Ауыр эшкә беләк бар, ҡыйыу эшкә йөрәк бар.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • «Йәшлек»тә һәр төбәк һулышы сағыла»
  • ЭШЕ БАРҘЫҢ – КӨСӨ БАР
  • Атай менән арҡалы беҙ
  • Кредит хаҡы... – төрмә
  • «ТАГАЗ» ҮҘ АВТОМОБИЛДӘРЕН СЫҒАРА
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев: «Бөгөнгө йәштәргә оптимизм теләйем» Башҡортостан
    27 июндә – Йәштәр көнөндә БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев «Йәшлек», «Молодежная газета», «Өмет» республика йәштәр гәзиттәренең баш мөхәррирҙәре Артур Дәүләтбәков, Татьяна Сырвачева, Рәдис Ноғомановтар менән осрашты. Әңгәмә йылы hәм асыҡ шарттарҙа үтте. Премьер-министрға алдан уҡ hорауҙарын әҙерләп килгән баш мөхәррирҙәр иң тәүҙә үҙҙәре интервью биреүселәр ролендә булды – Раил Сәлиховичты журналистар коллективтарына, шулай уҡ республика йәштәренә ҡағылышлы бик күп мәсьәләләр ҡыҙыҡhындырҙы. Асылда йәштәрҙе социаль яҡлау hәм торлаҡ мәсьәләhен хәл итеү, уларға әхлаҡи тәрбиә биреү hәм бөгөнгө ысынбарлыҡтың иң хафаландырған күренештәре – суицид, кадрҙар әҙерләү hәм уларҙы эшкә урынлаштырыу мәсьәләләре хаҡында hүҙ барҙы. Хөкүмәт рәйесен гәзит редакциялары коллективтары алдында торған профессиональ мәсьәләләр – тираж, подписка, эш хаҡы ла ҡыҙыҡhындырҙы.
    Әңгәмә барышында баш мөхәррирҙәр үҙҙәренең hорауҙарына тулы hәм ентекле яуап алды.
    Был насармы, әллә юҡмы, әммә хәҙерге заман йәштәре дөйөм идеянан мәхрүм. Төрлө субкультуралар төрлө яҡлап йәштәргә үҙҙәренең идеяларын һәм тормошҡа ҡараштарын тағырға тырыша. Өлгөрөп етмәгән аң күп нәмәне дөрөҫ йүнәлеш тип ҡабул итә. Бындай ваҡытта кешеләргә үҙ ҡиммәттәрен формалаштырыу, тормоштоң асылын күреү, дөрөҫ юл һайлау ҡыйынға төшә. Ә һайлау, беренсе сиратта, әхлаҡҡа ҡағыла. Йәштәргә «үҙҙәрен табырға» ярҙам итеү өсөн республикала 2006 – 2015 йылдарға «Йәштәр – Башҡортостан Республикаһының стратегик ресурсы» тип аталған Балалар, үҫмерҙәр һәм йәштәрҙең рухи-әхлаҡи мәҙәниәт һәм гражданлыҡ әүҙемлеген үҫтереү концепцияһы тормошҡа ашырыла.
    Йәштәр үҙгәрҙеме? Эйе лә, юҡ та. Әйтеүемсә, улар яңы шарттарға яраҡлашып, яңы сифаттарҙы үҙләштерҙе. Икенсе яҡтан ҡараһаң, йәштәр һәр ваҡытта ла йәмәғәтселектең иң әүҙем, амбициоз һәм прогрессив өлөшө булып ҡала, улар үҙҙәре менән яңы идеялар йөрөтә, инициатива менән сығыш яһай. Был яҡтан ҡараһаң, йәштәр бөтөнләй үҙгәрмәгән.
    – Бөгөнгө егет һәм ҡыҙҙар оло быуындан нимәгә өйрәнә алыр ине?
    – Оло быуын кешеләрендә ҙур тормош тәжрибәһе булыуын оноторға ярамай. Йәштәрҙә ололарға етмәгән күп сифаттар бар, әммә улар тәжрибәһеҙ. Инициатива менән амбициозлыҡ тәжрибә менән бергә ярашһа ғына емеш бирәсәк. Күҙ алдыңда оло быуындың тәжрибәһе торғанда үҙ хаталарыңда йәшәргә өйрәнеү – аҡылһыҙлыҡ. Үҫмерлек максимализмы арҡаһында йәштәргә ололарҙың өгөт-нәсихәттәрен тыңлауы ауыр. Бер кем дә, йәштәр бер һүҙһеҙ буйһонорға тейеш, тип әйтергә теләмәй. Шулай ҙа йәш үтә һәм тәжрибә туплана килә тәрәнерәк фекерләү, алыҫҡараҡ ҡараш ташлау һәләте килә. Кешенең өлгөрөп еткәнлеге ваҡиғаны төрлө яҡлап күрә белеүҙә, донъяның күп яҡлы булыуын аңлауҙа билдәләнә.
    – Республикала йәштәр өсөн күп эшләнә. Йәштәр гәзитенең республикала өсәү булыуы ла быға дәлил. Нисек уйлайһығыҙ, беҙҙең йәштәр социаль яҡтан яҡланғанмы?
    – Был ауыр һорау, уға бер төрлө генә яуап биреү мөмкин түгел. Нимә менән сағыштырыуға ҡарап. Мәҫәлән, совет ҡоролошо емерелгәндән hуңғы тәүге йылдарҙа илдә бөтә социаль яҡлау системаһы юҡҡа сыҡты, ә шулай ҙа бөгөн билдәле бер кимәлдәге тотороҡлоҡ тураһында һүҙ йөрөтөргә мөмкин. Әлбиттә, проблемалар етерлек. Бигерәк тә торлаҡ проблемаһы ауыр хәл ителә. Уҡыу йорттарын тамамлаусыларҙың специальносы буйынса эшкә урынлашыуында ауырлыҡтар килеп сыға. Йәш ғаиләләргә ярҙам итеү системаһы ла иғтибар талап итә.
    Шулай ҙа ыңғай үҙгәрештәрҙе лә күрмәү мөмкин түгел. Был хаҡта факттар үҙҙәре үк һөйләп тора.
    Йәш ғаиләләргә торлаҡ төҙөү, алыу өсөн йорттоң хаҡының 35 – 40 проценты күләмендә субсидия бирелә. Бала тыуған осраҡта торлаҡ кредиты буйынса бурыстың бер ни тиклем өлөшө кәметелә: беренсе бала тыуғанда – һигеҙ квадрат метр торлаҡтың хаҡы иҫәбендә, икенсе бала тыуғанда – 12 квадрат метр, ә инде өсөнсө һәм унан да күберәк бала тыуғанда 16 квадрат метр иҫәбендәге бурыс иҫәптән алына. Ҡалала йәшәүсе йәш ғаиләләр социаль торлаҡ ипотекаһы кредиты схемаһы буйынса дәүләт ярҙамы менән файҙалана ала, унда ла торлаҡ хаҡының 30 проценты күләмендә субсидия бирелә. Йыл башынан алып бала тыуған осраҡта бүленгән субсидияны 295 ғаилә алған. Fаиләгә социаль ярҙам йылында федераль һәм республика бюджетынан бүленгән аҡсаның дөйөм күләме артасаҡ, ул 450 миллион һумдан ашыуыраҡ тәшкил итәсәк.
    – Раил Сәлихович, йәштәрҙең проблемаларын ныҡ аңлаған кеше булараҡ, Премьер-министр посында был өлкәлә нимәләр эшләргә йыйынаһығыҙ?
    – Бөтәбеҙ ҙә ҡасандыр йәш инек. Бөтәһе лә бөгөн йәштәр атҡарып сығырға тырышҡан ауырлыҡтар аша үтә. Шуға ла беҙ юғары уҡыу йорто студенты йәки яңы ғына эш башлаған йәш белгестең, йәш ғаиләнең ниндәй ауырлыҡтар кисереүен яҡшы аңлайбыҙ.
    Башҡортостанда йәштәргә социаль ярҙам итеүҙең уникаль системаһы формалашҡан. Беҙҙә башҡа төбәктәрҙә тиңе булмаған программалар эшләй. Әле тормошҡа ашырылған «Башҡортостан йәштәре» Президент программаһын атау ҙа етә.
    Бынан тыш, йыл һайын республика Президенты БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә иҡтисадтың социаль йүнәлешен билдәләй. Быйыл был йүнәлеш Мөрәжәғәтнамәнең атамаһында уҡ күренә: «Башҡортостандағы hәр ғаиләнең hәм бөтә кешеләрҙең именлеге hәм мул тормошона».
    Граждан булараҡ, һәр ғаиләнең именлеген тәьмин итеүгә йүнәлеш дөрөҫ алынған тип һанайым, хәҙер курсты тоторға ғына кәрәк. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең беренсе министры булараҡ, ошо тезистарҙы тормошҡа ашырырға тейешмен.
    – Байрам алдынан Башҡортостан йәштәренә ниндәй теләктәр еткерерһегеҙ?
    – Йәш саҡта үҙебеҙҙең физик мөмкинлектәребеҙҙе артығыраҡ баһалайбыҙ, ләкин һаулыҡ – төпһөҙ ҡоҙоҡ түгел, уны иң мөһим ҡиммәт итеп һаҡларға кәрәк. Һаулыҡ, оптимизм һәм иртәгәhе көнгә ышаныс – гармонияның нигеҙе. Үҙ-үҙең һәм уратып алған донъя менән килешеп йәшәү.
    Сәмегеҙҙе, тормошҡа булған ҡыҙыҡһыныуығыҙҙы, яңылыҡҡа ынтылыусанлығығыҙҙы һаҡлап алып ҡалығыҙ. Иртәгәhе көнгә ышаныс менән ҡарағыҙ – әле республикала бөтәһе лә һеҙҙең һәм һеҙҙең балаларығыҙ өсөн эшләнә. Бөтәгеҙгә лә һаулыҡ һәм оптимизм теләйем.
    авторы: Нур | 28 июня 2008 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Республика үҙ йөкләмәләрен ваҡыты ...
  • ҺӘР ВЕТЕРАНҒА – ТОРЛАҠ
  • Күп балалы ғаиләләргә – торлаҡ сертифик ...
  • Яңылыҡтар
  • Торлаҡ төҙөлөүен төҙө ...
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru