Ваҡытһыҙ эшләнгән эш эшләнмәгәнгә иҫәп.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Йыртҡыс, «урман санитары», тотем – барыһын берләштерә ул..
  • Тәмле
  • Йондоҙнамә
  • Былар ҡыҙыҡлы
  • ЕЛӘКТЕҢ ХАҠЫ ТОТОРОҠЛО
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • МАЛАЙҘАР КҮБЕРӘК ТЫУА! Башҡортостан
    Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостан Волга буйы федераль округында сабыйҙар тыуыуы буйынса беренсе урынға сыҡты. Быға тиклем беҙ икенсе урында килә инек. Республикала тыуым, былтырғы ошо ваҡыттағы күр-һәткестәр менән сағыштырғанда, 15 процентҡа артып киткән! Дүрт ай эсендә беҙҙә 17696 сабый донъяға килгән.
    Ғөмүмән, 2000 йылдан башлап, беҙҙең республикала тыуымдың тотороҡло артыуы күҙәтелә. Ә хәҙер инде ысын-ысындан «бәпәй-бум» башланған! Һуңғы айҙарҙа аҙна һайын меңәрләп сабый донъяға килә.
    Беренсе квартал мәғлүмәттәре буйынса, бөтә тыуған сабыйҙарҙың 6363-ө ғаиләлә – беренсе бала, 4632-һе – икенсе, ә инде 1641 бала ғаиләлә өсөнсө булып тыуған. Тимәк, күп балалы ғаиләләр артҡандан-арта бара.
    Игеҙәктәр ҙә тыуып тора: быйыл беҙҙә 86 игеҙәк донъяға килгән, Өфөлә – 18 ике игеҙәк, Стәрлетамаҡ ҡалаһында өс игеҙәк тыуған.
    Тәбиғәт ҡанундары буйынса донъяға малайҙар күберәк тыуа. Республикала тәүге кварталда 6709 малай, 6522 ҡыҙ донъяға килгән. Шулай ҙа аяуһыҙ статистика шуны күрһәтә – йылдар үтеү менән ҡыҙҙар һәм малайҙарҙың һаны тигеҙләшә, тора-бара ҡатын-ҡыҙҙар күберәк тә булып китә. Тап йырҙағыса – 7 – 8 ҡыҙға бер малай тура килә.
    Факттар шуны билдәләй: ирҙәр был тормош менән ҡатын-ҡыҙға ҡарағанда тиҙерәк хушлаша, былтыр беҙҙә 3317 ҡатын-ҡыҙ, 12959 ир-ат вафат булған, күреүебеҙсә, ирҙәр дүрт тапҡырға күберәк үлә.
    Белгестәр фекеренсә, ир-ат юл-транспорт фажиғәләрендә, хәрби конфликттарҙа, хеҙмәттә һәләк була, һыуға батып үлеүселәр ҙә күп. Шулай уҡ араҡы эсеп ағыуланыусылар ҙа аҙ түгел. Күңелһеҙ факттар, әлбиттә.
    Шулай ҙа Башҡортостанда үлем һаны кәмей барыуын билдәләргә була.
    Т. АМАНОВ.
    авторы: Нур | 10 июля 2008 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Былар ҡыҙыҡлы
  • Йәш быуындың сәләмәтлеген нығытыу } ...
  • ӘСӘЛЕК капиталы артты
  • Төклө аяғың менән, сабый
  • Бәпестәр тыуасаҡ әле – балалар баҡсаһы ...
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru