Ҡарама йәшенә, ҡара эшенә.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Хужабикә
  • Быйыл да һынатмаҫтар
  • Башҡортостан яңылыҡтары
  • Һаулыҡтың әhәмиәте электән килә
  • Харамдан тыйыла беләбеҙме?
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Шифаханаға – 85, икмәк комбинатына – 100 йыл Башҡортостан
    Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов эш сәфәре менән Ғафури районында һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһында булды. Республика башлығы Красноусол ауылында мәктәп төҙөлөшө барышы менән танышты, «Красноусол» шифаханаһының – 85, Стәрлетамаҡ икмәк комбинатының 100 йыллыҡ юбилей тантаналарында ҡатнашты.
    Ғафури районының Красноусол ауылында төҙөлә башлаған мәктәп 320 урынға иҫәпләнә. БР Президенты ундағы эш барышына баһа бирҙе. Бина һалынып бөткән, тышҡы һәм эске инженер селтәрҙәре үткәрелгән. Әле биләмә төҙөкләндерелә, биналар биҙәлә. Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә Красноусол үҙәк район дауаханаһы капиталь ремонтлана. «2012 йылға тиклем ауылды социаль үҫтереү» айырым маҡсатлы федераль программаһына ярашлы, 2009 йылда 16,6 километр үткәргес торбалар һалынған, дүрт ауыл – газ, ике ауыл һыу менән тәьмин ителгән. Әле район үҙәге урамдарына һыу үткәреү дауам итә. 6,7 километр юл ремонтланған.
    Республиканан ситтә лә киң билдәле «Красноусол» шифаханаһы үҙенең 85 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Уның хеҙмәткәрҙәре һәм ял итеүселәр был шатлыҡты Президент менән уртаҡлашты.
    Юбилей тантанаһында сығыш яһап, Мортаза Рәхимов шифахана персоналын байрам менән ҡотланы.
    – Башҡортостан шифаханалары исемлегендә айырым урын биләүсе «Красноусол» заманса курорт комплекстарының сағыу миҫалы булып тора. Шифаханағыҙ – төбәгебеҙҙә һәм унан ситтә киң билдәлелек яулаған боронғо шифаханаларҙың береһе, – тине Президент. – «Шифахана – 2004» Бөтә Рәсәй форумында яуланған илдең иң яҡшы бальнеологик курорты статусын шифахана йыл һайын, хатта көн һайын тиерлек раҫлай. Рәсәй йыһангирҙәренең осоштан һуң нәҡ ошонда реабилитацияланыуы ла осраҡлы түгел.
    Бөгөн шифахана – ҙур булмаған, әммә заманса, матур, таҙа һәм уңайлы ҡаласыҡ. Йыл һайын бында 20 меңдән ашыу кеше сәләмәтлеген нығыта.
    Башҡортостан Президенты шифахананың иң яҡшы хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградалары ла тапшырҙы.
    Шифаханала шулай уҡ «Аяҡҡа баҫтырыу медицинаһы һәм курортологияның көнүҙәк мәсьәләләре» төбәк-ара фәнни-ғәмәли конференцияһы булды. Уның эшендә РФ Дәүләт Думаһы, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары, «Берҙәм Рәсәй» партияһы, РФ Һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министрлығының махсус үҙәге, Ю. Гагарин исемендәге Рәсәй дәүләт космонавтар әҙерләү ғилми-тикшеренеү һынау үҙәге, шифаханалар белгестәре һ.б. ҡатнашты.

    * * *
    100 йыллығын билдәләүсе Стәрлетамаҡ икмәк комбинаты эшмәкәрлеген халыҡты икмәк менән тәьмин итеүсе ябай пекарнянан башлаған.
    БР Президенты Мортаза Рәхимов һәм БР Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары, ауыл хужалығы министры Шамил Вахитов коллективты байрам менән ҡотланы. Улар комбинат цехтарында булды, тантаналы йыйылышта ҡатнашты.
    Бөгөн комбинат структураһында ете икмәк заводы, ярҙамсы хеҙмәттәр, цехтар эшләй. 13 магазинды һәм өс кафе-барҙы үҙ эсенә алған фирма сауҙа селтәре лә уңышлы эшмәкәрлек итә. Комбинатта яңы рецептуралар эшләнә һәм ғәмәлгә индерелә, алдынғы етештереү алымдары үҙләштерелә. Республика төбәктәренә, ситкә лә көн һайын 50 тоннаға яҡын продукция оҙатыла. Йыл һайын 15 – 20 яңы төр аҙыҡ-түлек эшләнә һәм етештереүгә тапшырыла. Төрлө абруйлы күргәҙмәләрҙә, йәрминкәләрҙә алынған наградалар икмәк заводы продукцияһының юғары сифаты хаҡында һөйләй. Комбинат Рәсәй икмәк бешереүселәренең иң ҙур баһаһы – «Алтын карауай» наградаһына лайыҡ булған.
    авторы: admin | 3 ноября 2009 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Төҙөйҙәр, эшмәкәрлекте киң& ...
  • Башҡортостан шифаханаһы – иң яҡшыһы
  • Шифаханаға – 85, икмәк комбинатына – 100 йыл
  • Башҡортостан шифаханалары – Рәсәйҙә иң ...
  • Президентыбыҙҙы наградаһы менән ҡотлайбыu ...
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru