Ата алмаған мылтығынан күрер.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Ғәфү итеүгә тәүге аҙым
  • Матбуғатҡа яҙылыу хаҡтары үҙгәрмәйәсәк
  • Көләмәстәр
  • Суғамаҡ башында
  • «Гөрләтеп эшләрлек шарттар бар»
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Башҡортостан яңылыҡтары Башҡортостан
    Хеҙмәттәшлек уңышлы бара
    Республика йортонда БР Президенты Мортаза Рәхимов «Уралсиб» финанс корпорацияһының президенты Николай Цветков менән эшлекле осрашыу үткәрҙе.
    Унда «Уралсиб» банкыһының үткән йылғы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды һәм корпорацияның Башҡортостан менән артабанғы хеҙмәттәшлек планы тикшерелде. Банкының устав капиталының 8,4 проценты республикабыҙ ҡарамағында.
    Цветков әфәнденең һүҙҙәренә ҡарағанда, 2008 йылдың 1 ғинуарына республика халҡы 18,3 миллиард һум аҡсаһын «Уралсиб»ҡа һалған. Физик шәхестәрҙе, бизнесты кредитлау күләме, шулай уҡ ипотека һәм автокредит алыусылар һаны артҡан.
    Осрашыуҙа яҡтар «Башҡортостандың социаль картаһы» тип аталған уртаҡ проекттың нисек тормошҡа ашырылыуын да барланы. Банк етәксеһе картаның «ХХI быуатта Рәсәйҙең үҫешендә граждандар инициативаһының роле» Бөтә Рәсәй форумында РФ Хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры Дмитрий Медведевҡа күрһәтелеүен һәм проекттың гран-приға лайыҡ булыуын белдерҙе. Бөгөн проект эшләй башлаған һәм республикала 2000 карта тапшырылған да инде.
    Башҡортостан Хөкүмәте тарафынан «Башҡортостандың социаль картаһы»н республикала тулыһынса индерергә ҡарар ителгән.

    Яңы йыл балалары тәбрикләнде
    Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәтендә Яңы йылдың тәүге төнөндә тыуған сабыйҙарҙы тәбрикләү тантанаһы үтте.
    31 декабрҙән 1 ғинуар төнөнә ҡарата баш ҡалала 29 сабый донъяға килгән – 13 ҡыҙ һәм 16 малай. «Яңы йыл төнөндә донъяға килгән тәүге сабыйҙарҙы тәбрикләү тураһында ҡарар бынан туғыҙ йыл элек ҡабул ителде, ул ваҡытта беҙ 17 сабыйҙы ҡотланыҡ, ә бөгөн уларҙың һаны утыҙға яҡын. Күп балалы ата-әсәләр ҙә, өс игеҙ балалы ғаилә лә бар. Был демографик яҡтан ҡалаға ҡурҡыныс янамай, тигән һүҙ. Проблема башҡасараҡ – балалар баҡсалары етешмәй, әммә был хәлде төҙәтергә вәғәҙә бирәм», – тип белдерҙе Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Павел Качкаев.

    Ҡошсолоҡ тармағы – иғтибар үҙәгендә
    Мәләүез районында Мәжит Ғафури исемендәге Башҡортостан ҡошсолоҡ комплексы төҙөлөшө барышына һәм уға бәйле ойоштороу мәсьәләләрен хәл итеүгә арналған кәңәшмә үтте.
    Проект БР Президенты Мөрәжәғәтнамәһен, «Агросәнәғәт комплексын үҫтереү» өҫтөнлөклө милли проектын һәм малсылыҡты үҫтереү программаларын тормошҡа ашырыу сиктәрендә эшләнә. Уға бүленгән дөйөм инвестициялар күләме 1,5 миллиард һум тәшкил итәсәк. Әлеге ваҡытта 150 миллион һум үҙләштерелгән. Проекттың төп маҡсаты – экологик таҙа продукция етештереү.
    В. ХӘБИРОВ әҙерләне.
    авторы: админ | 31 января 2008 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Социаль картаның мөмкинлектәре сикһеҙ
  • Рәсми хроника
  • Рәсми хроника
  • Милли проект уңышлы тормошҡа ашырыла
  • Өҫтөнлөклө милли проекттар
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru