Кешене белгең килһә, бер һүҙенә ҡара, бер эшенә ҡара.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Йән тыныслығы – бәхет сығанағы
  • Дәрестә
  • Телефон аша аҡса «эшләгән»
  • Меңәр саҡрымлыҡ юл беренсе аҙымдан башлана
  • Ике тапҡыр донъя чемпионы Александр Радулов Өфөлә уйнауына бик шат
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • «Мин – көслө, ә һин – таһыллы» ---
    Республикабыҙҙың дала райондарынан Ейәнсура районына табан юлланған ҡунаҡтарҙың автобустары тәҙрәләренән тирә-яҡҡа иҫе китеп ҡарап барғанын күҙ алдына килтереүе ҡыйын түгел: иркенлеккә өйрәнгән кешенең күҙҙәре юлдың ике яғынан оҙатып барған тауҙар теҙмәһенә килеп терәлеүе ниндәй хистәр уятҡандыр, әммә мин дала яҡтарында үҙемде яҡланмаған, юғалып ҡалған кеүек тоям. Тау-урмандар бит беҙҙең ауылдарҙы, йорт-ҡураларыбыҙҙы ел-дауылдарҙан, ыжғыр бурандарҙан һаҡлай, шунлыҡтан күңелдә лә һиллек, тыныслыҡ һәм үҙеңде ҡурсаулы итеп һиҙәһең. Хәйер, Борай, Дүртөйлө егет-ҡыҙҙары үҙҙәре үк Ейәнсура тәбиғәтенең уларҙыҡынан ныҡ айырылыуына хайран ҡалған. «Бик матур, йәмле яҡтар икән! – Улар бер һүҙҙән шулай тип яуап бирҙе. – Ә кешеләре! Алсаҡ, ихлас, ҡунаҡсыл! Бик оҡшаны беҙгә бында. Хужаларға рәхмәт әйтеп ҡайтып китәбеҙ инде».
    Эй, ошо ашығыу тигән нәмә журналистарға ғына хастыр ул: һүҙемде башламаҫ борон, ғәфү, аҙағына тотонғанмын. Кемдәрҙең, ҡайҙан, ни өсөн, ҡайҙа барғанлығы тураһында яҙыуҙан башларға кәрәктер.
    «Ергән МТС-ы» Ейәнсура бүлексәһенең «Инәк» бүлексәһендә ойошторолған республика һауынсыларының, замансалаштырып әйткәндә, машина менән һауыу операторҙарының конкурсына Башҡортостаныбыҙҙың 51 районынан 71 үҙ эшенең оҫтаһы йыйылды. Үҙ һауынсылары өсөн янып-көйөргә, шул уҡ ваҡытта судья ролен башҡарыу өсөн һәр райондың әйҙәүсе малсылыҡ белгестәре лә килде. Шунлыҡтан өс турҙан торған конкурста оҫталыҡта көс һынашҡан һауынсыларҙың таяныр үҙ кешеләре булды, тиһәк, бер ҙә арттырыу түгел.
    Ете ят ҡунаҡтарҙы ҡаршылаған хужалар тураһында бер-ике һүҙ: ярты быуаттан ашыу алдынғылығы менән дан алған элекке «Инәк» совхозына, ауыл хужалығында реформалар башланғас, ана тарҡалам, бына таралам, тип торғанда, республика етәкселеге тарафынан ваҡытында хәстәрлек күрелеүе арҡаһында ҡайтанан йән өрөлдө. Исеме үҙгәрһә лә, һаман да малсылыҡ тармағында ал бирмәгән хужалыҡта республика кимәлендә малсылар конкурсы үтеүе үҙе үк уның ныҡлы аяҡҡа баҫып тороуына дәлил. Ә инде был сараның Ҡужабаҡ һөтсөлөк фермаһында үткәрелеүенә бер ҙә ғәжәпләнерлек түгел: элек-электән ул районда ғына түгел, ә республикала дан алған. 25 – 30-ар йыл өҫтәренән һауынсы халатын төшөрмәгән тәжрибәле һәм хөрмәтле Нурия Мәсәғүтова, Миңзәлә Аҙнабаева, Гөлдәр Хәлитовалар – был хужалыҡтың һәм ферманың тарихын яҙыусылар.
    Алыҫ араларҙы яҡынайтып килгән район вәкилдәрен ашатып-эсереп алғандан һуң, Яңы Себенле ауылында төҙөлөп ятҡан малсылыҡ комплексына экскурсияға алып барҙылар. Эйе, бында тамамланып килгән ҙур төҙөлөш күптәрҙең төшөнә генә инерлектер. Киләсәктә бында 1280 баш һыйыр малы аҫраласаҡ. Әле төҙөлгән биналар киләһе айҙан уҡ 750 баш ҡара-сыбар тоҡом һыйырын ҡабул итеүгә әҙерләнә. Барлыҡ төҙөлөш шартына килтереп үтәлгән: контроль-үткәреү пункты, яңы үрсем алыу бүлексәһе, һауын блогы, 320 башҡа иҫәпләнгән быҙау аҙбары, 480 һыйыр өсөн аҙбар (унда һыуы ла, башҡа коммуникациялар ҙа үткәрелгән). Өр-яңы туғыҙ силос соҡоро төҙөлһә, әлеге көндә шуның бишәүһе силос, сенаж менән тултырылған. Бер һүҙ менән әйткәндә, малсылыҡ комплексында ҡышҡа әҙерлек ҡыҙыу бара. Был тиклем эште атҡарырлыҡ аҡса инәктәр ҡулына ҡайҙан килеп ингән икән, тимәгеҙ, һаман да баяғы республика етәкселәре тарафынан хәстәрләнгән маҡсатлы «Һөтсөлөк малсылығын үҫтереү» программаһы буйынса бүленгән ул. Ә аграр университетты һәм урта махсус уҡыу йорттарын тамамлаған йәш белгестәрҙе ауылға ҡайтарыу буйынса күрелгән хәстәрлек буйынса инәктәргә тағы ла ете белгес ҡайта икән. Улар өсөн бында 12 йорт төҙөү һәм башҡа ярҙам ҡаралған.
    Һауынсылар конкурсы Ҡужабаҡ фермаһының йәйге лагерында ойошторолдо. Әҙерлек, әлбиттә, йөҙгә ҡыҙыллыҡ килтерерлек түгел. Ни тиһәң дә, ҡунаҡтар ер аяғы ер башынан саҡырылған бит. Ҡайтып, маҡтап һөйләрлек булды.
    71 машина менән һауыу операторының ярышын ирекһеҙҙән ят мәктәпкә һәм ят синыфҡа килеп дәрес биргән уҡытыусы менән сағыштырҙым. Ысынлап та, ят ерҙә, ят һыйыр һәм ят машина менән эш итеүе – ай-һа-а-ай! Шулай ҙа бирешмәне ауыр эшкә өйрәнгән малсылар, «һә!» тигәнсе башҡарып сыҡты шарттарҙы. Әлбиттә, һөйөнөстәре лә, бер аҙ көйөнөстәре лә булманы түгел. Шуның өсөн дә ярыш бит ул.
    Ауыр эш көнөнән һуң конкурсанттарға ысын ял бирелде: ҡунаҡтар был көндө төн уртаһына тиклем дискотекала булды, тип яҙғанға һауынсыларҙың хәләл ефеттәре икенсе яртыларына берүк дәғүә белдерә күрмәһен – бала-саға түгел бит, ә етди, олпат өлкәндәр өсөн ойошторолдо ял кисәһе.
    Һәм иртәгәһенә һауынсы ҡыҙҙар менән егеттәр, конкурстың тағы ла ике турында үҙ һөнәрҙәре буйынса белем һәм ғәмәли күнекмәләрҙә көс һынашып, еңеүселәрҙең исемдәрен атауҙарын көттө. Шул арала улар өсөн спорт уйындары ойошторолдо. Ә ҡайһы бер ҡунаҡтар үҙ тәьҫораттары менән уртаҡлашты.
    Тәслимә СИРАЕВА, Балаҡатай районы:
    – 21 йыл һауынсы булып эшләйем. Район һауынсылары конкурсында беренсе урынды алғайным, бына бында ебәрҙеләр. Яңы ер-һыу күреп ҡайтам. Был яҡтар бик матур. Йәйге лагерҙарындағы шарттар бигерәк ныҡ оҡшаны – һауын майҙаны асфальтланған, таҙа, һәр ерҙә тәртип.
    Рәмзиә ЗИКРИНА, Бөрйән районы:
    – Минең әсәйем дә ғүмере буйына һауынсы булып эшләгәйне, уға алмашҡа килдем. Бындай кимәлдәге конкурста етенсе тапҡыр ҡатнашам. Былтыр икенсе урынды алғайным. Ярыш бик оҡшаны. Тик бындай сарала еңеү мөһим түгел, ә ҡатнашыу – үҙе бер мәртәбә. Күпме ер-һыу күреп, кешеләр менән танышып, ярыш сәмен татып ҡайтаһың.
    Мәүсирә ИҪӘНДӘҮЛӘТОВА, Баймаҡ районы:
    – 29 йыл һауынсы булып эшләйем – мәктәптән һуң шунда уҡ фермаға комсомол йәштәр бригадаһына эшкә барҙым. Шунан бирле өҙлөкһөҙ эшләһәм дә, ярышта тәүгә ҡатнашыуым. Бик ҡыҙыҡ. Ейәнсуралар матур итеп ҡаршы алды, һыйланы, күңелебеҙҙе күрҙе. Һөнәрҙәштәр менән таныштым, тәжрибә уртаҡлаштыҡ. Беҙгә лә гел генә эшләп йөрөргә тимәгән, батырға ла ял кәрәк, тиҙәр бит.
    Илдар ҠАЗЫХАНОВ, Дүрт-өйлө районының баш ветеринар табибы:
    – Бындай сараларҙа 1994 йылдан бирле ҡатнашып киләм – иҫәбемдәге 12-се конкурс. Конкурстар йыл һайын камиллаша, ә конкурсанттарҙың оҫталығы арта – был ябай күҙгә күренеп тора. Ойоштороу яғынан да тәжрибә туплана бара. Бөтә ҡунаҡтар өсөн дә бик матур итеп бүлмәләр, йоҡо урындары әҙерләгәндәр, аш-һыуҙан өҫтәлдәр һығылып, хужалар үҙҙәре өҙөлөп тора. Ейәнсура бик үҙгәргән, күркәмләнгән. Төҙөлөш йылдам бара икән. Һәр ерҙә – тәртип, таҙалыҡ. Төҙөкләндереү эштәренә мөһим урын биреүҙәре күҙгә ташлана.
    Журналистарға тема аяҡ аҫтында, тигәндәй, ошондай ҙур сараларҙа буласаҡ гәзит геройҙары менән танышып ҡайтаһың. Хөрмәтле жюри конкурсҡа һығымта яһағансы ҡунаҡтар өсөн спорт ярыштары уҙғарылды. Берәүҙәр – шахмат, икенселәр баскетбол уйнаны. Һауынсы егеттәр һәм малсылыҡ белгестәре араһында гер күтәреүҙә ярышыусылар булды. Асҡын районының ветеринар табибы Фәйзуллин герҙе бер ҡуллап ҡына түгел, ә ҡушарлап күтәреп, үҙенең көслө спортсы икәнен күрһәтте. Һөйләшеүҙән баш тартып, беҙҙе үҙҙәренең Ҡубыяҙ ауылына ҡунаҡҡа саҡырҙы:
    – Беҙҙең колхоз гөрләп тора – һеҙгә унда яҙыр тема күп. Шәхси хужалығы менән шөғөл-ләнеүселәр, фермерҙар ҙа бар. Күпләп һауын кәзәһен үрсеткән, ҡымыҙ эшләп һатҡан ғаиләләребеҙ менән ғорурланабыҙ. Халыҡ, йәшәйем, тип тырышып ята. Килегеҙ беҙгә! – тип ҡабатланы ул.
    Эйе, килербеҙ, Алла бойорһа, күрербеҙ, яҙырбыҙ, данығыҙҙы бөтә республикаға танытырбыҙ. Эшләгәндәрҙе беҙ ҙә яратабыҙ ул. Ә Ейәнсураның данын күтәргән ҡунаҡтарҙың үҙҙәренә дан. Бына улар – еңеүселәр: Надежда Кирилова (Стәрлетамаҡ районы), Валентин Николаев (Дәүләкән районы), Лилия Йосопова (Ауырғазы районы). Уларға беренсе дәрәжә дипломдар һәм аҡсалата премиялар тапшырылды. Икенсе һәм өсөнсө урындарҙы яулаусыларға ла шундай уҡ бүләктәр ҡаралғайны. «Машина менән һауыу операторы булып оҙаҡ йылдар эшләгәне өсөн» номинацияһында – Миңзифа Байбахтина (Йылайыр районы), «Ярыштың иң йәш ҡатнашыусыһы» номинацияһында Рәмил Ғиззәтуллин (Кушнаренко районы) һәм Екатерина Кирякова (Дыуан районы) еңде.
    Рәшиҙә МӘХИЙӘНОВА.
    авторы: Нур | 30 июня 2009 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Рәсәйҙә асылған һәр бишенсе м ...
  • Йылҡысылыҡ – өҫтөнлөклө йүн ...
  • «Һыйыр һауыу – ирҙәр эше түгел, тиһ ...
  • Мәғариф күгендә йондоҙҙар ҡабынды
  • Тәжрибә уртаҡлашыусы
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru