Ҡул ҡайҙа - ауыҙ шунда.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Ай башы
  • Матбуғатҡа яҙылыу хаҡтары үҙгәрмәйәсәк
  • Бер стакан еләк – 60 һум
  • Рәсәй көнө менән!
  • Мосолман ғаиләһен тәьмин итергә бурыслы
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • КРАСНОДАР БАШҠОРТТАРЫ БАШҠОРТОСТАНДА ҠУНАҠТА Башҡортостан
    Милләттәштәребеҙ илебеҙҙең ҡайһы төбәктәрендә, ҡайһы ҡитғаларҙа ғына йәшәмәй! Яҙмыш еле уларҙы заманында сит тарафтарға илтеп, шул ерҙәрҙе үҙ итергә, донъя ҡорорға үҙе ҡушҡандыр. Башҡортостандан алыҫ йәшәһәләр ҙә, уларҙың һағынышлы, һағышлы уйҙары тыуған яҡтарына юллана торғандыр.
    Тыуған илкәйен, туған телкәйен, туған халҡын һағынған Краснодар өлкәһе башҡорттары ошо көндәрҙә Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры коллективы саҡырыуы буйынса Башҡортостанға ҡунаҡҡа килде. Ундағы милләттәштәребеҙҙең тупланып, татыу йәшәүе, төрлө байрамдарҙы бергә ойошоп үткәреүе, республикабыҙҙан килгән ҡунаҡтарҙы ихлас ҡаршы алыуы, һыйлауы, йолаларыбыҙҙы, мәҙәниәтебеҙҙе, тарихыбыҙҙы онотмайынса ғүмер кисереүе тураһында гәзит биттәрендә быға тиклем яҙғаныбыҙ бар ине. Алыҫта көн күргән ватандаштарыбыҙҙың, халҡыбыҙҙың күркәм йәшәйешен онотмайынса, үҙҙәренсә тырышып, «Ағиҙел К» исемле башҡорт йәмғиәтен төҙөп, милли байрамдар, саралар үткәреп йәшәүе һоҡланыу, ғорурланыу тойғоһо уята. Мәҙәниәтебеҙҙе, сәнғәтебеҙҙе, ғөмүмән, рухиәтебеҙҙе һағынған милләттәштәребеҙҙең һыуһынын ҡандырыр өсөн йыл һайын Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры артистары, сәнғәт әһелдәре, ҡоролтай ағзалары менән матур осрашыуҙар үткәрелә.
    Башҡортостанға биш көнлөк сәйәхәткә килгән ҡунаҡтар – Краснодар өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы ағзалары үҙҙәренең дуҫтары – «Йәшлек» гәзите хеҙмәткәрҙәре менән осрашып, республиканан алған тәьҫораттары, күңелдәренә тулған хис-тойғолары менән бүлеште.
    Алыҫ төбәктән килгән ҡунаҡтарыбыҙ – Краснодар ҡалаһының «Ағиҙел К» башҡорт йәмғиәте рәйесе урынбаҫары Әүхәт Мусин, ойошманың әүҙем ағзаһы, Кубань дәүләт аграр университетының проректоры Әхмәҙи Сөләймәнов, Анапа ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, «Альпина-Кубань» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Марс Ғәббәсов, Анапа ҡала мосолмандары йәмәғәт ойошмаһы рәйесе, сауҙа техникумы директоры Ришат Әхмәтйәнов, Краснодар крайы адвокаттар коллегияһы вәкиле, адвокат Хәмзә Ғәлиев, «Йондоҙ» этник клубының Абинск ҡалаһындағы филиалының етәксеһе Фәнүзә Лютова, йәмәғәт ойошмаһының әүҙем ағзалары Фатима Мусина һәм Хәмдениса Сөләймәнова – Башҡортостанға килеүҙәренә ифрат шат һәм, үҙҙәренең һүҙҙәренсә, был көндәр уларҙың хәтерендә сағыу бер сәйәхәт булып һаҡланасаҡ.
    Республикабыҙға килгән ҡунаҡтар тәүҙә Стәрлетамаҡ ҡалаһында булды.
    – Стәрлетамаҡта беҙҙе бик йылы ҡаршыланылар, – ти Әүхәт Мусин. – 2-се башҡорт лицей-интернатында, китапханала, мәсеттә, Стәрлетамаҡ дәүләт драма театрында... ҡайҙа ғына булһаҡ та, беҙгә оло хөрмәт күрһәттеләр. Республикала йәшәүсе халыҡтың күркәм донъя көтөүенә хайран ҡалдыҡ, шат йөҙҙәренә ҡарап, һөйләштәрен тыңлап туя алманыҡ. Сәйәхәтебеҙ артабан Өфөнөң иҫтәлекле, матур урындарына, Күгәрсен районына юл аласаҡ.
    Бер осрашыу – үҙе бер ғүмер, тигәндәй, Краснодар ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайының әүҙем ағзаһы Фатима Мусина моңло тауышы менән тыуған яҡтарҙы һағыныу тураһында йыр һуҙып ебәрмәһенме! Моңло һағыш йөрәктәргә үтеп, күптәрҙең күҙҙәрен сылатты.
    Тыумышы менән Ҡурған яҡтарынан булған милләттәшебеҙ Әхмәҙи Сөләймәнов та түҙмәне, үҙенең республиканы тәү тапҡыр күргәненән ҡалған тәьҫораттары, хис-тойғолары менән бүлеште.
    – Хәрби хеҙмәттә 32 йыл дауамында күп тапҡыр поезд менән Краснодар – Силәбе маршруты буйынса йөрөргә һәм Өфө ҡалаһын ситтән генә ҡарап үтергә тура килгәне булды. Әммә башҡорт ҡалаһының шул тиклем күркәм, таҙа, матур булыуына иҫем китте. Тимәк, етәксе кешенең ҡулы шундай тәртипте тота. Урамда кешеләрҙең саф башҡортса аралашыуына, уларҙың шат йылмайышып, бер-береһенә изгелекле булыуына һоҡландым. Сит ерҙә ҡыйын булһа ла, телебеҙҙе онотмаҫҡа, мәҙәниәтебеҙҙе, тарихыбыҙҙы балаларыбыҙға өйрәтергә тырышабыҙ, – тигән тулҡынланыулы кисерештәрен еткерҙе ул.
    Милләттәштәребеҙҙең ситтә булып та, үҙ тырышлыҡтары менән ойоша алыуы һәм республика менән үҙ-ара бәйләнештәрҙе көйләп, милли йөҙҙәрен һаҡлап ҡалыуы бик мәслихәт.
    Вадим ХӘБИРОВ.
    Юлай КӘРИМОВ фотоһы.
    авторы: Нур | 23 апреля 2009 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Күңелдәрен күреп ҡайттыҡ
  • Башҡортостанға сәйәхәт күңелд ...
  • Краснодарҙа башҡорт бармы?
  • Силәбегә һалдыҡ рухи күпер
  • Краснодар башҡорттары берләшә
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru