Ҡулайымламайҡул яҙылмай.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Быйыл да һынатмаҫтар
  • Асылына ҡайтты Үтәғол
  • Енәйәт һәм яза
  • «Башҡортостан» алдынғы булырға бурыслы
  • Профсоюз берләштерҙе
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Рәсми хроника Башҡортостан
    Хеҙмәттәшлек даирәһе үҫә

    Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов Республика йортонда Иран Ислам Республикаһының Ҡаҙан ҡалаһындағы Генераль консулы Реза Багбан Кондори менән осрашты. Өфөгә ул «Газ. Нефть. Технологиялар – 2009» халыҡ-ара махсуслаштырылған күргәҙмәһендә ҡатнашыу өсөн килгән.
    Осрашыуҙа ике яҡлы сауҙа-иҡтисади һәм мәҙәни хеҙмәттәшлекте артабан киңәйтеү перспективалары тикшерелде. Башҡортостан Президенты дипломатты республикалағы социаль-иҡтисади һәм ижтимағи-сәйәси хәл менән таныштырҙы. Консул Мортаза Рәхимовҡа Иран делегацияһының күргәҙмәнән алған тәьҫораттары хаҡында һөйләне. Реза Багбан Кондори Башҡортостандың нефть һәм газ ҡорамалдары етештереүсе предприятиелары менән бәйләнештәрҙе юлға һалыу менән ҡыҙыҡһыныуын белдерҙе.
    Иран дипломатының фекеренсә, хәҙерге ваҡытта Башҡортостан менән Ирандың нефть-газ сәнәғәте һәм машиналар эшләү өлкәһендә үҙ-ара хеҙмәттәшлек перспективалары бар. Консул шулай уҡ студенттар менән алмашыу һәм Башҡортостан вуздарында Иран студенттарын техник һөнәрҙәргә уҡытыу теләген белдерҙе.
    Осрашыу ваҡытында Башҡортостан делегацияһының хеҙмәттәшлек буйынса ҡайһы бер проекттарҙы тикшереү өсөн Иранға яуап сәфәре мөмкинлеге лә тикшерелде.

    Башҡортостандың тәжрибәһе сит илдә киң файҙаланыласаҡ

    Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов Республика йортонда Индонезия Республикаһының Рәсәй Федерацияһындағы Ғәҙҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы вәкиле Хәмид Авалуддинды ҡабул итте. Өфөгә ул «Нефть. Газ. Технологиялар – 2009» XVII халыҡ-ара махсуслаштырылған күргәҙмәһендә ҡатнашыу өсөн Индонезияның дипломатик делегацияһы башында килгән.
    Осрашыу башында Мортаза Рәхимов дипломаттарҙы Башҡортостандың иҡтисади, социаль һәм мәҙәни үҫеше менән таныштырып үтте. Башҡортостан донъялағы 100-ҙән ашыу ил менән тышҡы сауҙа бәйләнешенә ингән, 2008 йылда тышҡы сауҙа әйләнеше күләме 9 млрд долларҙан ашып киткән.
    Шулай уҡ Башҡортостан менән Индонезия араһындағы эшлекле һәм мәҙәни бәйләнеште нығытыу мәсьәләләре тикшерелде.
    Хәмид Авалуддин республика башлығына беҙҙең баш ҡаланан һәм конгресс эшенән алған тәьҫораттары менән уртаҡлашты. Ул ике республика араһында ике яҡҡа ла файҙалы бәйләнеш булдырыу буйынса перспективаларҙың киң булыуын билдәләне. Хеҙмәттәшлектең өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе – нефть-газ эшкәртеү өлкәһе. Атап әйткәндә, киләсәктә Индонезия студенттары Башҡортостан вуздарында белем аласаҡ, беҙҙең республикала нефть-газ эшкәртеү тармағында тупланған тәжрибәне үҙҙәрендә ҡулланасаҡ. Сит ил ҡунағы йылылыҡ-энергетика өлкәһендәге беҙҙең ҡаҙаныштар ҙа улар өсөн файҙалы икәнлеген билдәләне.

    Пассажирҙарҙы хеҙмәтләндереү тағы ла яҡшырасаҡ

    Президент Мортаза Рәхимов Республика йортонда Куйбышев тимер юлы начальнигы Сергей Кобзев менән эш осрашыуы үткәрҙе.
    Тимер юл начальнигы Президентты Башҡортостан бүлексәһендә магистралде яҙғы планлы тикшереү йомғаҡтары менән таныштырҙы. Тикшереү Сергей Кобзев етәкселегендәге махсус комиссия тарафынан үткәрелгән. Комиссия эше сиктәрендә белгестәр тимер юл предприятиеларын, станцияларҙы һәм техниканы тикшергән. Шулай уҡ магистралдең ҡыштан һуң торошо һәм участкаларҙың йәйге ваҡытта эшләүгә әҙерлеге баһаланған. Сергей Кобзев, Куйбышев тимер юлының Башҡортостан бүлексәһе эшен комиссия ыңғай баһаланы, тип хәбәр итте.
    Осрашыуҙа «Башпригород» акционерҙар компанияһын төҙөү мәсьәләһе ҡаралды. Яңы структура пассажирҙарҙы хеҙмәтләндереү сифатын яҡшыртырға тейеш. Хәҙерге ваҡытта компанияның эшмәкәрлеген көйләүсе норматив акттар пакетын әҙерләү бара.
    Шулай уҡ «Өфө» тимер юл вокзалын артабан реконструкциялау тураһында ла һүҙ алып барылды.

    Һөнәри байрамдарына бүләк

    Өфөнөң «Нефтсе» спорт комбинатында Рәсәй химиктары профсоюздарының республика ойошмаһы уҡыу-спорт мәҙәни үҙәге асылды. Тантанала республика башлығы Мортаза Рәхимов ҡатнашты.
    Аҙаҡ Президент яңы комплексты, музейҙы ҡарап сыҡты һәм волейбол тубына үҙенең ҡултамғаһын ҡуйып, йәш волейболсыларға тапшырҙы.
    Химиктар комплексында спорт залы, конференц-зал, уҡыу кластары, хатта ҙур булмаған ҡунаҡхана ла бар.
    «Башинформ».
    авторы: Нур | 30 мая 2009 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Хеҙмәттәшлектән ике яҡ та ҡән ...
  • Нефть тармағын – республика мәнфәғәтенә
  • Иран делегацияһы Башҡортостан менән таныша
  • ГРИГОРИЙ РАПОТА ӨФӨЛӘ БУЛДЫ
  • Тармаҡты заманлаштырыу өсөн
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru