Айран бешеп, май төшмәй, сүбәк сәйнәп, май сыҡмай.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Асарбаҡҡа хәйер бирергәме?
  • Алсаҡ кеше ул еңгәбеҙ
  • Бөрйәндең күренекле зыялыһы
  • Иртәгә – Төҙөүселәр көнө
  • Йондоҙнамә
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Ҡәҙерле дуҫтар! Башҡортостан
    Ысын күңелдән һеҙҙе матур байрам – Йәштәр көнө менән ҡайнар ҡотлайым!
    Йәшлек – кеше ғүмерендәге иң күркәм осор, ул ҡыйыу пландар, өмөттәр һәм асыштар мәле. Йәмғиәттең социаль-иҡтисади һәм мәҙәни-рухи үҫешен йәш быуын ҡатнашлығынан тыш күҙ алдына ла килтереүе ҡыйын. Республика хаҡлы рәүештә өмөтлө йәштәре – яҡшы белгестәр, һәләтле рәссамдар һәм музыканттар, спорт бейеклектәрен яулаусылар, буласаҡ ғалимдар менән ғорурлана.
    Башҡортостанда йәштәр сәйәсәтенә ҙур иғтибар бирелә. Ул йәш кешеләргә социаль яҡтан нығыныу һәм үҫеүгә, ниәттәрен тормошҡа ашырыу өсөн мөмкинлектәр булдырыуға, физик һәм рухи үҫешенә булышлыҡ итеүгә йүнәлтелгән.
    Уҙған йыл – Башҡортостан менән Рәсәй берҙәмлегенең юбилей йылы республиканың мәҙәни һәм социаль-иҡтисади тормошо ваҡиғаларға һәм әүҙем үҙгәрештәргә бай булды. Улар барлыҡ халыҡ, айырыуса йәш граждандар өсөн дә мөһим әһәмиәткә эйә. Йәштәр ижтимағи палатаһы төҙөлдө. Дәүләт йәштәр сәйәсәтен тормошҡа ашырыу буйынса башҡарма власть органдары һәм ижтимағи ойошмаларҙың көсөн туплау өсөн һиҙелерлек аҙымдар эшләнде. Йәш ғаилә республика конкурсы, шулай уҡ йәштәрҙең ижади потенциалын тормошҡа ашырыуға йүнәлтелгән төрлө фестивалдәр һәм смотрҙар уҙғарылды.
    Торлаҡ алыусы йәш ғаиләләрҙең күбәйә барыуы – ҡыуаныслы ваҡиға. Былтыр ошо маҡсатҡа 1098 ғаиләгә федераль һәм республика бюджетынан 340 млн һум аҡса бүленде, ә быйыл 300-гә яҡын ғаилә үҙенең йәшәү шарттарын яҡшырта алды.
    Беҙ йәштәргә ҙур өмөт бағлайбыҙ, уларҙан әүҙемлек, инициатива көтәбеҙ. Тап йәш быуынға беҙҙең иң яҡшы традицияларҙы дауам итеү, республиканы һәм илде төҙөкләндереү, ныҡлы ғаиләләр ҡороп, һөйөү һәм хәстәрлек менән солғап алынған сәләмәт балалар үҫтереү кәрәк буласаҡ.
    Белемегеҙ һәм энтузиазмығыҙ менән оло быуындарҙың аҡылына һәм тәжрибәһенә таянып, һеҙҙең артабан да тыуған Ватанығыҙҙың сәскә атыуы өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләйәсәгегеҙгә ышанам!
    Һеҙгә ныҡлы сәләмәтлек, именлек һәм бәхет, Башҡортостан һәм бөтә Рәсәй мәнфәғәте өсөн барлыҡ изге эштәрегеҙҙә уңыштар теләйем.
    Байрам менән, ҡәҙерле дуҫтар!

    Башҡортостан Республикаһы Президенты М. РӘХИМОВ.
    авторы: Нур | 28 июня 2008 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Рәсәй көнө менән!
  • Хөрмәтле Башҡортостан Республикаһында Йәшт ...
  • Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө мен&# ...
  • Ҡәҙерле ватандаштар!
  • Байрамығыҙ мөбәрәк булһын, ҡ| ...
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru