Ҡул һелтәй, балта саба.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Ике тапҡыр донъя чемпионы Александр Радулов Өфөлә уйнауына бик шат
  • Ниндәй төҫкә буярға?
  • Йондоҙнамә
  • Тиҙ ышаныусан булмағыҙ
  • Йәштәр, һеҙҙе байрам менән!
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • АЙ ҮҪӘҺЕН КӨН ҮҪӘ Башҡортостан
    Бер нисә йыл инде баш ҡаланың бөтә райондарында ла төҙөлөш әүҙем бара. Хәҙер инде бер кемдең дә шиге юҡ – Өфө донъя кимәлендәге ҙур иҡтисади hәм мәҙәни үҙәк булып бара.
    Баш ҡалала торлаҡ төҙөлөшө башлыса, көньяҡ һәм көнбайышҡа табан үҫешәсәк. Тиҙҙән Дим биҫтәһендә, Миловка менән Романовка ауылдары араһында яңы ҙур микрорайон барлыҡҡа киләсәк. Әлегә уның рәсми атамаһы юҡ, шулай ҙа «Тәбиғәт тауышы» тигән исем бирергә ниәтләүҙәре билдәле. Микрорайонды сит ил архитекторҙары әҙерләй. Унда ике миллион ярым квадрат метр торлаҡ төҙөләсәк, шулай уҡ мәктәп, балалар баҡсаһы, сауҙа нөктәләрен төҙөү ҙә ҡаралған. Ҡыҫҡаһы, был микрорайон йәшәргә уңайлы, заманса буласаҡ.
    Әйткәндәй, Дим биҫтәһенә илткән юл буйында ла яңы йорттар, башлыса, таунхаустар һәм социаль торлаҡ ҡалҡып сығасаҡ.
    Нагаево, Жилино, Зинино, Йылҡыбай һәм Федоровка ҡасабалары эргәһендә лә бихисап таунхаус төҙөләсәк. Тиҙҙән Таш кисеүҙә яңы күпер асыласаҡ, тап ул әлеге ҡасабаларҙы Өфө менән туранан-тура тоташтырасаҡ.
    Сипайлово, Өфө шоссеһы, Рәсәй урамдарындағы гараждар, радиовышкаларҙан таҙартылған урындарҙа, «Аҡбуҙат» ип- подромы территорияһында «Глумилино» тип аталған өр-яңы микрорайон үҫеп сығасаҡ. Ә инде Ағиҙел йылғаһы буйында, Софья Перовская, Рабкорҙар, Кавказ урамдары тирәһендә Йүрүҙән ҡасабаһы төҙөлә. Ул киләсәктә баш ҡалаға көньяҡтан килеп ингән яҡтың визит карточкаһы буласаҡ.
    Сауҙа урындары ла иғтибарҙан ситтә ҡалмай. Колхоз баҙарында, «Меркурий» һәм «Меркурий-2» павильондары араһында яңы ит һатыу бүлеге төҙөлә, шулай уҡ ундағы иҫке бинаны һүтеп, урынына заманса бутиктар төҙөп ултыртасаҡтар. Баҙарҙан алыҫ түгел урында ҡунаҡхана төҙөләсәк.
    Шулай уҡ психиатрия дауаханаһы урынында ла торлаҡ кварталы барлыҡҡа киләсәк.
    ЮЛДАР, ЮЛДАР...

    Баш ҡала юлдарындағы тығындар хаҡында күп һөйләргә тура килә. Ярай әле Салауат Юлаев проспекты төҙөлдө, был юл ҡаланы әллә күпме автомашинанан бушатты. Хәҙер был проспектты Черниковкаға тиклем һуҙасаҡтар, ул Бөрө трактына тиклем барып сығасаҡ. Әлбиттә, юл төҙөлөшө әлегә башланмаған, проект ҡағыҙҙа ғына. Шулай ҙа уның тормошҡа ашырына бер кем дә шикләнмәй. Проспект төҙөлөп бөткәс, Өфөнөң бер осонан икенсе осона һанаулы минуттар эсендә барып етеп буласаҡ.
    Галле урамын киңәйтеү кәрәклеге хаҡында ла күп йылдар һөйләнелә. Киләсәктә урам Салауат Юлаев проспектынан башланып, Бессонов урамы, Октябрь проспекты, автовокзал аша Затон яғына тиклем етәсәк. Әйткәндәй, был юл ике ҡатлы буласаҡ. Ҡыҫҡаhы, йылдан-йыл республикабыҙ баш ҡалаhы матураясаҡ, унда йәшәү уңайлыраҡ буласаҡ.
    Л.СОЛТАНОВА.
    авторы: Нур | 12 июня 2008 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Өфөлә заманса биҫтә төҙөл&# ...
  • Сауҙа-йәрминкә комплексы асылды
  • «Асы» шифаханаһының ял зонаһы киңәйә
  • «Һәр ғаиләнең үҙ торлағы бу ...
  • Өфөлә ике ҡатлы гараждар емерелде
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru