Кеше эше менән маҡтанма.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Яуығыҙ ҡарҙар күберәк!
  • Тәҡдир һәм яҙмыш
  • Металл һәм таш
  • Ағас күрке – япраҡ, тиһәләр, урман күрке – мышылар...
  • Ҡәҙерле дуҫтар!
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Киләсәктәре яҡты һәм матур булһын Башҡортостан
    Балалар йортонда ҡанат нығытып, оло тормош юлына аяҡ баҫыуҙарына бер нисә ай ғына, шул арала бер-береһен һағынышып та өлгөргәндәр. Ҡосаҡлашалар, һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәй, тәрбиәселәре лә эске бер наҙ, яратыу тулы ҡараштарын уларға төбәгән. Әйтерһең дә, бер нисә йыл күрешмәгән бер туғандар осраша. Республика балалар йорттары тәрбиәләнеүселәренең быйылғы сығарылышы слетында ҡатнашыусы ҡыҙҙар һәм егеттәр хаҡында һүҙебеҙ.

    Эйе, улар өсөн бергә үҫкән тиҫтерҙәренән, тәрбиәселәренән дә яҡыныраҡ кешеләр юҡ. Балалар йорто – тыуған йорттары. Яҙмыш елдәре уларҙы шунда осраштырған, ҙур ғаилә итеп үҫтергән.

    Яңы йәшәй генә башлауҙарына ҡарамаҫтан, тормошта улар ике ҙур һынауҙы үтергә лә өлгөргән. Беренсеһе – ата-әсәйһеҙ ҡалып, донъя ауырлыҡтарын бер ни тиклем татырға өлгөрөп, балалар йортона барып ингән көн. Икенсеһе иһә – үҫеп етеп, мәктәпте тамамлап, ҙур тормош юлына аяҡ баҫыу. Тәүгеһендә һине хәлеңде еңеләйтергә ынтылып тороусы тәрбиәселәр, үҙ йортоңдағы кеүек йәшәү шарттары, бер үк яҙмышлы тиҫтерҙәрең ҡолас йәйеп ҡаршы алып торһа, һуңғыһында иһә тик үҙеңә генә ышанырға ҡала. Яҡлаусың да, һинең хаҡта хәстәрлек күреүсе лә, йылы аш менән ҡаршылаусы ла, кәрәк саҡта кәңәштәре менән ярҙам итеүсе лә юҡ. Ихтыяр көсөң, рухың ныҡ булһа, һынауҙарға бирешмәй, алға бараһың. Был йәһәттән Сермән балалар йорто тәрбиәләнеүсеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе Фәнис Ғәйнетдин улы Исхаҡов уларға өлгө булып тора. Шуға күрә лә слетта ҡатнашыусылар уның сығышын йотлоғоп тыңланы. «Тормошҡа етди ҡарағыҙ. Хәҙер һеҙгә иң мөһиме – уҡып һөнәр алыу. Изге күңелле булығыҙ, кешеләрҙән көнләшмәгеҙ. Изгелек һәр ваҡыт изгелек булып кире ҡайта», – тине ул йәштәргә теләк һүҙҙәрендә. Әгәр ҙә инде алдыңа маҡсат ҡуйып, шул маҡсатыңа ирешергә ынтылмайһың икән, тормош бөгөлдәрендә юғалып та ҡалыуың бар.

    Юҡ, бындай яҙмыш юрамайыҡ беҙ уларға. Быға тиклем тормошта күргән һынауҙары ла еткән, киләсәктәре яҡты һәм матур булһын. Слетта ҡатнашыусы хөрмәтле ҡунаҡтар ҙа уларға ошондай изге теләктәрен еткерҙе. Мәғариф министры Зиннәт Аллаяров: «Бөгөн бында ҙур байрам, ысын ғаилә байрамы. Ошо байрамда ҡатнашыуыма, һеҙҙең менән осрашыуыма бик шатмын. Беҙҙең илебеҙҙә балалыҡты ҡурсалау, балалар хоҡуғын яҡлау буйынса бик күп эш башҡарыла. Тимәк, киләсәктә лә һеҙ яҡлаусыһыҙ ҡалмаясаҡһығыҙ», – тип киләсәктә лә уларҙың таяныр кешеләре буласағына ышаныс белдерҙе.

    Ысынлап та, балалар йортонан бер кем дә урамға сығарып ебәрелмәй, уларҙы уҡырға индереү, эшкә урынлаштырыу хәстәрлеге күрелә. Быйыл, мәҫәлән, үҫеп етеп балалар йортон ҡалдырып китеүсе 261 үҫмерҙең өсәүһе юғары уҡыу йортона, 48-е урта махсус уҡыу йортона уҡырға ингән. 190 бала һөнәрселек лицейҙары һәм училищеларында белем ала, 19-ы мәктәптә уҡыуын дауам итә, береһе хәрби хеҙмәткә саҡырылған.

    Ауылда тыуған бала өсөн ауыл мөхитендә үҫеү, тыуған мөхиттә тәрбиәләнеү мөһим. Бында үҙ-ара мөнәсәбәттәр ҙә нисектер йылыраҡ. Балалар һаны аҙ булғас, бер-береңә туғандар кеүек эҫенешеп тә бөтәһең. Әбйәлил районының Асҡар ауылында балалар йорто 2000 йылда асыла. Уҙған йылда бында 60-тан ашыу тәрбиәләнеүсе була. Шуларҙың алтауһы быйыл, 9-сы синыфты тамамлап, балалар йортон ҡалдырып киткән. Дүртәүһе урта махсус уҡыу йортона ингән, ҡалған икәүһе һөнәрселек лицейы менән мәктәптә уҡыуын дауам итә.
    Альбина Рәхмәтова Әбйәлил районының Ташкүл ауылында тыуған. Биш йыл Асҡар балалар йортонда тәрбиәләнә. Әле иһә Магнитогорск педагогия колледжына уҡырға ингән. Балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе буласаҡ ул. «Балалар йорто бик һағындыра. Унда ныҡ күңелле йәшәгәнбеҙ икән. Һүрәт төшөрә инек, тегергә өйрәндек, бейеп-йырлап, төрлө фестивалдәрҙә ҡатнаша торғайныҡ. Ғөмүмән, беҙҙең балалар йорто бик матур ул», – ти балалар йортонда йәшәгән осоро хаҡында.
    Ғүмәр Тайсин менән Илнур Ғәйнуллин хаҡында тәрбиәселәре Лилиә Рәсүл ҡыҙы Килдейәрова: «Һәр эшкә яуаплы ҡарайҙар. Ныҡ таҙалыҡ яраталар. Яҡшы уҡынылар», – ти. Егеттәр әле икәүһе лә Магнитогорск профессиональ-педагогия колледжына уҡырға ингән. Ғүмәр металл конструкциялар әҙерләү буйынса инженер, ә Илнур төҙөүсе һөнәрен үҙләштерә. «Балалар йортон ҡалдырып китеүе, бер яҡтан, ауыр булһа, икенсе яҡтан, яңы тормош үҙенә ылыҡтыра», – тиҙәр. Һүҙ юҡ, бала саҡта һәр кем үҙ аллы булырға ынтыла. Өҫтәүенә, нимә генә тимә, балалар йортонда дөйөм ҡағиҙәгә hәм тәртипкә буйһонорға тура килә.

    Слет күңелле концерт һәм балалар өсөн әҙерләнгән байрам табыны менән тамамланды. Ошо көн иҫтәлеге итеп уларға бүләктәр ҙә тапшырылды.

    Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.
    авторы: admin | 29 ноября 2007 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Етемдәргә уҡыу йорттарына юл асыҡ
  • Киләсәктә лә алдынғылыҡҡа ынтылып ...
  • Һәр бала бәхетле булырға хоҡуҡлы
  • Йәшәү йәме – хеҙмәттә!
  • Бала күңеле далаламы?
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru