Ашаған белмәй, тураған белә.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Ҡояш кеүек, ул ергә белем-нур сәсә!
  • Харамдан тыйыла беләбеҙме?
  • ЛУНТИК, КЕШЕ-ҮРМӘКСЕ, ТОМ ҺӘМ ДЖЕРРИ ХАҠЫНДА
  • Хужабикәгә кәңәш
  • «Гөрләтеп эшләрлек шарттар бар»
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Үҫмерҙәр енәйәтселегенә ҡаршы Башҡортостан
    Республика йортонда бәлиғ булмағандарҙың эштәре һәм уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса Хөкүмәт комиссияһының ултырышы үтте

    БР Премьер-министры урынбаҫары, мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Илдус Илешев алып барған комиссия ултырышында билдәләнеүенсә, республикала үҫмерҙәр тарафынан һәм улар ҡатнашлығында башҡарылған енәйәттәр кәмей бара. Мәҫәлән, 2007 йылда енәйәт ҡылыуҙа бөтәһе 3413 үҫмер ҡатнашһа, былтыр бәлиғ булмаған енәйәтселәрҙең һаны 549-ға кәмегән, үҫмерҙәр тарафынан 2982 енәйәт ҡылынған, был, 2007 йыл менән сағыштырғанда, 435-кә әҙерәк. «Бындай статистика, әлбиттә, һөйөндөрә, әммә ҡайһы бер райондарҙа һәм ҡалаларҙа хәл әлегәсә көсөргәнешле килеш ҡала», – тип, Илдус Ғөбәйҙулла улы бының сәбәбен асыҡлау маҡсатында һүҙҙе Дыуан районы хакимиәте башлығы урынбаҫары, райондың бәлиғ булмағандар эше буйынса комиссияһы рәйесе Вера Глушко менән Күмертау ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Светлана Агишеваға бирҙе.
    «Йылдар буйынса алғанда, районда үҫмерҙәр тарафынан ҡылынған енәйәттәр һаны кәмей бара, әммә республика күрһәткестәре менән сағыштырғанда, хәл, ысынлап та, киҫкен тора», – тине Дыуан районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Вера Глушко. 2008 йылда районда үҫмерҙәр тарафынан 38 енәйәт ҡылынған. Декабрь айында ғына улар бер-бер артлы туғыҙ енәйәт ҡылған. Ғәйепләнеүсе үҫмерҙәр имен булмаған ғаиләләрҙән, быға тиклем дә яуаплылыҡҡа тарттырылып, хөкөм ителгән булалар. Ҡабаттан енәйәт ҡылған ваҡытта уларҙың бер ерҙә лә эшләмәүе лә, уҡымауы ла асыҡлана. Премьер-министр урынбаҫарының: «Үҫмерҙәр енәйәтселеген кәметеү маҡсатында ниндәй аныҡ саралар күрелә?» – тигән һорауына райондың комиссия рәйесе асыҡ ҡына яуап бирә алманы.
    Күмертау ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы урынбаҫары Светлана Агишеваның әйтеүенсә, үҫмерҙәр енәйәтселеге көсәйеүе ғаиләләрҙең иҡтисади кимәленең түбән булыуына, эшһеҙлеккә бәйле. Былтыр бында бәлиғ булмағандар тарафынан 116 енәйәт ҡылынған, әлеге ваҡытта 126 үҫмер иҫәпкә алынған.
    Сығыштар буйынса фекер алышҡандан һуң, Күмертау ҡалаһында ла, Дыуан районында ла бәлиғ булмағандарҙың енәйәтселегенә ҡаршы тейешле кимәлдә эш алып барылмауы билдәләнде һәм үҫмерҙәр араһында енәйәтселекте профилактикалау буйынса артабанғы эштәрҙең төп йүнәлештәрен билдәләүсе ҡарар ҡабул ителде. Атап әйткәндә, эске эштәр идаралығында мәктәп инспекторы штатын булдырыу, Дәүләкәндә – «Факел» үҫмерҙәр клубына, Дыуанда «Приват» социаль-психология үҙәгенә айырым бина бүлеү, киләһе комиссия ултырышында Шаран районының эш тәжрибәһен өйрәнеү һ.б.
    Комиссия ултырышында ҡаралған икенсе мәсьәлә – ауыр хәлдә ҡалған ғаиләләрҙәге балаларҙың йәйге ялын ойоштороу. Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Наталья Алмаеваның әйтеүенсә, был маҡсатҡа быйыл алты миллион һумға яҡын аҡса тотоноласаҡ. Федераль бюджеттан субсидия күләме 5,1 миллион һум тәшкил итәсәк. Бынан тыш, Башҡортостан бюджетынан 465 мең һум һәм үҫмерҙәр енәйәтселеген профилактикалау буйынса республика маҡсатлы программаһы нигеҙендә 470 мең һум аҡса бүленәсәк. Һөҙөмтәлә ошо категорияға ҡараған меңгә яҡын үҫмер йәйге һәм көҙгө каникулдарҙа лагерҙарҙа үҙенең сәләмәтлеген нығыта аласаҡ.
    авторы: admin | 24 марта 2009 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Мөһим сараға әҙерлек ҡыҙа
  • Башҡортостан яңылыҡтары
  • Ҡалтасылар ниңә дәүләт теленә бит ...
  • Балаларҙың ялы ял булһын
  • Йәштәргә иғтибар артасаҡ
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru