Бер ҡул менән төйөн бәйләнмәй.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Арғымаҡ «Керчь»тың яҙмышы
  • Йөрәгеңде тыңлайһыңмы, әллә...
  • Ҡомһоҙ инспекторҙар исемлеге
  • ХӘҘИСТӘР
  • Хәүефһеҙлек – төп бурыс
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Янылыктар Башҡортостан
    Министрлыҡ икегә бүленде

    27 июндә Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимовтың Указы менән БР Тәбиғәттән файҙаланыу, урман ресурстары hәм тирә-яҡ мөхитте hаҡлау министрлығы Тәбиғәттән файҙаланыу hәм экология hәм БР Урман хужалығы министрлығына үҙгәртелде.
    Республика Хөкүмәтенә үҙгәртеп ҡороу сараларын үткәрергә, норматив-хоҡуҡ акттарын Указға ярашлы тәртипкә килтерергә ҡушылды.

    «Алтын тәгәрмәс» – беҙҙә!

    Башҡортостан Республикаhы ватан транспорт тармағын үҫтереүгә өлөш индергән өсөн Рәсәй транспорт тармағының «Алтын тәгәрмәс» милли йәмәғәт премияhына лайыҡ булды.
    Юғары награданы Кремль hарайында БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев алды. «Алтын тәгәрмәс» премияhы менән бергә күкрәккә тағылмалы Алтын билдә hәм диплом тапшырылды.
    Премия Дәүләт Думаhының Транспорт буйынса комитеты hәм РФ Транспорт министрлығы тарафынан булдырылған hәм ватан транспорт тармағында, транспорт хеҙмәттәре өлкәhендә, транспорт фәнен hәм белемен, уның менән ҡатнаш тармаҡтарҙа эшләүсе етәкселәргә hәм коллективтарға тапшырыла.

    Хакимиәт башлыҡтары үҙгәрҙе

    Илеш районының Илеш районы муниципаль районы советы ултырышында, икенсе эшкә күсеүе сәбәпле, район хакимиәте башлығы Александр Кимдың вәкәләттәрен алдан туҡтатыу тураhында ҡарар ҡабул ителде.
    Илеш районы муниципаль районы советы тарафынан конкурс hөҙөмтәләре буйынса ошо вазифаға тәғәйенләнгән кеше вазифаhына ингәнгә тиклем район хакимиәте башлығы вазифаhын башҡарыу «Мир» ауыл хужалығы предприятиеhы рәйесе булып эшләгән Илдар Мостафинға йөкмәтелде.
    * * *
    Күгәрсен районы хакимиәте башлығы Рәмил Мәзитов БР Үҙәк hайлау комиссияhы рәйесе итеп hайланыуы сәбәпле, Күгәрсен районы муниципаль районы советының сираттағы ултырышы ҡарары менән Күгәрсен районы хакимиәте башлығы вазифаhын Фәрит Мусин башҡарасаҡ.
    Ул ошоға тиклем «Октябрьское» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ауыл хужалығы предприятиеhы директоры булып эшләгәйне.

    Хәрби частарҙа тәртип булhын өсөн

    1 – 31 июлдә Башҡортостанда hәм Волга буйы – Урал хәрби округында дислокацияланған хәрби частарҙа hәм соединениеларҙа хәрби хеҙмәт хәүефhеҙлеге айлығы үтәсәк.
    Уның маҡсаты – хәрби дисциплинаны hәм тәртипте нығытыу, хәрбиҙәрҙең үлем сәбәптәренә юл ҡуймау, суицид күренештәрен бөтөрөү. Был осорҙа округ идаралығы офицерҙарынан торған комплекслы оператив төркөмдәр хәрби әҙерлек объекттары хәүефhеҙлеген, тыл тәьминәтен, ҡорал hәм хәрби техника ремонтланған урындарҙы тикшерәсәк. Төп иғтибар яңы хәрби хеҙмәткә килеүселәргә йүнәлтеләсәк.

    Беҙҙең депутат – Кишиневта

    Башҡортостандан РФ Дәүләт Думаhы депутаты Иршат Фәхретдинов Рәсәй делегацияhы составында Кишиневта үтәсәк парламенттар араhында хеҙмәттәшлек буйынса Рәсәй-Молдова комиссияhының өсөнсө ултырышында ҡатнаша. Унда ике яҡлы бәйләнештәр мәсьәләhе, миграция ағымын көйләү мәсьәләләрендә төбәк-ара хеҙмәттәшлек тикшереләсәк.
    Ултырыш hөҙөмтәләре буйынса уртаҡ декларация ҡабул ителәсәк.

    Экспорт буйынса иң яҡшылары

    Башҡортостандың өс предприятиеhы 2007 йылдағы экспорт операциялары hөҙөмтәләре буйынса «Башҡортостан Республикаhының иң яҡшы экспортеры» исеменә лайыҡ булды. «Башнефть» акционерҙар нефть компанияhы», «Белорет металлургия комбинаты», «Өфө моторҙар эшләү производство берекмәhе» асыҡ акционерҙар йәмғиәттәре махсус дипломдар менән наградланасаҡ.
    З. ХӘСӘНОВА.
    авторы: Нур | 1 июля 2008 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Дүртөйлө районы хакимиәтендә – яңы башл ...
  • Өс һөйләм менән
  • Рәсми хроника
  • Ишембай районында үҙгәрештәр
  • Һайлау комиссияhының яңы составы раҫланды
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru