Иртә торғандың ырыҫы артыр.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Дайджест
  • Профсоюз берләштерҙе
  • Арғымаҡ «Керчь»тың яҙмышы
  • «Шыршы ҡупшы кейенгән...»
  • Улар Көнбайышты шаулата
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Өс һөйләм менән Башҡортостан
    3 июндән 6-һына тиклем Өфөлә Волга буйы федераль округы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре республика, край, өлкә профсоюз комитеттары рәйестәренең кәңәшмәһе үтәсәк.
    Уның эшендә агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәренең үҙәк профсоюз комитеты рәйесе Наталья Агапованың ҡатнашыуы көтөлә. Ауыл хужалығы производствоһын үҫтереү, профсоюздар эшмәкәрлегенең һөҙөмтәлелеген күтәреү мәсьәләләрен, ауыл халҡының, шулай уҡ аҙыҡ-түлек һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәренең социаль һәм хеҙмәт хоҡуҡтарын яҡлау проблемаларын тикшереү планлаштырыла.

    «Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми- тикшеренеү институты» дәүләт учреждениеһы хеҙмәткәрҙәре Монголияға ебәреү өсөн 600 бал ҡорто пакетын һәм 150 инә бал ҡортон әҙерләй.
    Ғилми-тикшеренеү институтынан хәбәр итеүҙәренсә, шул рәүешле башҡорт тоҡомло бал ҡорттарынан алыҫ илдә боронғо кәсепте тергеҙә башлаясаҡтар. Әлеге ваҡытта Өфөлә директоры Чинзориг Жамцын етәкселегендә «Шаамарын тахой» кооперативы вәкилдәре бал ҡорттары пакеттарын комплектлауҙа ҡатнаша.

    29 майҙан 3 июнгә тиклем Өфөнөң ҙур сауҙа үҙәктәрендә етем һәм ата-әсәләре баш тартҡан балалар өсөн бер тапҡыр ҡулланыла торған йүргәктәр йыйыу буйынса хәйриә акцияһы үткәреләсәк.
    29 майҙан 31-енә тиклем йүргәктәр йыйыуҙың ваҡытлыса пункттары «Ғаилә» сауҙа үҙәгендә асылһа, «Башҡортостан» сауҙа үҙәгендә улар июндең тәүге өс көнөндә ойоштороласаҡ. Өҫтәмә мәғлүмәтте 273-71-70 телефоны аша йәки http://nashideti.org/ сайтында алырға мөмкин.

    «Өфө» халыҡ-ара аэропорты 2008 йылда «БДБ илдәренең иң яҡшы аэропорты» конкурсында «Интенсив үҫешеүсе аэропорт» номинацияһында еңеүсе булды.
    БДБ илдәре граждандар авиацияһының «Аэропорт» ассоциацияһы тарафынан үткәрелгән был абруйлы конкурсҡа «Пассажир. Бөтә иғтибар!» 35-се Мәскәү халыҡ-ара конференцияһы һәм «Аэропорттар өсөн техника һәм ҡорамалдар» күргәҙмәһе сиктәрендә йомғаҡ яһалды. «Аэропорт» ассоциацияһының Почет грамотаһы һәм конкурста еңгән өсөн статуэтка «Өфө» халыҡ-ара аэропорты» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Салауат Ҡотошовҡа тапшырылды.

    Кисә Октябрьский ҡалаһында тантаналы рәүештә Республика ҡурай байрамы асылды. Был матур сара унда туғыҙынсы тапҡыр ойошторола, быйыл төрлө район-ҡалаларынан 250 тирәһе ҡурайсы ҡатнаша. Ҡурай байрамында еңеүселәрҙең Октябрьский музыка училищеһында гала-концерты көтөлә.

    «Мәғариф» өҫтөнлөклө милли проекты сиктәрендә үткәрелгән уҡыусыларҙың туҡланыуын камиллаштырыу буйынса эксперименталь проекттар конкурсында баш ҡалабыҙ еңеүсе тип танылды. Ул федераль бюджеттан 50 миллион һумлыҡ субсидия алыуға өлгәште. Грант иҫәбенә Өфөнөң 24 мәктәбе ашханаһы йәйге каникул осоронда танымаҫлыҡ булып үҙгәрәсәк – ремонт эшләүҙән тыш, кухня ҡорамалдары ла алмаштырыласаҡ.
    Рәшиҙә МӘХИЙӘНОВА әҙерләне.
    авторы: Нур | 30 мая 2009 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Өс һөйләм менән
  • Өс һөйләм менән
  • ҺАУА КҮПЕРЕ –
  • Рәсми хроника
  • Барыһына ла ҡыҙыҡ булмаҡсы
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru