Батыр көсө менән, егет эше менән.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • КҮГӘРСЕНДӘР ЭШЛӘЙ ҘӘ, БАЙРАМ ДА ИТӘ БЕЛӘ
  • Эскелек – боҙоҡлоҡтоң башы
  • МӘРХҮМДЕ ЙЫУЫУ ҠАҒИҘӘЛӘРЕ
  • Баш ҡалала Еңеү эстафетаһы гөрләне
  • Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы менән!
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Янылыктар Башҡортостан
    Эш сәфәре

    24 – 25 апрелдә БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев эш сәфәре барышында республика райондарындағы эштәрҙең тормошҡа ашырылыуы, бигерәк тә, яҙғы сәсеү эштәренең барышы менән танышты.
    Ике көн эсендә Раил Сарбаев Шишмә, Благовар, Бүздәк, Дәүләкән, Әлшәй, Бәләбәй, Йәрмәкәй һәм Туймазы райондарында булды. Хөкүмәт башлығы Дәүләкән районында «Ҡаҙанғол» тәжрибә-етештереү предприятиеһы баҫыуҙарын, һыйыр малын үрсетеү базаһын, нефть сәнәғәте өсөн ҡорамалдар етештергән «Нефтемаш» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтен ҡараны.
    Әлшәйҙә Раил Сарбаев Раевкалағы сөгөлдөр үҫтереү, уны келәткә һалыу һәм һаҡлау шарттары менән танышты, заманса технологияларҙы файҙаланып, 530 гектарҙа шәкәр сөгөлдөрө үҫтергән агрофирма бүлексәләренең береһендә булды.
    Ике көнлөк эш сәфәренә йомғаҡ яһап, БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев, бөгөн төп мәсьәлә – яҙғы баҫыу эштәре, тип билдәләне, бындай сәфәрҙәр даими буласаҡ, уларҙың йомғаҡтары буйынса ҡабул ителгән ҡарарҙар айырым контролдә тотоласаҡ, тине.

    Юшатырҙа һыу һаҡлағыс

    БР Тәбиғәтте файҙаланыу, урман ресурстары һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау министрлығы аукцион үткәрергә ниәтләй.
    Көйөргәҙе районының Аҡһары ауылы эргәһендәге Оло Юшатыр йылғаһында һыу һаҡлағысты төҙөйәсәк ойошма билдәләнәсәк. Был һыу һаҡлағысты төҙөү өсөн республика бюджетынан 453 миллион һум аҡса бүленәсәк, сумманың 66 мең һумы быйыл уҡ бирелә.
    Төҙөүсе ойошма эште июндә башлап, 2010 йылдың декабрендә тамамларға тейеш.
    Һыу һаҡлағысты төҙөү барышында уның тирә-яғын матурлау, тәртипкә килтереү күҙ уңында тотола, унда ағастар ҙа ултыртыласаҡ. Тимәк, яңы һыу һаҡлағыс ял итеү өсөн дә уңайлы урын буласаҡ.

    Студенттар отряды эш башлай

    Советтар Союзы Геройы, атҡаҙанған тимер юлсы Василий Доброреза исемендәге махсус студенттар отряды эш башларға йыйына.
    Был отряд Һамар дәүләт университетының Өфө институты базаһында төҙөлгән. Унда 100 студент тупланған. Әлбиттә, тәүҙә студенттарға пассажирҙар менән нисек эшләргә, тәүге медицина ярҙамы күрһәтергә өйрәтәсәктәр, вагондарҙың ҡорамалдары, төҙөлөшө менән таныштырасаҡтар. Ошо дәрестәрҙән һуң студенттар дөйөм имтихан биреп, поезд электромеханигы һәм вагон оҙатыусы таныҡлығы аласаҡ. Эш хаҡы ла ярайһы – айына 10 мең һумдан ашыу.
    Студент вагон оҙатыусылар хеҙмәтләндергән поездар Мәскәү, Анапа, Адлер, Одесса, Ташкент һәм башҡа ҡалаларға юлланасаҡ.

    «XXI быуат лидерҙары»

    28 – 30 апрелдә Дүртөйлө районында урынлашҡан «Венеция» шифахана-профилакторийында балалар һәм йәштәрҙе туплаған йәмәғәтселек ойошмалары етәкселәренең республика конкурсы үтә.
    «XXI быуат лидеры» тип аталған конкурста республиканың район-ҡалаларында еңеү яулаусылар ҡатнаша. Унда еңеүсе «XXI быуат лидеры» тип аталған Бөтә Рәсәй конкурсында Башҡортостан намыҫын яҡлаясаҡ.

    Йәш композиторҙың ижадына арнала

    12 майҙа Нефтселәр мәҙәниәт һарайында «Аҡ тирмә» клубы Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, композитор Урал Иҙелбаевтың ижадына арналған кисә үткәрә.
    Унда атҡаҙанған бейеү коллективтары, театр һәм филармония артистары сығыш яһаясаҡ.
    Кисә 19 сәғәттә башлана.
    авторы: Нур | 29 апреля 2008 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Раил Сарбаев нефть-газ комплексы предприятиелары ҡеүәтен ...
  • Муниципаль иҡтисадты күтәреү өсөн..
  • Республика мәғариф кәңәшмәһен ...
  • Янылыктар
  • Төньяҡта хәлдәр нисек?
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru