Ҡарама тешенә, ҡара эшенә.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • [b]Милләттәштәр, шөкөр, рухлы әле,
  • Кем аҡыллыраҡ
  • Бәхетле инәй
  • Һаулыҡтың әhәмиәте электән килә
  • Рәсәй йәштәре – беренсе
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Сибай хәбәрҙәре Башҡортостан
    «Аҡйондоҙ»ҙоң йондоҙло сәғәте
    Сибай педагогия колледжының «Аҡйондоҙ» бейеү ансамбленә халыҡ ансамбле исеме бирелгән.
    Уның репертуарында, билдәле бейеүҙәрҙән тыш, һирәк осраған, яңынан тергеҙелгәндәре лә күп. Коллективты оҙаҡ йылдар Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, колледждың хореография уҡытыусыһы Нияз Байегетов етәкләй.
    Ғөмүмән, Башҡортостандың көньяҡ райондарының баш ҡалаһы Сибайҙың Халыҡ ижады йорто бик уңышлы эшләй. Унда әле 29 ижади коллектив тупланған. Уларҙың туғыҙы «халыҡ» һәм «өлгөлө» исемдәрен алыуға өлгәшкән. Бигерәк тә ветерандар хоры, «Сулпан» өлгөлө вокаль-хореография ансамбле, «Миләш» халыҡ вокаль ансамбле, Балалар музыка мәктәбе уҡытыусыларының халыҡ инструменттары халыҡ ансамбле халыҡҡа яҡшы таныш.

    Сибай – Пермь араһы яҡыная
    Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтының педагогик коллективы Пермь крайының Барҙа районы халҡы менән мәғариф, мәҙәниәт өлкәһендә тығыҙ бәйләнеш урынлаштырған. Билдәле булыуынса, был районда башҡорттар күп.
    Әлбиттә, Пермь менән Сибай араһындағы юл апаруҡ ҡына. Шулай ҙа институттың уҡытыусылары республиканан ситтә йәшәгән милләттәштәребеҙ янына өс тапҡыр барып ҡайтырға өлгөргән. Сибай институты директоры Зиннур Йәрмөхәмәтов әйтеүенсә, Барҙа районына сәфәрҙәр башҡорт теле өйрәтелгән мәктәптәргә ярҙам итеү маҡсатында ойошторолған. Сибай педагогтары Пермгә уҡыу әсбаптары алып барған, дәрестәр күрһәткән. Шулай уҡ мәктәпкәсә белем һәм тәрбиә биреү учреждениелары ла ситтә ҡалмаған, уларға башҡорт телендәге балалар әҙәбиәте бүләк ителгән.
    Билдәле булыуынса, Сибай институтында махсус килешеүҙәр буйынса Барҙа районынан килеп уҡыусы студенттар бар.
    Л. СОЛТАНОВА.
    авторы: админ | 29 января 2008 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • [b]Тарих киләсәккә юл яра[/b]
  • «Ауырлыҡтар сыныҡтыра ғына»
  • «Бейей-бейей үҫтем...»
  • Сорғот Сибайға яҡыная
  • «Еҙ үксә»ле бейеүселәр
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru