Ат тешенән билгеле, егет эшенән билгеле.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Бөрйәндең күренекле зыялыһы
  • Йондоҙнамә
  • Ауыл тергеҙелә икән, тимәк, республикала хәл тотороҡло
  • Хужабикә
  • [b]«Бөтә мәктәп менән – «Йәшлек»кә!» конкурсы тамам[/b]
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Ишей йәштәре дәртләнеп үҙ нигеҙен ҡора Башҡортостан, Милли проекттар
    Таңсулпан һәм Илдар Йәрмөхәмәтов­тар был мөһим документты 2008 йылдың көҙөндә ҡулдарына ала. Быға тиклем улар олатай-өләсәһенең бәләкәй өйөндә йәшәй. Ул инде иҫкергән. Ә үҫеп килгән Илнур һәм Фәнилгә, бәләкәй Наҙгөлгә йүгереп уйнар өсөн киң һәм яңы йорт кәрәк. Ҡарағайҙан матур һәм иркен өй һалыу хаҡында хыялланған ғаилә маҡсатлы кредит алыу өсөн документтар йыя башлай. Әйткәндәй, улар мәктәптең ҡаршыһында ғына тора.
    – Иҫке өйҙө апрель айында һүтеп ташлап (уның эргәһенә Йәрмөхәмәтовтар ике йыл элек матур итеп аласыҡ (бәләкәй өй) эшләгән һәм, өйҙө һүткәс, шунда күсенә), уның урынына яңы нигеҙ ҡорҙоҡ, – тип башланы һүҙен йорт хужаһы. – Программаға ярашлы, төҙөлөштөң 30 проценты алдан әҙер булырға тейеш. Шуны күҙ уңында тотоп, һигеҙгә туғыҙ үлсәмле бура күтәрә башланыҡ. Бер ыңғай уға төкәтмә өҫтәнек. Ағасты Кананикольск урман хужалығынан ссуда юллап һатып алдыҡ. Төҙөлөш өсөн ваҡыт бик аҙ бирелә. Ә яңғыҙ өй һалып булмағанлығын бөтәһе лә белә. Атайым һәм әсәйем, ярҙам иткән ауылдаштарыбыҙ Рөстәм Ишдәүләтов, Ғәфәр Кәримов, Әхәт Мирзаянов, Мансур Таһиров, бураны күсереүҙә һәм күтәреүҙә Илдар Ҡасҡынов, Азат Юлдашкилдин, төкәтмә бураһын бурауҙа Сәлимйән Рахманғолов менән Марсель Буранбаев беҙгә ныҡлы терәк-таяныс булды. Ә шәхси эшҡыуар Илдус Абдрахманов был өйҙөң ҡалҡып сығыуына бик ҙур өлөш индерҙе. Уның бар эш техникаһы беҙҙә булды, бынан тыш, төҙөлөш материалдары менән дә тәьмин итте. Мәктәп коллективы ла был оло эшкә ихлас ҡушылды. Барыһына ла рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.
    «Ҡышҡа тиклем өй тулыһынса файҙаланыуға әҙер булырға тейеш, – ти Йәрмөхәмәтовтар. – Шуға күрә ҡыҙыу бесән мәлендә лә беҙ бар көстө төҙөлөшкә йүнәлттек. Ҡыйыҡты металлочерепица менән яптыҡ. Өйҙө тышлау өсөн сайдинг һатып алдыҡ. Төҙөлөш материалдарын Сибай ҡалаһынан килтерәбеҙ. Әлеге ваҡытта иҙән, түбә таҡталары әҙер. Йылытыу торбаларына заказ бирҙек. Программаның талаптары ябай түгел, шуға һәр бер нәмәһен уйлап, тура килтереп эшләргә кәрәк. Сертификат буйынса беҙҙең ғаиләгә 900 мең һум аҡса Һаҡлыҡ банкыһының Баймаҡ бүлексәһенә күсерелде. Ул ғаиләлә нисә кеше булыуына ҡарап билдәләнә. Ҡулаҡса менән беҙ төҙөлөш материалдарын килтергәндә генә иҫәпләшәбеҙ. Әгәр ҙә бөтәһе лә план буйынса барып сыҡһа, йорт электр энергияһы менән йылытыласаҡ. Һыуҙы өй эсенә тоташтырыу, эҫе һыу булды­рыуҙы ла күҙ уңында тотабыҙ».
    Йәрмөхәмәтовтарҙың икеһе лә – мәктәп хеҙмәткәрҙәре. Илдар ағай – ҡаҙанлыҡта кочегар, уның ҡатыны Таңсулпан – йыйыштырыусы. Илнур – бишенсе, Фәнил икенсе синыфта уҡый. Наҙгөлгә ике йәш. Йорт хужаһының ҡулы ипле: ағастан уйып төрлө әйберҙәр эшләү, биҙәктәр һалыу – уның яратҡан һәм бар күңел йылыһын һалған эше. Әле йәшәп ятҡан аласыҡты ла матур итеп бүлгән, һырлап төрлө биҙәктәр һалған. Өс балаһы булған матур йәш ғаиләгә үҙҙәренең күптәнге хыялын бойомға ашырырға күп ваҡыт ҡалмаған, тимәк, уларҙың яңы өйҙәрен теләгәнсә эшләп инеренә шик юҡ.
    Ә бына Венера һәм Илдар Ҡасҡыновтар ситтән бер ниндәй ҙә ярҙам көтмәй, үҙ көсөнә таяна. Улар ике бүлмәле өй һатып алды һәм көҙҙән уға ҙур ғына төкәтмә эшләне. Ҡыйығын алмаштырып, яңы ҡойма эшләп, буяп ҡуйғас, был йорт танымаҫлыҡ булып үҙгәрҙе, бөтөнләй яңы төҫ алды. Яңынан мейес сығарып, йылылыҡ торбаһы үткәрҙеләр, кәртә-ҡураны ла яңырттылар. Өй эсе лә иркенәйеп ҡалды. Ҡасҡыновтар уны яңы мебель, көнкүреш техникаһы менән йыһазландыра башлаған. Быларҙың барыһы ла үҙҙәре эшләп тапҡан аҡсаға алынған, йәғни донъя көтөүгә әүәҫлектең һөҙөмтәһе.
    Улар ике малайға ғүмер биргән. Ильяс – бишенсе, ә Иҙел беренсе синыфта уҡый. Икеһе лә йырларға ярата. Ильяс әҙәбиәт менән мауыға, шиғырҙар яҙа. Венера Морат ҡыҙы мәктәптә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта. Өй хужаһы шәхси эшҡыуар Илдус Абдрахмановта эшләй. Ауыл ерендә тырыш кешегә аҡса эшләү мөмкинлеге күп. Шуға күрә Илдар Ҡасҡынов йөк машинаһында кешеләргә бесән ташып, аҡса эшләй, төрлө техниканы йүнәтеүгә лә ҡулы оҫта.
    Хоҙай һаулыҡтан һәм тәүфиҡтан айырмаһа, Хөкүмәтебеҙ булдырған яҡшы шарттарҙа тырышып донъя көтөп йәшәр өсөн кешегә күп тә кәрәкмәй. Йәштәргә һаулыҡта һәм татыулыҡта йәшәргә яҙһын. Яңы йорттарығыҙға ырыҫ-бәрәкәт һәм ҡот ҡунһын!

    Земфира ТАҺИРОВА.
    Баймаҡ районы.
    Автор фотоһы.
    авторы: admin | 10 октября 2009 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Әле булһа беҙҙе хәстәрләп йә ...
  • Ауылда йәшәгәс, шулай йәшәргә кәр ...
  • Һуңғы һағыш, һуңғы һу ...
  • Тырышһаң, барыһы ла була
  • «Ҡыҙҙарым тип тырышам»
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru