Кемдең эш көнө күп, шуның ҡулы мул.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • [b]Афарин, Иршат![/b]
  • Ҡәҙерле дуҫтар!
  • ХӘҘИСТӘР
  • Бөрйәндең күренекле зыялыһы
  • Харамдан тыйыла беләбеҙме?
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Ауыл хужалығын үҫтереү стратегияһы дөрөҫ һайланған ---
    Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов исеменә Францияның «Грегуар Бессон» ауыл хужалығы техникаһы етештереү компанияһы президенты Патрик Бессондан хат килде.
    Ул Өфөгә сәфәре ваҡытында күрһәтелгән ҡунаҡсыллыҡ өсөн рәхмәт белдергән. Хатта: «Хөрмәтле Президент әфәнде! Башҡортостанға сәфәрем барышында мин «Ергән МТС-ы» производство базаһы кеүек ауыл хужалығын үҫтереүгә йүнәлтелгән структураларҙың һәм ойошмаларҙың булыуына иғтибар иттем. Был ауыл хужалығын үҫтереүҙә һайланған стратегияның дөрөҫлөгө, өлгәшелгән юғары һөҙөмтәләр хаҡында һөйләй.
    Мин Һеҙгә Башҡортостан Республикаһы менән һоҡланыуымды белдерәм.
    Киләсәктә үҙ-ара уңышлы хеҙмәттәшлеккә өмөт итәм, Һеҙгә ҡарата тәрән ихтирамымды ҡабул итегеҙ», – тиелә.

    Иғтибар үҙәгендә – әғариф һәм һаулыҡ һаҡлау учреждениелары
    Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов 27 июндә республиканың төньяҡ-көнсығыш райондарына эш сәфәре менән сыҡты.
    Төбәк башлығы Салауат, Ҡыйғы һәм Балаҡатай райондарының социаль-иҡтисади хәле менән танышты, ҡайһы бер социаль объекттарҙы асыу тантанаһында ҡатнашты.
    Салауат районының Мөрсәлим ауылында капиталь ремонттан һуң участка дауаханаһы асылды. Капиталь ремонтҡа 17 миллион һум самаһы аҡса бүленде. Дауалау учреждениеһының стена конструкциялары көсәйтелде, йылытыу, вентиляция, электр яҡтыртыу, һыу үткәргес һәм канализация ҡайтанан эшләнде, янғын сигнализацияһы, телефон элемтәһе үткәрелде.
    Президент ауыл халҡын был мөһим ваҡиға менән ҡотланы, төҙөүселәргә һәм кәрәкле социаль объектты капиталь ремонтлауҙа әүҙем ҡатнашыусыларҙың барыһына ла рәхмәт белдерҙе.
    Бында республика башлығы урта дөйөм белем биреү мәктәбенә төкәтмә төҙөү барышы менән дә танышты.
    Мортаза Рәхимов Ҡыйғы районы үҙәге – Үрге Ҡыйғы ауылында үҙәк район дауаханаһының хирургия корпусының яңы бинаһын асыу тантанаһында ҡатнашты. Яңы хирургия корпусында 50 койкалыҡ бала табыу йорто ла урынлашҡан. Дауалау учреждениеһының дөйөм майҙаны 3000 квадрат метрҙан ашыу. Объекттың смета хаҡы 71 миллион һум тәшкил итте. Ҡорамалдар һәм йыһаздар һатып алыуға тағы 13 миллион һумдан ашыу аҡса тотонолдо.
    Ошо уҡ көндө Балаҡатай районының Билән ауылында яңы социаль-мәҙәни үҙәк асылды. Был мөһим ваҡиға менән ауыл халҡын республика Президенты Мортаза Рәхимов ҡотланы.
    Ике ҡатлы бинала 200 урынлыҡ клуб, 160 уҡыусыға иҫәпләнгән мәктәп, хакимиәт, шулай уҡ төрлө түңәрәктәр, уйын һәм артистар өсөн бүлмәләр урынлашҡан. Ошонда уҡ уҡыусылар һәм ауыл халҡы өсөн китапханаға ла урын бүленгән. Үҙәк төҙөлөшөнә 68 миллион һум самаһы аҡса сарыф ителгән. Мәктәптең элекке ике ҡатлы бинаһында инженер системаһын тулыһынса алмаштырып, реконструкция үткәрергә ҡарар ителгән.
    «Башинформ».
    авторы: Нур | 30 июня 2009 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Төҙөйҙәр, эшмәкәрлекте киң& ...
  • Президент сәфәрҙәре
  • Республика медицина кәңәшмәһенә ә ...
  • Халыҡ һаулығы – иғтибар үҙәгенд&# ...
  • Кәңәшмәгә – яңы объекттар, яҡты й ...
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru