Булмаҫтайҙан булмаҫ: Ул да тыумаҫ, ҡыҙ ҙа тыумаҫ, тыуһа ла - тормаҫ.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Еләк һатығыҙ
  • «Беларусь» ал, шарттар бар!
  • [b]Орлоҡ һалығыҙ, тип көтә ер[/b]
  • ПЕНСИОНЕРҘАР «ҠАРТАЯ»
  • Ҡурай еләгенән бәлеш
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • «Республикабыҙҙың көслө төбәк икәнен Федераль үҙәк белә һәм баһалай» Башҡортостан
    Федераль власть органдары етәкселәре беҙгә эре проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа ярҙам итергә әҙер
    Сентябрь аҙағында үткәрелгән «Сочи – 2008» халыҡ-ара форумында Рәсәйҙең 58 төбәге Рәсәй һәм сит ил бизнесына үҙҙәренең инвестиция тәҡдимдәрен белдерҙе. Форум эшендә Рәсәй һәм сит ил бизнесы, ғилми даирәләр, донъяның 40 дәүләтенән дәүләт власы органдарының 8 меңдән ашыу вәкиле, шул иҫәптән Франция, Бельгия, Болгарияның Премьер-министрҙары ҡатнашты.
    Форум сиктәрендә бөтәһе 504 миллиард һумлыҡ 112 килешеүгә ҡул ҡуйылды. Рәсәй Төбәктәр үҫеше министрлығы башлығы Дмитрий Козак әйтеүенсә, «Сочи форумы әүҙем эшләй, илдең генә түгел, донъяның иҡтисади тормошонда сағыу күренешкә әүерелә».
    Республикабыҙ форумға машиналар эшләү һәм башҡа производство тармаҡтарында яңы предприятиелар төҙөүҙе, нефть химияһы предприятиеларын модернизациялауҙы, бизнес-парктар һәм сауҙа-эш үҙәктәре ойоштороуҙы һәм ошоға ярашлы баш ҡаланың транспорт һәм инженерлыҡ инфраструктураһын үҫтереүҙе, шулай уҡ торлаҡ төҙөүҙе күҙ уңында тотҡан «Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округы территорияһында етештереү-технологик комплекс үҫешен инфраструктура йәһәтенән тәьмин итеү» инвестиция проекты менән сыҡты. Был эре комплекслы проект Рәсәй Федерацияһының төп төбәктәре экспозицияһында үҙәк урындарҙың береһен биләне.
    – Ни өсөн форумда Башҡортостан Республикаһынан тап ошо инвестиция проекты тәҡдим ителде? Уны тормошҡа ашырыу Өфө ҡалаһына, республикаға нимә бирәсәк?
    Журналистар ошондай һорау менән БР Хөкүмәте Премьер-министры Р. Сарбаевҡа мөрәжәғәт иткәс, ул ошолар хаҡында бәйән итте:
    – Был республикала ошондай кимәлдәге тәүге проекттыр, моғайын, уның дөйөм хаҡы 298 миллиард һум күләмендә баһалана, шуларҙың 250 миллиард һумы самаһы – шәхси инвестициялар. Рәсәйҙә территорияны комплекслы үҫтереүгә йүнәлтелгән бындай күләмле проекттар юҡ тиерлек. Асылда был проект – 2025 йылға тиклем республиканың баш ҡалаһын үҫтереүҙең төп йүнәлештәрен билдәләүсе Генераль планды тормошҡа ашырыуҙың иҡтисади нигеҙе концепцияһы ул. Проектты тормошҡа ашырыу баш ҡалала транспорт проблемаһын хәл итеү, заманса инфраструктураны яҡшыртыу мөмкинлеге бирәсәк, ә был, үҙ сиратында, торлаҡ төҙөлөшөнә яңы майҙансыҡтарҙы үҙләштереү һәм етештереү-технологик өлкә объекттарын һалыу өсөн шарттар булдырасаҡ. 23 мең яңы эш урыны булдырыласаҡ.
    Беҙҙең төп маҡсат – республика баш ҡалаһын донъя стандарттарына ярашлы заманса мегаполисҡа әүерелдереү. Форумды ойоштороусылар, проекттың әһәмиәтен аңлап, беҙгә уны республика экспозицияһы сиктәрендә генә түгел, шулай уҡ РФ Инвестиция фонды стендында ла урынлаштырырға тәҡдим итте. Проекттың федераль инвестиция фонды стендына ҡуйылыуы беҙҙең өсөн инициативаларыбыҙҙың алдан уҡ хупланыуы билдәһе булды.
    – Раил Сәлих улы, Башҡортостан Республикаһы экспозицияһына Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Рәйесе Владимир Путиндың килеүен беләбеҙ. Республика тәҡдим иткән инвестиция проектына ул ниндәй баһа бирҙе, был проектта уны айырыуса нимә ҡыҙыҡһындырҙы?
    – Владимир Владимирович Путин проектҡа ҙур ҡыҙыҡһыныу белдерҙе, презентацияны иғтибар менән тыңланы. Премьер тәҡдим ителгән инвестиция проектын ниндәй нигеҙҙә тормошҡа ашырырға планлаштырыу, дәүләт-шәхси партнерлыҡ принциптарын файҙаланыу-файҙаланмау, шәхси инвесторҙарҙың средстволарын йәлеп итеү күләмдәре, проектты тормошҡа ашырыу өсөн дөйөм финанслау күләмендә уларҙың өлөшө менән ҡыҙыҡһынды. Ул проектты хупланы, ә экспозициябыҙҙы ҡарап сыҡҡандан һуң Башҡортостан халҡы өсөн ыңғай һөҙөмтәһен билдәләп, проектты тормошҡа ашырыуҙа уңыштар теләне.
    – Тәүге аралашыуҙа проекттың буласаҡ инвесторҙарын таптығыҙмы? Уны тормошҡа ашырыу перспективалары ниндәй?
    – Төп йүнәлештәр буйынса инвесторҙар билдәләнде, әле РФ Инвестиция фондына заявка биреү өсөн тейешле документация әҙерләнә. Транспорт инфраструктураһын үҫтереү йәһәтенән беҙ дәүләт ярҙамына иҫәп тотабыҙ. Һораласаҡ средстволар күләме яҡынса 24 миллиард һум тәшкил итәсәк. Үҙ сиратыбыҙҙа беҙ республика һәм Өфө ҡалаһының йыйылма бюджетынан инженерлыҡ һәм социаль инфраструктура обьекттары төҙөүгә аҡса бүлергә планлаштырабыҙ. Ҡуйылған бурыстарҙы тормошҡа ашырыу өсөн төбәк бөтә тейешле шарттарға – ғилми, кадрҙар һәм етештереү ҡеүәтенә, шулай уҡ инвестиция эшмәкәрлеген көйләүсе күләмле норматив-хоҡуҡи базаға эйә.
    – Раил Сәлих улы, Сочиҙағы форумда федераль власть органдары, Рәсәй төбәктәре, бизнестың күренекле вәкилдәре менән осрашыуҙар үткәреүегеҙ хаҡында матбуғатта хәбәр ителгәйне. Ошо осрашыуҙарҙың ҡайһыларын айырып билдәләр инегеҙ? Бөгөн республика Үҙәк менән ниндәй мөнәсәбәттә? ТВЦ, «Беренсе канал» телеэфиры аша күрһәтелгән ҡайһы бер тапшырыуҙар ярҙамында таратырға тырышҡан шик-шөбһә өсөн нигеҙ бармы?
    – Башҡортостан Республикаһы экспозицияһында Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары А. Жуков, РФ иҡтисади үҫеш министры Э. Нәбиуллина, РФ төбәктәр үҫеше министры Д. Козак, Рәсәй Федерацияһы Президентының Көньяҡ федераль округтағы тулы хоҡуҡлы вәкиле В. Устинов, Краснодар крайы губернаторы А. Ткачев һәм форумда башҡа ҡатнашыусылар булды.
    Башҡортостан делегацияһы менән тәүгеләрҙән булып Рәсәй ауыл хужалығы министры Алексей Гордеев осрашты. Ул быйылғы ураҡ барышында Башҡортостан игенселәре тарафынан йыйып алынған 5 миллион тоннанан ашыу игендең бик ҙур һөҙөмтә булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алып, республиканың аграр өлкәләге уңыштарын айырып билдәләне.
    Краснодар крайының Успенский районы муниципаль берәмеге хакимиәте етәкселәре менән ихлас аралашыу булды. Был район Сочи форумын ойоштороу комитетының Башҡортостан Республикаһы рәсми делегацияһына беркетелгән күптәнге яуаплы вәкиле булып тора.
    «Авиасалон» асыҡ акционерҙар йәмғиәте һәм «Рәсәй» транспорт-күргәҙмә комплексы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте вәкилдәре менән осрашыу ҡыҙыҡлы булды. Унда Башҡортостан предприятиеларының һәм республика етәкселеге вәкилдәренең 2009 йылдың авгусында Жуковский ҡалаһында үткәреләсәк «МАКС – 2009» IX халыҡ-ара авиация-йыһан салонында ҡатнашыуы тикшерелде.
    Республикабыҙ – Рәсәй Федерацияһының иң көслө төбәктәренең береһе. Федераль үҙәк быны белә һәм баһалай. Беҙҙе ике яҡтың мәнфәғәттәрен иҫәпкә алған күптәнге ғәҙәти, файҙалы, эшлекле мөнәсәбәттәр бәйләй.
    Һуңғы һорауығыҙға өҫтәмә аңлатмалар кәрәкмәйҙер тип уйлайым. Тик мин уға төҙәтмә индерер инем – шик таратырға тырышалар түгел, ә тырыштылар. Эштәре барып сыҡманы, сөнки республика халҡы ла, беҙгә ҡунаҡҡа килеүселәр ҙә төбәгебеҙҙең тотороҡло үҫешенә үҙҙәре күреп инаныу мөмкинлегенә эйә. Әйткәндәй, Мәскәү мэрының беренсе урынбаҫары Владимир Ресин журналистарға, Башҡортостан күпселек мәсьәләләрҙә башҡалар өсөн ыңғай миҫал була ала һәм булырға тейеш, тип белдерҙе.
    Федераль власть органдары етәкселәре төбәктәр менән хеҙмәттәшлеккә, эре проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа ярҙам итергә әҙер. Премьер-министр вазифаһында ярты йыллыҡ эш осоронда быға күп тапҡыр инандым, сөнки бөгөн Рәсәйҙең үҙ тамырҙары менән көслө булыуын барыһы ла аңлай.
    авторы: Нур | 2 октября 2008 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Рәсми хроника
  • Беҙҙекеләр - Сочиҙа
  • Мөhим мәсьәләләр ҡаралды
  • Хөкүмәт башлығы Мәскәүҙ ...
  • Янылыктар
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru