Йүнһеҙҙе эшкә ҡуш, артынан үҙең төш.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Атың булһа, ил таный
  • Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө менән!
  • Интернет аша ла конференция үткәрергә мөмкин
  • [b]Афарин, Иршат![/b]
  • Ислам беҙҙе изгелеккә илтә
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Һуңғы еңеүегеҙ булмаһын! Башҡортостан
    Республикабыҙҙың талантлы йәш граждандарын йыл һайын тантаналы рәүештә ҡотлау матур йолаға әүерелеп китте. Бынан 13 йыл элек булдырылған Әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендәге Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы төбәгебеҙҙең һәләтле йәштәре өсөн эшләүгә, ижад итеүгә ҙур стимул булып тора. Был премия ла бит республикабыҙ үҫешенә әһәмиәтле өлөш индергән йәш яҙыусыларҙы, рәссамдарҙы, артистарҙы, музыканттарҙы, архитекторҙарҙы һәм режиссерҙарҙы дәртләндереү маҡсатында булдырылған.
    Ошо көндәрҙә Республика йортонда Әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендәге Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһын тапшырыу тантанаһы үтте. Йәш таланттарҙы бүләкләүҙә БР Президенты Мортаза Рәхимов, БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев, уның урынбаҫары, БР мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Илдус Илешев, БР Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе Салауат Сәғитов, ведомство һәм ойошмалар етәкселәре ҡатнашты.
    – Шағир һәм йәмәғәт эшмәкәре Шәйехзада Бабич иҫтәлегенә булдырылған премияның лауреаты тигән юғары дәрәжәне республикабыҙ ижади йәштәренең 55 вәкиле йөрөтә. Башҡортостандың данлы улының эстафетаһын ҡулдарына алып, ышаныслы тотоп барырға һәләтле йәштәребеҙ булыуы ҡыуаныслы.
    Башҡортостандың киләсәге йәштәр ҡулында икәнен беҙ бик яҡшы аңлайбыҙ. Республика етәкселеге талантлы йәштәрҙе иғтибарынан, ярҙамынан ҡалдырмай, уларҙың матди һәм торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға булышлыҡ итә, – тине Раил Сарбаев, лауреаттарҙы тәбрикләп.
    Дәүләт йәштәр премияһына дәғүә итеүселәр һанының йылдан-йыл арта барыуы төбәгебеҙҙә һәләтле йәштәрҙең күп булыуын дәлилләй. Быйыл, мәҫәлән, 15 кеше конкурс комиссияһына документын тапшырған. Шулар араһынан ике кеше һәм бер ижади коллективҡа ғына юғары дәүләт премияһына лайыҡ булыу бәхете йылмайҙы. Улар – Йәшлек гәзитенең әҙәбиәт һәм сәнғәт бүлеге мөдире, шағирә Лариса Абдуллина, Стәрлетамаҡ ҡалаһының 1-се һанлы балалар художество мәктәбе директорының уҡытыу hәм тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары Гүзәл Мөхәмәтйәрова һәм Башкиргражданпроект проект институты хеҙмәткәрҙәре Дмитрий Мавродиев, Тәнзилә Дулатова, Руслан Девятов, Андрей Мануилов, Руслан Йәнбәковтарҙан торған архитекторҙар төркөмө. Гәзитебеҙҙең алмаштырғыһыҙ журналисы, билдәле шағирә, өс шиғри йыйынтыҡ авторы Лариса Абдуллина Еләк тәме шиғырҙар, Уйлыларҙы уйландырып публицистик йыйынтыҡтары өсөн республикабыҙҙа йәштәр өсөн булдырылған иң юғары премияға лайыҡ булды. Хөрмәтле коллегабыҙҙы ошо ҙур уңышы менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ һәм еңеүҙәренең һуңғыһы булмауын теләйбеҙ.
    Лариса Абдуллина: Күктәргә рәхмәтлемен – шиғриәтле яҙмышымды Башҡортостан менән бәйләгәне өсөн! Беҙҙә ең һыҙғанып ижад итеү өсөн бөтә мөмкинлектәр ҙә бар, йәштәр өсөн бар юлдар ҙа асыҡ. Был ҡаҙанышым бер минең генә түгел, ә әсәйемдең, балаларымдың һәм Йәшлек гәзитенең еңеүе, – тип рәхмәт һүҙҙәрен үҙе ижад иткән шиғыр юлдары аша еткерҙе. Аҡ тирмә кейеҙ коллекцияһын ижад иткәне өсөн лауреат булған рәссам Гүзәл Мөхәмәтйәрова был еңеүенең артабанғы ижадында ҙур яуаплылыҡ өҫтәүен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Ә инде Өфө-Арена универсаль спорт аренаһы проектын әҙерләүгә индергән өлөштәре өсөн иң-иң тип билдәләнгән йәш архитекторҙарҙан торған ижади коллектив та ҡыуаныстарын һәм ғорурлыҡтарын йәшермәне.
    Президентыбыҙ Мортаза Рәхимов Башҡортостандың киләсәге йәштәр ҡулында булыуын билдәләп, лауреаттарға уңыштар теләне. Республика башлығының БР Хөкүмәтенә Башкиргражданпроект проект институты хеҙмәткәрҙәренә 50 мең һумлыҡ премияны бишеһенә бүлеп түгел, ә һәр береһенә бирергә, тип ҡушыуын да билдәләп үтергә кәрәк. Раил Сарбаев лауреаттарға: Был еңеүегеҙ һеҙҙең ижадығыҙҙы тағы ла илһамландырһын, – тигән теләген еткерҙе.
    Республикабыҙҙа халыҡ шағиры Шәйехзада Бабичтың рухын онотмайҙар. Уның исеменә тапшырылған премия ла халҡыбыҙҙың йолаларын һаҡлау, ижади йәштәребеҙҙе хөрмәт итеү, уларҙың әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге уңыштары менән һоҡланыу – быға асыҡ миҫал.

    Азамат ИСМӘҒИЛЕВ.
    Юлай КӘРИМОВ фотоһы.
    авторы: Нур | 28 июня 2008 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Юғары бүләк яңы илһам һәм дә ...
  • Афарин, Тамырҙар!
  • Өфөнөң Конгресс-холында тәүге тапҡ ...
  • Бабич кемдәрҙе үҙ итер?
  • Янылыктар
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru