Осрашыу һеҙҙең өсөн ҡыуаныслы булыр.
    Өмөтбай.
    авторы: Нур | 25 июня 2009 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Йондоҙнамә
  • Йондоҙнамә
  • Йондоҙнамә
  • Йондоҙнамә
  • Йондоҙнамә
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru