Башлаусыһы булһа, ҡеүәтләүсеһе табылыр.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Яҡташыбыҙ – ғорурлығыбыҙ!
  • «МИНЕРАЛКА»МЫ, ӘЛЛӘ «СИНТЕТИКА»МЫ
  • Йыртҡыс, «урман санитары», тотем – барыһын берләштерә ул..
  • Тырнаҡтарҙы ҡасан киҫергә?
  • Тормошҡа ҡарашың ниндәй?
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Башҡорт йәштәре хәрәкәте тарихының тәүге осоро (1901–1917 йылдар) Башҡортостан
    Билдәле булыуынса, ХIХ быуат ахырына Рәсәй империяһы халҡының 40 процент­ҡа яҡынын үҫмерҙәр һәм йәштәр тәшкил иткән. Илдәге ихтилалдар Беренсе бөтә донъя һәм Граждандар һуғыштары халыҡ һанында балалар, үҫмерҙәр һәм йәш­тәрҙең өлөшөн арттырып ҡына ҡалмай, ә унан да бигерәк уларҙың ижтимағи, йәмғиәүи әүҙемлегенә булышлыҡ итә. Был – тарихи тәүсығанаҡтар, ҡәтғи дәлилдәр менән раҫланған факт.
    1920 йылдың авгусындағы халыҡ һанын иҫәпкә алыу мәғлүмәттәренә ҡараһаҡ (1897 йылғы беренсе Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу материалдары беҙ тикшергән осор өсөн ҡулайлы түгел – тарих бигерәк тиҙ үҙгәргән ул заманда), Иҙел (Волга) буйы төбәгендә, Вятка губернаһын индереп иҫәпләгәндә, 19 миллион кеше йәшәгән, ә Көньяҡ Урал төбәгендә, Аҡтүбә һәм Ҡустанай губерналарын индереп иҫәпләһәк, 6 миллионға яҡын халыҡ булған. 25 миллион тиерлек кешенең 4 миллиондан ашыуын ижтимағи-сәйәси эшмәкәрлеккә һәләтле 15 йәштән 24 йәшкәсә егеттәр һәм ҡыҙҙар (бөтә халыҡтың 16,3 проценты) тәшкил иткән.
    1920 йылда Башҡорт автономиялы совет социалистик республикаһында («Кесе Башҡортостан» тип тә аталған ул заманда) 1,1 миллионға яҡын кеше йәшәгән. Башҡорттар 372 мең (36,8 процент), урыҫтар 341 мең (33,8), татарҙар 187 мең (18,5) кеше булған. Күрше Өфө губернаһында 2 миллиондан ашыу халыҡтың 807 меңе – башҡорт (40,1 процент), 794 меңе – урыҫ (39,4), 104 меңе – татар (5,2). 15 йәштән 24 йәшкәсә йәш-елкенсәк Башҡорт АССР-ында – 153 меңдән ашыу (15,1 процент), Өфө губернаһында 265 меңдән ашыу (13,1) иҫәпләнгән. Бында 18 йәштән алып ир-егеттәрҙең Ҡыҙыл һәм аҡ армиялар сафтарында фронттарҙа булыуын да иҫтә то­торға кәрәк. Мәҫәлән, Башҡорт АССР-ында 10 – 19 йәштәге балалар һәм үҫ­мерҙәр 246735 кеше һаналған (бөтә халыҡтың 25 проценты тиерлек), ә бына 20 – 24 йәштәгеләр ни бары 49892 (4,5 процент) булған.
    Башҡорт йәштәре, башҡа төрки-мосолман халыҡтары йәштәре кеүек, күренекле милли мәғрифәтселәр (М. Аҡмулла, М. Өмөтбаев, С. Яҡшығолов, Ш. Тамъян, Р. Фәхретдинов) йоғонтоһонда үҙ аллы хәрәкәткә килә. Бында бигерәк тә йәҙитселәрҙең (З. Рәсүлев, З. Камали һ. б.) роле ҙур. Үткән быуат башында «Хөсәйениә», «Рәсүлиә», «Мөхәмәҙиә», һуңыраҡ «Ғәлиә» мәҙрәсәләре, йәҙитселек, алдынғы мәҙәниәт һәм аң-белем усаҡтары булараҡ, уҡыусы йәштәр хәрәкәтенең үҙәктәренә әүерелә. Башҡорт милли хәрәкәте лидерҙарының һәм уның әүҙем ағзаларының Башҡорт АССР-ы етәкселәренең, милли зыялыларының күпселеге революцияға тиклем ошо үҙәктәрҙә тәүге ижтимағи-сәйәси аҙымдар яһаған.
    Башҡорт йәштәре хәрәкәтен иң тәүге ойоштороусыларҙың береһе, башҡорт милли хәрәкәтенең әүҙем ағзаһы, һуңынан Башҡорт АССР-ының күренекле йәмәғәт һәм дәүләт эшмәкәре Нуриәғзәм Таһиров (1888 – 1937), Троицкиҙа «Рәсүлиә» мәҙрәсәһендә уҡыған ваҡытында уҡ (1906 йылдан башлап) башҡорт, ҡаҙаҡ, татар, типтәр шәкерттәрен мәҙәни-мәғрифәт түңәрәккә ойоштороп, әүҙем эш алып барған. Бер йылдан һуң ошонда уҡ буласаҡ шағир һәм фәйләсуф, башҡорт милли хәрәкәтенең күренекле йәш эшмәкәре Ғәбделхәй Иркәбаев (1893 – 1919) шәкерттәр ойошмаһының эшендә ҡатнаша башлай. 1917 йылдың декабрендә ул әле генә үҙе менән дуҫлашып алған Шәйехзада Бабичҡа, Троицкиҙа уҡып йөрөгән заманда Нуриәғзәм яҡташы менән түңәрәктәр ойоштороп, «ихтилал ене ҡағылып, хөрриәт талап итеп» йөрөүҙәре хаҡында, мәҙрәсәнең тәрәҡҡи ҡарашлы мөғәллимдәре – Ғабдрахман Рәсүлев, Хөсәйен Тереғоловтарҙың уларға булышлыҡ итеүе тураһында тәфсирләп хикәйәт ҡылған. Был факт шағир Бабичтың яҙмаларында теркәлгән.
    1908 йылда 17 йәшлек Әхмәт зәки Вәлидов та, Ҡаҙанда уҡып йөрөгән осорҙа, мосолман йәштәр ойошмаһының эшен күҙәтә. Ул үҙенең «Хәтирәләр» китабында был ойошманың, ифрат ойошҡанлығына һәм эшлеклегенә ҡарамаҫтан, сәйәси сикләнгәнлеген, тар ҡарашлылығын, баҙнатһыҙлығын ҡәтғи тәнҡитләй. Бөйөк башҡорт-татар революционеры, Бөтә донъя «Ислам социализмы»на һәм Рәсәй «мосолман коммунизмы»на нигеҙ һалыусы, Башҡортостанда тыуған даһи инсан Мирсәйет Солтанғәлиев (1892 –1940) үҙенең яҙмаларында 1912 – 1913 йылдарҙа Өфө губернаһында ауыл мәктәптәрендә уҡытыусы булып эшләгәндә йәш уҡытыусылар, талиптар һәм шәкерттәрҙе берләштергән «Татар социалистары хәрби ойошмаһы»н төҙөүе хаҡында бәйән итә. Был ойошмала иң әүҙемдәре һәм ҡыйыуҙары башҡорт егеттәре булды, тип яҙа Мирсәйет Хәйҙәрғәли улы. Бигерәк тә үҙенең зирәклеге һәм ойоштороусы һәләте менән бөтә губерна масштабында йәш уҡытыусы башҡорт Гәрәй Ҡыҙрасов айырылып торҙо, тип билдәләп үтә мемуарист. Бойондороҡһоҙ Башҡорт Йөмһүриәте милли хөкүмәтенең иң тәүге премьер-министры Йонос Бикбов (1889 – 1943) Ҡаҙан университетының юридик факультетында уҡыған ваҡытта (1911 – 1912) күренекле татар йәмәғәт һәм сәйәсәт эшмәкәре, Өфө губернаһынан 4-се Дәүләт Думаһы депутаты Ибниәмин Әхмәтов етәкләгән мосолман йәштәр союзы эшендә ҡатнаша. Ундай факттар бихисап, уларҙы тулыһынса һанап сығыуы мөмкин дә түгел.
    Күренеүенсә, хатта Февраль революцияһына саҡлы уҡ башҡорт йәштәре дөйөм мосолман-төрки хәрәкәтендә ҡатнаша башлаған.
    Беҙҙең Бөрө ҡалаһында ла йәштәр ХХ быуат башында әүҙемләшә башлай. Был турала заманында яҙғайным инде (Ҡара: «Победа», 1997, 29 май, №63, 2-се бит; «Истоки», 2008, 29 октябрь, №44, 3-сө бит). Бөрө Рәсәйҙә рус сауҙагәрҙәре менән билдәле, 1781 йылдан өйәҙ үҙәге статусындағы ҡала булған. Әлбиттә, унда башҡорт-татар халҡы күп булмаған. Ә бына Бөрө өйәҙендә – улустарҙа, ауыл­дарҙа – мосолмандар күпселекте тәшкил иткән. Профессор Михаил Роднов раҫлауынса, 1917 йылда Бөрө өйәҙендә 670032 кеше йәшәһә, шуларҙың 208579-ы башҡорттар булған (Роднов М. И. Крестьяне Бирского уезда по переписи 1917 года. Уфа, 1997. С. 119 – 120), йәғни 31 проценттан ашыу. Был осорҙа ҡалала ике мәсет эшләгән, тимәк, ҡала мосолмандары ла әүҙемләшкән. Иҫке мәсет эргәһендә Насибулла хәҙрәт быуат башында уҡ инде беренсе мәҙрәсә асҡан. Һуңынан унда йәҙитсе мулла Моратов эшләгәне билдәле. Ләкин ниндәйҙер берәй йәштәр түңәрәге (ҡайҙа инде ул ойошма) тураһында мәғлүмәт таба алманым. Рус булмаған халыҡтар өсөн (инородческая) уҡытыусылар мәктәбе эшләгән. Унда башҡорт-татарҙар ҙа булған. Ошо мәктәптә йәш уҡыусылар һәм уҡытыусыларҙың мәҙәни-мәғрифәт түңәрәге ойошторола. Ләкин 1907–1908 йылдарҙа эсерҙар һәм социал-демократтар ойошмаларын тыйған ыңғайы был түңәрәкте лә ябып ҡуялар. Беренсе донъя һуғышы осоронда буржуаз йәштәр Бөрөлә әүҙемләшеп китә, уҡыусы рус йәштәре әҙәби түңәрәктәр ойоштора (мәҫәлән, Николай Нуждин етәкләгән әҙәби-ағартыу түңәрәге 1914 – 1918 йылдарҙа һөҙөмтәле генә эшләгән).
    Шулай итеп, 1917 йылғы Февраль революцияһына тиклем башҡорт йәштәре әкренләп буласаҡ милли ойошмалар өсөн тәжрибә туплай, буласаҡ милли лидерҙарҙы һәм идеологтарҙы төҫмөрләй һәм алға үрләтә. Дауыллы һәм шанлы 1917–1919 йылдарҙа ойошҡан һәм ны­ғынған башҡорт йәштәре хәрәкәте өсөн был тәүге осор ифрат ҙур тарихи әһәмиәткә эйә. Мөхтәрәм гәзит уҡыусылар быны белһен һәм онотмаһын ине.

    Рияз МӘСӘЛИМ.
    Бөрө ҡалаһы.
    авторы: Альбина | 19 ноября 2009 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Башҡорттар – Рәсәйҙең тәүге парла ...
  • Халыҡ һаны ни өсөн кәмей?
  • Донъя – йоҙаҡ, асҡысы – белем
  • Башҡорт йәштәре ойошмалары тарихын ҡасан өйр& ...
  • Зәки Вәлидиҙең көрәштәше
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru