Алғыр кеше алымынан, йылғыр кеше аҙымынан билдәле.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Кейемдең... төҫөнә ҡарап та ҡаршы алалар
  • «Йәшлек»кә иң тәүҙә яҙылам
  • Аллаhы Тәғәлә бойороҡтары
  • 1 һорауға 3 яуап
  • Эш солтаны
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Яңы йыл төрлө ергә төрлө ваҡытта килә Башҡортостан
    ] Ер шарында Яңы йылды иң тәүгеләрҙән булып Фиджи архипелагында йәшәүселәр ҡаршылай.
    ] Яңы йылды иң йыш ҡаршылай торған урын – Индонезияның Бали утрауы. Сөнки унда йыл 210 көн генә дауам итә. Байрам табынындағы иң ҙур һый – дөгөнән бешерелгән төрлө төҫтәге оҙон (ике метрлы) таҫмалар.
    ] Японияла Яңы йылды байрам иткәндә битлектәр кейеп бейей-бейей ҡунаҡтан-ҡунаҡҡа йөрөү ғәҙәткә ингән.
    ] Бирмала Яңы йылды апрелдә, тропик ямғырҙар тамамланғас, ҡаршылайҙар. Таныш-белештәрен ҡотлағанда өҫтәренә биҙрә менән һыу ҡоялар.
    ] Шотландияла сәғәт төнгө 12-не һуҡҡанда Иҫке йыл сығып китеп, Яңы йыл килһен өсөн ишектәрҙе асып ҡуялар.
    ] Вьетнамдар Яңы йылды ай календары буйынса ҡаршылай. Шуға күрә ул төрлө ваҡытҡа тура килә.
    ] Кенияла Яңы йылды һыуҙа ҡаршыларға ғәҙәтләнгәндәр. Был көндө йылға-күлдәрҙә, Һинд океанында ҡойоналар, кәмәлә йөрөйҙәр, йырлайҙар һәм шатланалар.
    ] Һиндостанда ҡайһы йыл еткәнен теүәл генә билдәләп тә булмай, сөнки ваҡыт бер юлы дүрт эра – Саливаха, Викрамдитья, Джайна һәм Будда эралары буйынса һанала. Яңы йыл илдең көньяғында – мартта, төньяғында – апрелдә, Керал штатында июлдә һәм августа билдәләнә.
    ] Кореяла Яңы йыл төнөн ауыл урамдарында байрам итәләр. Традиция буйынса йәш ҡыҙҙар байрам төнөндә бейеклеккә һикереү буйынса ярыша.
    ] Гаитиҙа Яңы йыл тормоштоң башы булып һанала. Шуға күрә был утрауҙа йәшәүселәр өйҙәрен йыйыштыра, яңы йыһаздар һатып алырға тырыша, дошманлашҡан кешеләр дуҫлаша.
    ] Төньяҡ Америкала йәшәүсе навахо тигән индеецтар ҡәбиләһе Яңы йылды урман яланында усаҡ яғып ҡаршылай. Улар аҡтан кейенә, биттәрен аҡҡа буяй, ҡаурыйҙарҙан эшләнгән шар бәйләнгән таяҡ тота. Бейегәндә усаҡ янына яҡыныраҡ килергә тырышалар һәм, ҡаурыйҙарға ут ҡапһа, бик шатланалар. Һуңынан ҡәбиләнең иң көслө 16 ир-аты пәйҙә була. Улар ҙур ҡыҙыл шарҙы музыка аҫтында иң бейек бағана башына күтәртеп бәйләп ҡуя һәм бөтәһе лә: «Яңы Ҡояш тыуҙы!» – тип ҡысҡыра.
    авторы: admin | 25 декабря 2008 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Индонезиялағы Яңы йыл
  • Ҡыш бабай төрлө илдәрҙә төрл} ...
  • Нисек ял итәбеҙ?
  • Өфө йәрминкәләр ҡаршылай
  • «Өфөм – минең гүзәл баш ҡалам...»
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru