Кем өлгөр - шул алғыр.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • [b]Милләттәштәр, шөкөр, рухлы әле, Күршеләрҙә йәшәп ятһа ла[/b]
  • «Ул һаман да янымда кеүек»
  • Республика етәксеһе халыҡ менән онлайн режимында аралашты
  • Йондоҙнамә
  • Дәрестә
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Янылыктар Башҡортостан
    Спортсылар күберәк булhын!

    Өфө эргәhендәге Тимашево ауылында «Газпромтрансгаз Өфө» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте Авария-тергеҙеү эштәре идаралығының 10 йыллығына арнап төҙөлгән «Батыр» спорт-hауыҡтырыу комплексы сафҡа инде.
    Уны асыу тантанаhында Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов та ҡатнашты.
    Комплекста спорт, аэробика, тренажер залдары, тренерҙар өсөн бүлмәләр бар. Киләсәктә баскетбол, волейбол, фитнес секциялары асыу планлаштырыла.

    Һиндтар заказдары менән ҡыҙыҡhына

    «Өфө моторҙар эшләү производство берекмәhе» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенә Һиндостандан «ХАЛ» тикшеренеүҙәр hәм эҙләнеүҙәр корпорацияhы директоры Агавал әфәнде етәкселегендә авиасәнәғәт өлкәhе белгестәре, хәрбиҙәр hәм фән өлкәhе вәкилдәре килде.
    Уларҙың маҡсаты – Һиндостандың хәрби hауа көстәренең уҡыу-күнекмә самолеты өсөн тәғәйенләнгән АЛ-55И газ турбиналы двигателен сериялы етештереү барышы менән танышыу.


    Афарин, Регина!

    Башҡортостан йүгереүсеhе Регина Рәхимҡолова еңел атлетика буйынса ХХIХ Европа кубогында Рәсәйҙең ҡатын-ҡыҙҙар йыйылма командаhы составында еңеү яуланы.
    Бәйге Францияның Анси ҡалаhында үтте. Рәсәйҙәр 112 очко йыйып, чемпион исеменә лайыҡ булды. Рәхимҡолова өсөнсө урын алып, йыйылма командаға очко килтерҙе.

    Рәхим ит вуздарға!

    20 июндән Башҡортостандың бөтә вуздарында ла документтар ҡабул итеү башланды.
    Быйыл абитуриенттар юғары уҡыу йортона урта белем тураhында аттестат менән берҙәм дәүләт имтиханы тураhында таныҡлыҡ та тапшырырға тейеш.
    Ҡабул итеү имтихандарының төп үҙенсәлеге – уҡырға инергә теләүселәр Рәсәйҙең төрлө вуздарына документын тапшыра, конкурс, ҡабул итеү hөҙөмтәләрен Интернет аша белә ала.
    Быйыл мәктәпте 33 мең уҡыусы тамамлаған.

    Мораҡ дауаханаһына – 80

    Күгәрсен районының Мораҡ район дауаханаһы үҙенең 80 йыллыҡ юбилейын билдәләне.
    Күгәрсендәрҙе ҡотларға БР һаулыҡ һаҡлау министры Андрей Евсюков, күрше райондар дауаханаларының баш табиптары килде.
    Үҙәк дауахана 188 кешегә иҫәпләнгән, поликлиникаһы сменаһына 250 кешене хеҙмәтләндерә. Дауалау учреждениеһында заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған клиник-биохимия лабораторияhы, ҡеүәтле медицина аппаратуралары ла бар.

    Милли батырға арнап

    «Информреклама» нәшриәтендә башҡорт, рус һәм инглиз телдәрендә «Салауат башҡорт фольклорында» тигән йыйынтыҡ донъя күрҙе.
    Баҫма Рәсәй фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты һәм БР Фәндәр академияһы ярҙамында әҙерләнде. Проекттың авторы һәм төҙөүсеһе – билдәле ғалим һәм фольклорсы, филология фәндәре докторы Фәнүзә Нәҙершина. Китапҡа башҡорт халҡының милли батыры тураһында легендалар, риүәйәттәр, йырҙар, эпостар ингән.

    Ялдағы фажиғә

    Хәйбулла районының Новоугория ауылы эргәһендәге тәбиғәт ҡосағына ял итергә барыусыларҙың ялы фажиғәле тамамлана.
    11 кеше ултырған моторлы кәмә боролған ваҡытта түңкәрелә. Өс кеше һәләк була.
    авторы: Нур | 24 июня 2008 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Өс һөйләм менән
  • Ауыл хужалығын үҫтереү стратегияһы дөр ...
  • Республика башлығы Ейәнсурала булды
  • Өс һөйләм менән
  • Кәңәшмәгә – яңы объекттар, яҡты й ...
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru