Алдын аяғына ҡарап юрғанын һуҙыр, ялҡау юрғанына ҡарап аяғын һуҙыр.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • [b]Заман менән бергә атлаусы мәктәп[/b]
  • Һәләтле етәксе, тәжрибәле табип
  • Ураҙа ғәйетендә өс көн ял итәбеҙ
  • Меңәр саҡрымлыҡ юл беренсе аҙымдан башлана
  • «Төндә атыр гөл»
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • БАШҠОРТОСТАНДА ЯҢЫ ЗАВОДТАР ТӨҘӨЛӘСӘК Башҡортостан
    Үткән аҙнала Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов эшлекле сәфәр менән Франция, Австрия һәм Венгрияла булып ҡайтты.
    Республика башлығы Башҡортостанда үҙ производстволарын асырға йыйынған сит ил төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тармағы предприятиеларының эше менән танышты.

    Францияның Вожур ҡалаһында Башҡортостан Президенты гипсокартон һәм ҡоро ҡатнашмалар сығарыусы Сен-Гобен фирмаһы заводында булды. 1665 йылдан эшләгән концерндың бүлексәләре бөгөн 50-нән ашыу илдә бар. Мортаза Рәхимов компанияның президенты Жан-Луи Бефф әфәнде менән дә осрашты. Килешеү буйынса, оҙаҡламай Башҡортостанда, Өфө районының Рус Юрмашы ҡасабаһы эргәһендә, гипсокартон етештереү буйынса завод төҙөләсәк. Инвестицияларҙың дөйөм суммаһы 100 миллион евроға төшәсәк. Заводта 120 яңы эш урыны булдырыласаҡ, карьерҙа иһә 80 кешенең эшләүе мөмкин.
    Австрияның баш ҡалаһы Венала Башҡортостан Президенты Ахляйтнер компанияһы башлығы Хельмут Ахляйтнер менән осрашты. Был ғаилә фирмаһы махсус транспорт техникаһы технологиялары һәм производствоһы менән шөғөлләнә. Хельмут Ахляйтнер Мортаза Рәхимовты Башҡортостанды яңы предприятие ойоштороу бизнес-планы менән таныштырҙы. Уртаҡ инвестициялар күләме яҡынса 80 миллион евроға барып баҫасаҡ.
    Будапештта Мортаза Ғөбәйҙулла улы Ласселсбергер халыҡ-ара концернының производство бүлексәләрендә булды. Әлеге ваҡытта концерн, ике яҡлы килешеүгә ярашлы, Өфө районында керамик плитка производствоһы төҙөлөшөн алып бара. Производство 400 белгескә эш бирәсәк.
    Сит ил партнерҙары менән осрашыу ваҡытында Мортаза Рәхимов республикабыҙҙа яңы производстволар булдырыу перспективаһын бик юғары баһаланы.
    – Башҡортостанда төҙөлөш гөрләй, шуға ла төҙөлөш материалдары һәм коммуналь техниканың заманса, юғары технологиялы производстволары беҙгә бик кәрәк. Бының өсөн барыһы ла – сифатлы сеймал да, тәжрибәле эшселәр ҙә, ике яҡтың теләге лә бар, – тип белдерҙе Башҡортостан Президенты сит ил партнерҙарына.
    Башинформ.
    авторы: Нур | 29 апреля 2008 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • В. Путин Башҡортостандың йылытыу миҙгеленә ә ...
  • Торлаҡ төҙөлөшө заманса материалдар ...
  • Лотерея проекттары тормошҡа ашырыласаҡ
  • Беҙҙең вокзал төбәктә иң яҡ ...
  • Кәңәшмәгә – яңы объекттар, яҡты й ...
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru