Башлаған эш - бөткән эш.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • «Төндә атыр гөл»
  • Һөйҙөргән дә, көйҙөргән дә...
  • Республика етәксеһе халыҡ менән онлайн режимында аралашты
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Өфө – Европа ҡалалары иҫәбендә
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Янылыктар Башҡортостан
    Үҙәктә – ауыл хужалығы

    Кисә Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов, рәсми делегация етәксеhе булараҡ, өс көнлөк эш сәфәре менән Израилгә китте.
    Эш визиты барышында агросәнәғәт комплексы өлкәhендә республикабыҙҙың был илдәге партнерҙары менән эшлекле осрашыуҙар үткәреү ҡаралған. Асылда малсылыҡты, ҡошсолоҡ, балыҡсылыҡ хужалығын үҫтереү мәсьәләләре буйынса тәжрибә уртаҡлашыу мәсьәләләре тикшереләсәк.
    Башҡортостан Президентының Рәсәйҙең Израилдәге Fәҙәттән тыш hәм тулы хоҡуҡлы илсеhе Петр Стегний менән осрашыуы ла планлаштырыла.

    Фестиваль дауам итә

    Ошо көндәрҙә Рудольф Нуреев исемендәге XIV Халыҡ-ара балет сәнғәте фестивалендә ҡатнашыусылар Рудольф Нуреевтың Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрындағы мемориалына сәскәләр һалды.
    Кискеһен сараға саҡырылған балет артистары ҡатнашлығында гала-концерт үтте. Бөйөк шәхес исемендәге фестиваль әле тамамланмай: 3 – 5 июндә уны Италияның «Модерн» заманса хореография-балет театры дауам итә.


    Еңеүсегә – компьютер!

    Өфөлә Мәрйәм Солтанова исемендәге мәҙрәсәлә Ҡөрьән сүрәләрен яттан һөйләүселәрҙең конкурсы үтте.
    Унда өс йәштән 16 йәшкә тиклемге балалар ҡатнашты. Төп приз – ноутбук Бәләбәйҙең Приютово ҡасабаһынан Әбдрәхим Шәмсетдиновҡа тапшырылды. Иң күп ҡатнашыусы Учалы ҡалаһы мәсетенән килгәйне. Уның имамы Дамир Әхмәҙиевҡа ла компьютер тапшырылды. Бәйгелә еңеүселәр кеҫә телефондары, аудиоплейерҙар, магнитофон, спорт ҡорамалдары менән дә бүләкләнде. Һуңынан балалар теплоходта сәйәхәт итте.
    Төймәһенә баҫыу ҙа етә

    1 июндән Өфөлә «Граждан – милиция» терминалдары эшләй башланы.
    Был аппараттар ярҙамында ҡаланың һәр кешеһе Эске эштәр идаралығы менән бәйләнешкә телефонһыҙ инә ала. Әлеге көндә ҡаланың 16 урынына күҙәтеү системаһы ҡуйылған. Милицияға мөрәжәғәт итеү өсөн терминалдың төймәhенә баҫыу ҙа етә.


    Алиментыңды түләнеңме?

    Республикала 8 меңгә яҡын атай һәм әсәйҙең алименттар буйынса бурысы бар.
    Быйылғы дүрт айҙа алименттар буйынса 288 енәйәт эше асылып, шуларҙың 176-һы ғәйепләү акты менән судҡа ебәрелгән. Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө алдынан Башҡортостан Республикаһы буйынса Федераль суд приставтары идаралығы, битараф ата-әсәләрҙе яуаплылыҡҡа тарттырыу маҡсаты менән акция ойоштороп, махсус рейдтар уҙғарҙы.
    авторы: Нур | 3 июня 2008 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Янылыктар
  • Һүрелмәһен Рудольф йондоҙо
  • Рәсми хроника
  • Бейеүсенең рухы
  • Балет, балет – хыял осошо!
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru