Ашын яратһаң, эшен дә ярат.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Йондоҙнамә
  • [b]Орлоҡ һалығыҙ, тип көтә ер[/b]
  • Харамдан тыйыла беләбеҙме?
  • Хорау-яуап
  • Хәтер юйылмаһа, улар тере ҡалыр!
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Беҙҙең вокзал төбәктә иң яҡшыһы буласаҡ Башҡортостан
    Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Григорий Рапота, үҙ вазифаһына тәғәйенләнгәс, Волга буйы федераль округы субъекттары буйлап танышыу сәфәре яһап, Башҡортостанда июнь айында булып киткәйне инде. Кисә ул беҙгә икенсе тапҡыр килде. Сәфәренең маҡсаты – республикабыҙҙың социаль-иҡтисади хәле менән танышыу, һөйләшеүҙәрҙә һәм сәнәғәт, социаль объекттарҙы асыуҙа ҡатнашыу ине.
    Көндөң беренсе яртыһында Григорий Рапота республика етәкселеге менән бергә Стәрлетамаҡтың «Сода» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә булып, ундағы цемент производствоһы менән танышты. Юғары ҡунаҡ менән БР Президенты Мортаза Рәхимов «ГайдельбергЦемент» немец фирмаһы етәкселеге менән осрашып, холдинг менән килешеүгә ҡул ҡуйҙы.
    Артабан федераль чиновник менән республикабыҙ Президенты Мортаза Рәхимов Рәсәй Федерацияһы Һаҡлыҡ банкыһының Урал бүлексәһе етәкселеге менән осрашты.
    Өфө районында Өфө трансформатор заводына һәм «Ласселсбергер» концернының керамик плиткалар етештереү буйынса заводына барыу берлектәге сәфәрҙең сираттағы нөктәһе булды.
    Григорий Рапота республика етәкселеге менән бергә Өфө районының Главбашстрой асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең тимер-бетон изделиелар һәм газ-силикат блоктар әҙерләүсе комбинатын асыу тантанаһында ҡатнашты. Унда республика башлығы, предприятиеның продукцияһы ҙур һорау менән файҙаланасаҡ, төҙөлөш комплекстарының арта барған ихтыяжын тәьмин итәсәк, тип билдәләне. Комбинатта йылына 200 мең куб. метр бетон һәм тимер-бетон изделиелар етештереләсәк. Әле предприятиела 135 кеше эшләй. Киләһе йылда, производство ҡеүәттәре артҡас, бында эш урындары тағы ла күбәйәсәк.

    ***
    Григорий Рапота Өфө тимер юл станцияһында булып, тимер юл пассажирҙар комплексын реконструкциялау барышы менән танышты һәм файҙаланыуға тапшырылған әҙер объекттарҙы асыу тантанаһында ҡатнашты. Байрам тантанаһында республика Президенты Мортаза Рәхимов, БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев, республиканың башҡа рәсми кешеләре, Куйбышев тимер юлы начальнигының беренсе урынбаҫары Сергей Соложенкин һәм Куйбышев магистраленең Башҡортостан бүлексәһе начальнигы Владимир Бучельников булды.
    Республика башлығы, һуңғы ике йылда күп эштәр башҡарылды, тип билдәләне һәм яңы тимер юл вокзалын «ысын һарай» тип атаны. Куйбышев магистрале һәм төҙөлөш ойошмалары вәкилдәре юлдарҙы үҙгәртеү һәм Өфө станцияһында пассажир платформаһын оҙонайтыу, ҡала эргәһе тимер юл вокзалы, багаж бүлексәһе һәм күп кимәлле автомобиль туҡталыштары төҙөү буйынса артабанғы пландар менән таныштырҙы. Өфө тимер юл вокзалының икенсе сираты ла төҙөләсәк.
    Киләсәктә Өфө вокзалы төбәктә иң яҡшыларҙан һаналасаҡ.

    «Башинформ».
    Ю. КӘРИМОВ фотоһы.
    авторы: Нур | 18 декабря 2008 | | Фекерҙәр (3)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Рапота р. Хәмитовты БР хөкүмәте ағзалары мен& ...
  • Мәнфәғәттәрен хәстәрләп
  • Транспорт мәсьәләләре ҡаралды
  • ГРИГОРИЙ РАПОТА ӨФӨЛӘ БУЛДЫ
  • Янылыктар
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru