Ҡабалан эшкә аҡыл эйәрмәй.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Серле платина һәм мөғжизәле терегөмөш
  • Енәйәт һәм яза
  • Йондоҙнамә
  • [b]«Бөтә мәктәп менән – «Йәшлек»кә!» конкурсы тамам[/b]
  • Дайджест
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • ҠӘҘЕР КИСЕ ---
    Рамаҙан айының 27-се тәүлегендә мосолмандар Ҡәҙер кисен билдәләй. Был төндә Ергә бик күп фәрештә төшөп, изге ғәмәлдәр башҡара, ә Хоҙай Тәғәлә үҙенең ҡолдарының доғаларына, үҙ-үҙҙәрен тотоштарына, теләгән теләктәренә ҡарап, артабанғы яҙмыштарҙы билдәләй. Был кис тиҙҙән Рамаҙан айының бөтәсәге хаҡында ла һөйләй. Ҡәҙер төнөн изгелектә, иманлы итеп үткәргән кешенең бөтә гонаһтары ла юйыла, ғәфү ителә. Тап ошо төндә Ҡөрьәндең тәүге өҙөктәре төшөрөлә башлаған.
    Ҡәҙер кисе – йылдың иң мөһим кисе. Был хаҡта Хоҙай Тәғәлә айырып әйткән, әлеге төнгә тиң ай ҙа, йыл да юҡ. Ҡәҙер кисе мең айҙан да яҡшыраҡ. Тимәк, был төндә баш-ҡарған эштәр, уҡылған доғалар, Ҡөрьән уҡыу, Хоҙайҙы иҫкә төшөрөү меңләтә яҡшы.
    Рамаҙан айының 20-се көнөнән башлап һуңғы төнгә тиклем Ҡәҙер төнө хаҡында уйлана башларға, төнө буйы Ҡөрьән уҡырға, теләктәр теләргә мөмкин.
    Мөхәммәт бәйғәмбәр ғәләй-һис-сәләмдең Ҡәҙер кисен Рамаҙан айының һуңғы ун төнөндә эҙләүе һәм көтөүе билдәле. Һуңғы ун төндә ул бөтә ғаилә ағзаларын йоҡоһонан уятып, торғоҙоп доға, Ҡөрьән уҡыған. Шулай уҡ ул күпселек ваҡытын мәсеттә үткәргән, йортона ла һирәк ҡайтҡан. Хоҙай Тәғәләнән бөтә мосолман өсөн бәхет, хаҡ юл һораған.
    Был төндә мосолмандар янына фәрештәләр төшә һәм улар беҙҙең яҙмышыбыҙҙы аныҡ билдәләй. Фәрештә-ләрҙең күпме буласағын бер кеше лә белмәй, улар Ер шарына саҡ һыйып йөрөйәсәк тиеүселәр ҙә бар.
    Билдәле булыуынса, Рамаҙан айында шайтандар тимер бы-ғауҙар менән бәйләп ҡуйыла, тимәк, бәндәләр уның ҡотҡоһона бирелмәй, азат була.
    Хаҡ мосолман Ҡәҙер кисенең бөйөклөгөн, ҡиммәтен аңларға тейеш. Ислам дине таралғанға тиклем кешеләр быны белеүҙән мәхрүм булған. Бындай ҙа мөһабәт төн мосолмандар өсөн генә бирелгән, ҡәҙерен белергә кәрәк.
    Ҡәҙер төнө – хәлебеҙҙе яҡшыртыу, ер йөҙөндә йәшәйешебеҙҙе матур һәм лайыҡлы итеп үткәреүгә юл асыу өсөн ҙур мөмкинлек ул. Был төндә яҙмыштарыбыҙ яҙылыуын бөтә күңелебеҙ менән аңлайыҡ, бөтәһе лә бәндәнең үҙенең ҡулында! Хоҙайҙың кешеләрҙе ярлыҡауы билдәле, әлеге кистә был донъяла ла, әхирәттә лә бәхетле булырға теләүселәр өсөн бөтә юлдар ҙа асыла.
    Был төндә йөрәгең менән дә, телең менән дә тәүбәгә килергә, Хоҙайҙан бәхет һорарға кәрәк. Аллаһы Тәғәлә: «Һонолған ҡулдарға бирмәй ҡалмам», – тип юҡҡа ғына әйтмәгән.

    ФИТЫР САҘАҠАҺЫ
    Фитыр саҙаҡаһы Рамаҙан айында бирелә. Мосолман дине белгестәре, саҙаҡаның был төрө айҙың аҙағында бирелергә тейеш, тигән фе-керҙе яҡлай. Бигерәк тә Ураҙа байрамы көнөндә таң менән фитыр саҙаҡа биреү шәп. Был ябай ғына аңлатыла: саҙаҡа ярлыларға бирелә, ярлылар байрам көнөндә хәйер һорап йөрөмәһен, матур итеп байрам итһен өсөн шарттар тыуҙырырға кәрәк.
    Саҙаҡаны биреүҙән бер кем дә азат түгел, ауырыу кеше өсөн дә, яңы тыуған сабый өсөн дә фитыр саҙаҡаһы бирелергә тейеш һәм был саҙаҡаны биреүҙән бер ниндәй шарттар ҙа азат итмәй. Әммә был мөһим эште Ураҙа байрамына тиклем башҡарып ҡуйырға кәрәк. Ураҙа байрамынан һуң бирелгән саҙаҡа фитыр саҙаҡаһы түгел, хәйер генә була. Мөхәммәт бәйғәмбәр ғә-ләйһис-сәләм: «Рамаҙан айында ураҙа тотоу ер менән күк араһында аҫылынып тора һәм фитыр саҙаҡаһын биргәс кенә Аллаһы Тәғәләгә күтәрелә», – тип әйткән.
    Фитыр саҙаҡаһы биргән кеше өсөн дә, йәмәғәтселек өсөн дә файҙалы. Уны биреүсе эстән таҙарына. Нимә генә тиһәң дә, Ер шарында бер ҙә гонаһһыҙ кешеләр юҡтыр.
    Йәмәғәтселеккә файҙа килтереү тураһында айырып әйтергә кәрәк. Фитыр саҙаҡаһын алған кеше биреүсе менән бергә бәхет кисерә, туйып ҡала, саҡ ҡына булһа ла мөлкәтле була. Байрам ваҡытында башҡалар менән тиң табын ҡора, кәмһенмәй.
    Фитыр саҙаҡаһын мөмкинлеге булған, саҡ ҡына булһа ла килем алған бөтә мосолман да бирергә тейеш. Әгәр ғаиләлә бер генә кеше эшләй икән (мәҫәлән, ир), ул ҡатыны, ата-әсәһе, балалары өсөн дә фитыр саҙаҡаһын бирергә бурыслы. Шулай уҡ был саҙаҡаны үҙең ҡарарға бурыслы туғандарыңа биреүҙең дә файҙаһы юҡ, ул ысынлап та аҡсаға мохтажлыҡ кисергән кешегә бирелергә тейеш. Хатта әсә ҡарынында ятҡан сабый өсөн дә фитыр саҙаҡаһы биреүселәр бар, әммә был мотлаҡ түгел, теләйһең икән, бирергә мөмкин. Икенсе кеше өсөн фитыр саҙаҡаһын бирергә теләүсе был ниәте хаҡында хәбәр итергә һәм мотлаҡ ул кешенең ризалығын алырға тейеш.
    Әгәр мосолман ауырыу йәки сәфәрҙә булғанлығы, ҡартлығы буйынса ураҙа тота алмаған икән, ул да шулай уҡ фитыр саҙаҡаһын бирергә тейеш.
    Фитыр саҙаҡаһының Рамаҙан айында яңылыш ҡына башҡарылған гонаһтарҙан арындырыуы билдәле. Әммә был фитыр саҙаҡаһын биреүсе мотлаҡ гонаһлы булырға тейеш тигәнде аңлатмай.
    Хоҙай Тәғәлә кешегә көсө етмәҫлек бурыстар ҡуймай, шуға ла фитыр саҙаҡаһын бирә алмаусыларҙа бер гонаһ та, бурыс та юҡ.
    Фитыр саҙаҡаһы ярлыларға бирелә, шуға ла уны аҡсалата биреү отошлораҡ булыр. Мохтаждар был аҡсаны үҙҙәренә кәрәгенсә тотона аласаҡ. Ҡайһы бер дин белгестәре, фитыр саҙаҡаһын аҡса менән бирергә ярамай, тип әйтә, әммә күпселек был фекер менән килешмәй. Аҙыҡ менән бирергә лә мөмкин, әммә ул тиҙ боҙола торғандан булмаһын. Саҙаҡа шәкәр йәки тоҙ менән дә бирелергә тейеш түгел. Ни тиһәң дә, былар аҙыҡ булыуҙан бигерәк тәмләткес булараҡ билдәләнә. Кемгәлер саҙаҡа менән биргәнһегеҙ икән, кеше уны бешереп, табынға ҡуйып, ашарлыҡ булһын.
    Беҙҙә саҙаҡаны берәй ҡарт кешегә генә биреп ҡуйыу киң таралған, әммә был бер ҙә дөрөҫ түгел, саҙаҡа алған ҡарт кешенең дә аҡсаға мохтаж булыуы мотлаҡ. Фитыр саҙаҡаһын үҙең таҙарыныу, мотлаҡ үтәлергә тейешле эште башҡарыу өсөн генә түгел, ә кемгәлер ярҙам итеү өсөн дә бирәләр.
    Мосолман фитыр саҙаҡаһын Ураҙа байрамын ҡаршылаясаҡ урында бирергә тейеш, саҙаҡаны ситкә ебәреү был урында бер генә ярлы кеше лә булмағанда ғына мәғәнәле. Әлбиттә, мосолмандар саҙаҡаны мосолманға бирә. Кемдер берәү урамда, баҙарҙа хәйер һорап торһа, уға фитыр саҙаҡаһын бирергә мөмкин, әммә был кешенең мосолман икәнлеген белеү мотлаҡ. Шулай ҙа хәйер, саҙаҡа биреү өсөн лайыҡлы мосолман-дарҙы эҙләү отошлораҡ. Әгәр һеҙ бер кешегә фитыр саҙаҡаһын биргәнһегеҙ, ә һуңынан ғына уның мосолман түгеллеген белгәнһегеҙ икән, гонаһ һеҙҙә түгел. Хоҙай Тәғәлә кешене эшенә түгел, ниәтенә ҡарап баһалай.
    Фитыр саҙаҡаһы бер кеше өсөн 2,4 килограмм бойҙай хаҡы тип билдәләнә.
    Диндән яҙғандар, кафырҙар фитыр саҙаҡаһын бирергә тейеш түгел. Һәр хәлдә, бындай категорияға ҡарағандар саҙаҡа бирергә тейеш тип бер генә урында ла яҙылмаған.

    20 сентябрҙә мосолмандар Ураҙа байрамын билдәләй. Был көндө иртән барса халыҡ байрамға мәсеттәргә йыйыласаҡ, көнө буйы туғандары, яҡындары, диндәштәре менән байрам итәсәк.
    Ауырығанда уҡыла торған доға

    «Бисмил-ләһ. Бисмил-ләһ. Бисмил-ләһ.
    Әғүҙү биғиззәтил-ләһи үә ҡудратиһи мин шәрри мә әжидү үә үхәҙиру мин үәжғи һәҙә».

    Мәғәнәһе: «Үҙемә килеп юлыҡҡан яуызлыҡ һәм әрнеүҙәрҙән ҡасып, Аллаһтың бөйөклөгөнә, көс-ҡөҙрәтенә һыйынам».
    Ауыртҡан ергә ҡулды ҡуйып, дин ғалимдары был доғаны ете тапҡыр уҡырға ҡушҡан.
    авторы: Альбина | 12 сентября 2009 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Хуш киләһең, рамаҙан!
  • Мосолман белергә тейеш!
  • ФАРЫЗ ҒӘМӘЛ
  • УРАҘА
  • Күңелдәрҙе иманға, нурға сорнаған ...
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru