Йәнтитмәгән - тапмаған.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Тарих менән киләсәкте бәйләй шәжәрә
  • [b]Шәхестәребеҙгә ҡара яғырға юл ҡуймаҫбыҙ![/b]
  • АУЫЛЫБЫҘҒА ИМАН КИЛТЕРҘЕ
  • Йәштәр көнө менән!
  • [b]«Бөтә мәктәп менән – «Йәшлек»кә!» конкурсы тамам[/b]
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • КӨНЛӘШЕРЛЕК ИЛ УЛ – АМЕРИКА! Башҡортостан
    «Асыҡ донъя» программаһы Рәсәй халҡына Америкалағы йәшәйеште тулыһынса күрһәтеү һәм ундағы ирекле эшҡыуарлыҡ менән таныштырыу маҡсатында ойошторола. Был программа Америка Ҡушма Штаттарының Хөкүмәте менән Рәсәй Федерацияһы араһында 1998 йылдың 2 сентябрендә ҡул ҡуйылған Мәҙәниәт, гуманитар һәм ижтимағи фәндәр, мәғариф һәм киң матбуғат саралары өлкәһендә үҙ-ара аңлашыу хаҡындағы меморандумға ярашлы тормошҡа ашырыла.
    Ябайлаштырып әйткәндә, Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән АҠШ илселеге тарафынан алдан ғаризалар биргәндәр араһынан һайлап алынған кешеләр ун көнгә Америка Ҡушма Штаттарына бара һәм ошо ваҡыт эсендә океан аръяғындағы тормош менән танышыу мөмкинлегенә эйә була. Быйыл «Асыҡ донъя» программаһы буйынса Американың Денвер ҡалаһына Башҡортостандан Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының Йәштәр ҡоро рәйесе Тимур ЛоҠманов та барҙы. Беҙ уға тәьҫораттары менән уртаҡлашыуын һорап мөрәжәғәт иттек.
    – Тимур, тотош ил менән яҡындан танышыу, үҙең өсөн ниндәйҙер һығымталар яһау өсөн ун көн генә бик аҙ түгелме?
    – «Асыҡ донъя» программаһының шарттарына ярашлы, унда ҡатнашыусылар үҙҙәренең төбәктәрендә әүҙем дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре булырға тейеш. Тап ошо сәбәп буйынса был кешеләр сит илдә стажировка үтеү өсөн оҙаҡ ваҡытҡа эшен ташлап китә алмай. «Асыҡ донъя» программаһы үҙ эсенә ҡыҫҡа, әммә тығыҙ һәм һөҙөмтәле сараларҙы туплаған. Америкаға барыр алдынан Мәскәү һәм Атлантала махсус семинарҙар үткәрелде, унда Американың сәйәси һәм йәмә-ғәтселек институттары менән ентекле таныштырҙылар. Атланталағы эш семинарынан һуң программала ҡатнашыусылар Американың төрлө штаттарындағы ҡалаларға ебәрелә. Мин Денвер ҡалаһына эләктем. Был ҡала бик матур урында урынлашҡан һәм сағыштырмаса йәш ҡалалар иҫәбендә. Ҡаланың ситендә генә йөрөгән боландар, ҡуяндар һоҡландырҙы, уларға һунар тыйылған. Был хайуандар һис ҡурҡмай, ҡаланың бер йәме булып йөрөй бирә. Ҡалаға яҡын ғына урындарҙа ла тәбиғәт тейелмәгән, ҡырағай, тәбиғи матурлыҡ күҙҙең яуын ала.
    Денвер ҡалаһында беҙҙең делегация урындағы бик күп сарала ҡатнашты, хакимиәт вәкилдәре менән аралаштыҡ. Күп кенә йәмәғәт ойошмаһының эшмәкәрлеге менән танышыу мөмкинлеге булды. Мине төрлө кимәлдәге етәкселәрҙең халыҡҡа яҡын, ҙур власҡа эйә кешеләрҙең дә үтә лә ябай булыуы аптыратты, һоҡландырҙы.
    Америкала Рәсәйҙән килгән делегацияға үҙҙәренең илендәге ябай йәшәйеште тулыһынса күрһәтеү, аңлатыуҙы ла күҙ уңында тоталар. АҠШ-ҡа сит илдән килгән бәғзе бер юғары вазифалы кешеләр уларға булған ябай мөнәсәбәткә риза булмай, уны аңлата алмай аптырай. Сөнки американдар кешене яҡшы вазифа биләгәне, бай булғаны өсөн генә башҡаларҙан артыҡ күреп хөрмәт итмәй, улар өсөн бөтәһе лә бер иш, тигеҙ. Америкала йәшәүселәрҙең күпселеге, тормошта уңыш ҡаҙаныу, матди, интеллект яғынан байыу өсөн бөтәһенең дә шарттары, мөмкинлектәре бер үк, тигән фекерҙә йәшәй.
    КӨНЛӘШЕРЛЕК ИЛ УЛ – АМЕРИКА!
    Беҙ барған ваҡытта тап Грузия менән Көньяҡ Осетия араһындағы низағтың киҫкенләшкән осоро ине, шуға ла бер аҙ хәүефләнеберәк йөрөргә тура килде, Рәсәйҙән килгән делегацияны нисек ҡабул итеүҙәрен алдан күҙаллап та булмай ине шул. Әммә ун көн эсендә бер генә ҡырын ҡараш та һиҙелмәне. Киреһенсә, яғымлы, асыҡ күңелле кешеләр генә осраны.
    Колорадо конгрессмены Джо Райс менән осраштыҡ, ул демократтар партияһынан, беҙгә үҙенең ошондай фекерен еткерҙе: «1999 йылдан бирле Аҡ йортта ултырған республикандар халыҡ-ара сәйәсәтте «ҡарсыға» рәүешле сәйәсәт итеп ойоштора. Был инде «беҙҙең менән кем риза түгел – уларҙы ситкә сығарабыҙ» тигән һүҙ. Әлбиттә, бөйөк ил булараҡ, был ҡағиҙә Рәсәйгә оҡшамай, сөнки Америка үҙ белдеге менән донъялағы сиктәрҙе үҙгәртә, «ә ниңә Рәсәйгә лә был ҡағиҙәгә таянып йәшәмәҫкә?» тигән уйҙар тыуа. Билдәләп үтелгән низағта Рәсәй Американың уйын ҡағиҙәләрен ҡабатланы тип кенә аңларға кәрәк».
    – Аңлауымса, «Асыҡ донъя» программаһы Америкалағы шәхси һәм коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың илдең социаль проблемаларын хәл итеүгә ярҙамын күрһәтеүҙе лә маҡсат итеп ҡуя. Ысынбарлыҡта был йүнәлеш нисек тормошҡа ашырыла?
    – Америкала шәхси эшҡыуарҙар, дәүләт эшмәкәрҙәре үҙҙәренең килеменең бер өлөшөн аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә, етем балаларға һәм башҡаларға ярҙамға тотона. Унда социаль проблемаларҙы хәл итеү беҙҙәге кеүек дәүләткә генә тапшырып ҡуйылмаған. Уртаса эш хаҡы алған һәр кем үҙенең килеме менән бер ниндәй ауырлыҡһыҙ бүлешә. Яҡынса алғанда, улар аҡсаһының 10 – 15 процентын хәйриә акциялары, махсус фондтар өсөн бүлә. Шулай уҡ һалымдар ҙа алынған килемдең ҙур ғына өлөшөнә һалына, беҙҙәге кеүек һалымдар эш хаҡы бирелгәндә үк алып ҡалынмай, кешеләр үҙҙәре алып барып, кәрәкле органдарға тапшыра. Аңлауымса, быға бәйле бер ниндәй ҙә проблема юҡ, американдар закондарҙы хөрмәт итеүсе, теүәл үтәүсе халыҡ булараҡ билдәле.
    Ауыр холоҡло балалар өсөн махсуслашҡан йортта булдыҡ, унда тәрбиәләнеүселәр өсөн яҡшы шарттар булдырылған. Бындай учреждениеларҙы ла шәхси кешеләр ҡарай, финанслай. Дөйөм алғанда, йәмәғәт ойошмалары социаль мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн талап ителгән сараларҙың 70 процентын ҡаплай. Шуға ла был илдә хәйерселектә йәшәгән кешеләр юҡ. Әлбиттә, ниндәй ҙә булһа эскесе йәки үҙенә-үҙе проблема тыуҙырған айырым кешеләр тураһында һүҙ бармай. Әммә был дәүләттә «эшләйем, йәшәйем» тигән кеше өсөн бик күп мөмкинлек, шарт тыуҙырылған.
    Беҙ барғанда сиркәүҙәге хәйриә акцияһы итеп ойошторолған иртәнге ашҡа эләктек, иртәнге аштан килгән килем сиркәү иҫәбенә китә. Шунда алты йәшлек бер малайҙың үҙ теләге менән өҫтәлде йыйыштырыуҙа ярҙам итеп йөрөүен күреп аптыраным, ул бушлай эшләй, уны бер кем дә мәжбүр итмәй. Тимәк, ундағы халыҡҡа бәләкәйҙән үк файҙалы йәмәғәт эше менән шөғөлләнеүҙең кәрәклеген һеңдерәләр, был улар өсөн ауыр, ят түгел, ә мотлаҡ. Был ҡағиҙә бөтә ҡатлам кешеләре өсөн дә бер үк.
    – Америкалағы халыҡтың беҙҙән байыраҡ йәшәүе аңлашыла. Тик ошо айырманы көндәлек тормоштан алынған өлгөләрҙә аңлатыуҙарын ишетке килә...
    – Мәҫәлән, туҡланыуҙы алып ҡарайыҡ – унда ябай пенсионерҙарҙың көн һайын кафеларға, тиҙ туҡланыу урындарына барып ашап йөрөү мөмкинлеге бар. Шул уҡ пенсионерҙар үҙҙәренең пенсия аҡсаһына ял йорттарына, сит илдәргә йөрөй. Унда, ғөмүмән, өйҙәрендә ашарға әҙерләгән кешеләр күп түгел. Сөнки магазиндарҙа йылытып ҡына ашарға әҙерләнгән сифатлы аҙыҡ-түлек етерлек, ундағы халыҡтың кеҫәһе өсөн ошондай ысул менән туҡланыу ауыр түгел.
    Банкылар кредиттарҙы 3 – 4 процент менән бирә. Студенттар өсөн уҡыу ҡиммәт һәм түләүле булһа ла, уларҙың кредит алып уҡырға мөмкинлектәре бар, бөтәһе лә үҙеңдең белемеңә, интеллектыңа ғына бәйле. Шулай уҡ талантлы йәштәргә ярҙам итеү маҡсатында хәлле бөтөнләй сит кешеләр уларҙың уҡыуына түләй. Йәшәү урыны булмаған кешеләргә биш йылға аҙ ғына хаҡ түләп йәшәү өсөн социаль фатирҙар бирелә. Биш йылдан һуң бындай урындарҙа йәшәгәндәрҙең бөтәһе лә тиерлек үҙҙәренең йортон төҙөүгә, һатып алыуға ирешә.
    – «Асыҡ донъя» программаһы бик күп сығым талап итергә тейеш, был сараны кем финанслай?
    – Программаны Америка Ҡушма Штаттарының Конгресы финанслай. Шулай уҡ айырым кешеләр, фирмалар ҙа өҫтәмә рәүештә аҡса бүлә. Дөрөҫөн генә әйткәндә, «Асыҡ донъя» программаһы Америка хаҡында Рәсәйҙә йәшәүсе халыҡ дөрөҫ мәғлүмәт алһын, был илдәге ысынбарлыҡты күрһен өсөн тормошҡа ашырыла. Шуға ла был сараны Американың финанслауы тәбиғи.
    Беҙ Америкала ябай ғаиләләрҙә йәшәнек. Кемдер – интеллигент, кемдер пенсионерҙар ғаиләһенә эләкте. Унда ла ҡунаҡтарҙы матур итеп ҡаршылайҙар, һис бер ауырлыҡһыҙ илдәре, йолалары менән таныштыралар. Америкалағы ғаиләләр ҙә беҙҙекенән айырыла, әлбиттә. Улар аҙыҡ-түлекте көн һайын түгел, бер аҙналыҡ итеп алып ҡуя. Әйтеүемсә, берҙән, өйҙә ашап бармайҙар, икенсенән, улар магазиндарҙа йөрөүҙән ҡыҙыҡ тапмай шикелле. Балалар ғаиләләрҙә оҙаҡ йәшәмәй, һәр береһе айырым тормош ҡорорға ынтыла. Хатта хәлле ғаиләләрҙә үҫкәндәр ҙә бәләкәй саҡтан уҡ аҡса эшләргә, үҙен-үҙе тәьмин итергә тырыша. Унда кешеләр оялсан түгел, ниндәйҙер эш башларға йыйынһалар, уның әхлаҡ яғынан нисек булырына ҡарағанда файҙалымы, килемлеме, юҡмы икәнлегенә нығыраҡ иғтибар итәләр. Беҙгә ҡарағанда иртәрәк яталар, иртәрәк торалар.
    – «Асыҡ донъя» программаһында ҡатнашып, Рәсәйгә ҡайтҡандан һуң унда ҡатнашыусыларҙың үҙ-ара аралашыуы өсөн шарттар бармы, ғөмүмән, был кәрәкме?
    – Әлбиттә, программа ун көн генә түгел, артабан да дауам итә. Һуңынан төбәктәрҙә семинарҙар, конференциялар һәм башҡа кәрәкле саралар уҙғарыла. Был сараларҙа ҡатнашыу үҙең өсөн дә файҙалы килешеүҙәр, танышлыҡтар булдырыу, мәғлүмәт йыйыу өсөн кәрәк.
    «Асыҡ донъя» программаһында ҡатнашыусылар Америкаға экскурсияға ғына бармай. Унда күреп, өйрәнеп ҡайтҡан ыңғай күренештәрҙе, йүнәлештәрҙе үҙеңдең илеңдә лә файҙаланырға кәрәк. Күреүемсә, океан аръяғы тормошонан өйрәнәһе нәмәләр юҡ түгел, унда ысын-ысындан уңған һәм Рәсәйгә ыңғай ҡарашлы кешеләр йәшәй.

    Лилиә СИРАЕВА әңгәмәләште.
    авторы: Нур | 2 октября 2008 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Студент йәйе
  • Янылыктар
  • Донъя яңылыҡтары
  • БЕНЗИН ҠИММӘТ, ӘММӘ ЭШКӘ БАРЫРҒА К| ...
  • ЕТЕМДӘР МЕҪКЕН ТҮГЕЛ
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru