Йән биргәнгә йүн биргән.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Ауыл хужалығын үҫтереү стратегияһы дөрөҫ һайланған
  • Уҡыуға түләгән аҡсаны нисек ҡайтарырға?
  • Баш ҡалала Еңеү эстафетаһы гөрләне
  • Һыу буйында балыҡсы
  • Еңде лә, шәфҡәтлелек тә күрһәтте
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Янылыктар Башҡортостан
    Благоварҙа – яңы башлыҡ

    Благовар районы муниципаль районы советы ултырышында муниципаль район башлығын тәғәйенләү тураһында мәсьәлә ҡаралды.
    Конкурс һөҙөмтәләре буйынса Благовар районы муниципаль районы хакимиәте башлығы вазифаһына контракт буйынса Юрий Александрович Каземаслов тәғәйенләнде.

    Таныш булығыҙ – яңы етәксе

    Башҡортостан Президенты Указы менән Айбулат Хәйбуллин БР Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау һәм алкоголле продукцияның әйләнешенә һәм сифатына контроллек итеү буйынса идаралыҡ начальнигы итеп тәғәйенләнде.
    Ул 2006 йылдан әлегә тиклем Башҡортостан Республикаһының иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары булып эшләне.

    Ралли-рейдҡа юл бирегеҙ!

    15 – 16 июндә Башҡортостан территорияһында Санкт-Петербург – Астана – Пекин маршруты буйынса хәрәкәт иткән «Transorientale» ралли-рейдының этабы үтәсәк.
    Унда ҡатнашыусыларҙы Октябрьский, Бәләбәй, Стәрлетамаҡ, Салауат, Мәләүез ҡалалары, Мораҡ, Юлдыбай, Аҡъяр ауылдарында күрергә мөмкин буласаҡ.

    Яңы бүлектәр асыла

    Яңы уҡыу йылында Башҡорт дәүләт аграр университеты яңы һөнәрҙәргә уҡыта башлаясаҡ.
    Тиҙҙән вуз төҙөүселәр әҙерләйәсәк. Ер төҙөлөшө һәм урман хужалығы факультетында абитуриенттарҙан «Сәнәғәт һәм граждандар төҙөлөшө» специальносына документтар ҡабул ителә. Аҙыҡ-түлек технологиялары факультетында «Аҙыҡ-түлек технологияһы» һөнәренә уҡырға мөмкин буласаҡ.

    Тәбиғәткә зыян килмәһен өсөн

    БР Тәбиғәттән файҙаланыу, урман ресурстары һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау министрлығы Көйөргәҙе районының Аҡһары ауылы эргәһендә Ҙур Юшатыр йылғаһында һыу һаҡлағыс төҙөлөшө зонаһында археологик тикшеренеү эштәрен үткәреүгә асыҡ конкурс иғлан итә.
    Был объект 2008 йылға республика адреслы инвестиция программаһына ингән. Белгестәр участкала мәҙәни мираҫ объекттарының (археологик ҡомартҡылар) булыу-булмауын асыҡларға, объекттарҙың торошо буйынса аналитик мәғлүмәт бирергә, күҙ уңында тотолған эштәрҙең мәҙәни мираҫ объекттарына кире йоғонтоһо дәрәжәһен билдәләргә тейеш. Был маҡсатҡа республика бюджетынан 3,312 млн һум аҡса бүленәсәк.

    Мәктәп формаһы кәрәкһә...

    Яңы уҡыу йылына Өфө трикотаж фабрикаһы 16 мең берәмек мәктәп формаһы тегеүгә заказ алған.
    Был үткән йылға ҡарағанда күберәк. Былтыр мәктәп уҡыусылары өсөн 12 мең форма теккәндәр. Заказдар республиканан ғына түгел, Свердловск, Силәбе өлкәләренән һәм башҡа төбәктәрҙән дә килә.

    Электрон авиабилет ярҙамға килә

    Халыҡ-ара «Өфө» аэропорты 5 июндән электрон авиабилеттар системаһын индерҙе.
    Был проектты бойомға ашырыу авиакомпанияға пассажирҙарға Өфө аэропортында ғына түгел, ә рейстың башҡа участкаларында ла теркәлеү үтеү мөмкинлеге бирә. Оҙон маршрут буйынса самолетта осҡандар бер урында ғына юл документын тикшертеп, сәфәрен артабан дауам итә ала.
    Беҙҙең аэропорт – илдә күп ҡулланылышлы «vMUSE» системаһы индерелгән тәүге аэропорт.
    авторы: Нур | 12 июня 2008 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Дүртөйлө районы хакимиәтендә – яңы башл ...
  • Ҡыйғыла – яңы башлыҡ
  • Ҡыйғыла – яңы башлыҡ
  • Тәғәйенләүҙәр
  • Янылыктар
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru