Бер кирегә китһә, гел кирегә китер.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Быйыл да һынатмаҫтар
  • [b]Милләттәштәр, шөкөр, рухлы әле, Күршеләрҙә йәшәп ятһа ла[/b]
  • Крокодилдың теле һәленмәй.
  • Яуығыҙ ҡарҙар күберәк!
  • Атҡа эйәр кем һала?
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Янылыктар Башҡортостан
    Республика етәксеhе сәфәре

    Уҙған шәмбелә Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов эш сәфәре менән Бишбүләк, Йәрмәкәй hәм Туймазы райондарында булды.
    Төбәк башлығы унда ураҡ барышы, социаль hәм хужалыҡ тәғәйенләнешендәге объекттар төҙөлөшө менән танышты.

    Һунар миҙгеле асылды

    Республикала һунар миҙгеле асылды.
    Ул 31 декабргә тиклем дауам итәсәк. Һунарсылар Рәсәйҙең hәм Башҡортостандың Ҡыҙыл китабына индерелмәгән ҡыр өйрәктәренә, шулай уҡ бурhыҡҡа hунар итә ала.


    Милли китапхана төҙөкләндерелә

    Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала үҙәк корпусты реконструкциялау hәм капиталь ремонт үткәреү эштәре бара.
    Был маҡсатҡа ҡала бюджетынан йыл башынан дүрт миллион hум аҡса бүленгән. Ремонт ваҡытында тәҙрәләр яңыртыласаҡ, өсөнсө ҡаттың холы төҙөкләндереләсәк. Тиҙҙән китапханаға килеүселәр яңыртылған уҡыу залында шөғөлләнә аласаҡ.

    Сит ил паспортына hорау ҙур

    Йыл башынан Рәсәйҙең Федераль миграция хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы подразделениелары 170949 РФ гражданына паспорт тапшырған.
    1974 йылғы совет паспорттарының ғәмәлдә булыу ваҡыты 2009 йылдың 1 ғинуарына тиклем оҙайтылды. Был осорҙа иҫке паспорт хужаларына яңы шәхеснамә алырға мөмкинлек бар.
    Һуңғы йылдарҙа сит ил паспорты алыусылар ҙа күбәйгән. Былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда, уларҙың hаны 20511 кешегә артҡан. Микрочиплы паспортҡа 4894 кеше эйә булған.

    Билет хаҡы арзаная

    «Рәсәй тимер юлдары» асыҡ акционерҙар йәмғиәте халыҡ күп йөрөгән йүнәлештәрҙә миҙгел ташламалары яhалыуы тураhында иғлан итә.
    1 сентябрҙән Өфө – Мәскәү йүнәлешендә йөрөгән «Башҡортостан» поезындағы вагон-купеға hәм СВ урындарға билет хаҡтары 20 процентҡа кәмейәсәк. Августа купе вагонына билет хаҡы 4835 hум булhа, 1 сентябрҙән 3929 hум буласаҡ.

    Һыу ҡорбаны булмағыҙ!

    Эҫе томра көндәр hәр кемде йылға, күл буйҙарына әйҙәй.
    Әммә hыу инергә яратыусылар унда хәүефhеҙлек ҡағиҙәләрен иҫтә тотмай. Йыл башынан республикала 168 кеше hыу ҡорбаны булған. Шуларҙың 142-hе – ирҙәр, 19-ы – ҡатын-ҡыҙ hәм ете бала. 12 ир-егеттең мәйете әле лә табылмаған.

    Иң оҫта умартасы кем?

    23 августа «Мораҙым» тәбиғәт паркы территорияhында, Күгәрсен районының «Мораҙым» балалар hауыҡтырыу үҙәге базаhында умартасыларҙың VIII республика конкурсы hәм «Йәш умартасы» II республика конкурсы үтәсәк. Сара иртәнге 10 сәғәттә башлана.
    авторы: Нур | 19 августа 2008 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Өс һөйләм менән
  • Янылыктар
  • Төҙөлөш йылдам бара
  • Өс һөйләм менән
  • Республика медицина кәңәшмәһенә ә ...
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru