Ир ҡоралы - ҡамсылыр, ҡулда барҙа ҡәҙере юҡ.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Башҡортостан яңылыҡтары
  • Баш ҡалала Еңеү эстафетаһы гөрләне
  • Күсәр
  • [b]Тарих киләсәккә юл яра[/b]
  • Йәнлектәр донъяһы
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Янылыктар Башҡортостан
    Салауат ҡалаһы ҡала округында үткән кәңәшмәлә урындағы хакимиәт башлығын ваҡытынан алда вазифаһынан бушатыу мәсьәләһе ҡаралды. Быға тиклем Салауат ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Хәлил Рәхимов, үҙ теләге менән эштән бушатыуҙарын һорап, ғариза яҙған. Әле унда хакимиәт башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыу өсөн Радик Бохармәтов тәғәйенләнгән.

    Республиканың ете предприятиеһы «УралЛегПром – 2009» күргәҙмәһенең дипломына лайыҡ булған, билдәле булыуынса, был сара еңел сәнәғәттә ҡулланыу өсөн технологиялар, ҡорамалдар һәм материалдарҙы күрһәтеү маҡсатында ойошторола. Быйыл күргәҙмәлә Өфөнән бик күп предприятие ҡатнашты, Польша, Белоруссия, Италия илдәренән, Мәскәү, Силәбе, Һамар һәм башҡа бик күп ҡалаларҙан ҡунаҡтар йыйылды. Беҙҙең республиканан дипломдар алыусылар араһында «Өфө трикотаж фабрикаһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, «Салауат» ательеһы һәм башҡалар бар.

    Тимер юл транспортының эшенә еңел кәсеп эҙләүселәр аяҡ сала, яңыраҡ ҡына Куйбышев тимер юлының Башҡортостан Республикаһы буйынса бүлексәһендә 75 метрлыҡ кабелде урлағандар. Тимер юлы хеҙмәткәрҙәре металл урлаусыларға ҡаршы даими көрәшә, ә бит транспорттың өҙлөкһөҙ эшләүен тәьмин иткән металды урлауҙың ауыр һөҙөмтәләргә килтереү осраҡтары бик күп. Енәйәттәрҙең пассажирҙарҙың ғүмерен ҡыйыуға килтереүе ихтимал.

    Быйылғы йәйҙә урман янғындарын һүндереүҙә ҡатнашыу өсөн республикала 2080 кешенән торған 260 тиҙ эш итеүсе төркөм төҙөлгән. Уларҙың бөтәһе лә янғын һүндереү буйынса махсус әҙерләнгән, шулай уҡ, ҙур майҙанда янғын сыға ҡалһа, ярҙам итеү өсөн 242 янғын һүндереү дружинаһы ойошторолған. Башҡортостан Республикаһының Урман хужалығы министрлығы урман янғындарын алдан асыҡлау һәм һүндереү, профилактика буйынса әүҙем эш алып бара, теләгән бер ваҡытта эшкә егерлек техника ла бихисап.

    Л. РИФАТОВА әҙерләне
    авторы: Нур | 26 мая 2009 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Хөкүмә ...
  • Рәсми хроника
  • Янылыктар
  • Ишембай районында үҙгәрештәр
  • Янылыктар
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru