Ҡул һелтәй, балта саба.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Хужабикәгә кәңәш
  • [b]Милләттәштәр, шөкөр, рухлы әле,
  • Йондоҙнамә
  • «Мин – көслө, ә һин – таһыллы»
  • Хәҙистәр
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Уҡытыусы иң оло хөрмәткә лайыҡ Башҡортостан, Мәғәриф
    Донъялағы иң абруйлы, иң изге һөнәрҙәрҙең береһе ул уҡытыусы. Һәр кемдең яҙмышында ҙур урын биләгән был һөнәр эйәләренең халыҡ араһында абруйы һәр саҡ ҙур булған. Һуңғы йылдарҙа илебеҙҙә алып барылған сәйәсәт тә педагогтарҙың баһаһын күтәреүгә йүнәлтелгән. Республикабыҙҙа йыл һайын «Йыл уҡытыусыһы» республика конкурсы, «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» төбәк-ара бәйгеһе уҙғарыла. Хәҙер уларға «Рус теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы», «Татар теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» конкурстары ла өҫтәлде. Улар Башҡортостандың иң яҡшы уҡытыусыларын асыҡларға, исемдәрен бөтә республикаға танытырға һәм дә уҡытыусы һөнәренең абруйын күтәрергә булышлыҡ итә. Конкурс еңеүселәренә Башҡортостан Президенты премияһы тапшырыла. Беҙҙең уҡытыусылар Рәсәй кимәлендә уҙғарылған конкурстарҙа ла әүҙем ҡатнаша. Мәҫәлән, «Мәғариф» өҫтөнлөклө милли проекты сиктәрендә уҙғарылған конкурста бөтәһе 1466 уҡытыусы Рәсәй Президенты грантына лайыҡ булды.
    2010 йылдың илебеҙҙә Уҡытыусы йылы тип иғлан ителеүе, уҡытыусыларға иғтибарҙы арттырып, уларҙың абруйын тағы ла күтәрергә булышлыҡ итер, тигән ышаныс ҙур. Шул уҡ ваҡытта үҙенең яҙмышын ошо һөнәр менән бәйләгән кешеләргә ҙур яуаплылыҡ та өҫтәй ул. Тимәк, тағы ла тырышыбыраҡ эшләргә, үҙеңә йөкмәтелгән изге бурысты үтәүҙә һынатмаҫҡа кәрәк.
    18 декабрҙә Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында Уҡытыусы йылын асыу тантанаһы үтте. Унда БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Илдус Илешев, мәғариф министры Зиннәт Аллаяров, республика ҡала һәм район мәғариф идаралыҡтары начальниктары, уҡытыусылар ҡатнашты.
    – Уҡытыусы – ул беҙҙең өсөн барыһы ла. Һәр кешенең тормошто танып-белеүе әсәй, атай, ғаилә һәм дә Уҡытыусы тигән һүҙҙәрҙән башлана. Мин үҙемдең тәүге уҡытыусымды бик яҡшы хәтерләйем, – тип башланы үҙенең сығышын Илдус Ғөбәйҙулла улы. – Совет заманында, уҡытыусыны буржуаз йәмғиәттә тормаған һәм тора ла алмаған кимәлгә күтәрергә кәрәк, тигән лозунг йәшәй ине. Әле лә беҙҙең илебеҙҙә уҡы­тыусының хеҙмәте лайыҡлы баһалана. Йылдың ошо исем аҫтында үтеүе уҡытыусының статусын тағы ла күтәрергә, уның ижади һәм профессиональ ҡеүәтен үҫтерергә ярҙам итәсәк.
    – Уҡытыусы һөнәре – донъя­ла иң кәрәкле һөнәр­ҙәрҙең береһе, – тине мәғариф министры, уҡытыусы­ларҙы сәләмләп. – Ул меңәрләгән кешенең яҙмышында, хатта тотош ил яҙмышында ҙур роль уйнай.
    Башҡортостанда әлеге көндә 4500 белем биреү учреждениеһы иҫәпләнә, уларҙа 870 мең кеше белем ала, 190 меңгә яҡын уҡы­тыусы эшләй. Зиннәт Абдулла улы билдәләүенсә, Башҡортостандың мәғариф системаһы ныҡлы үҫешә һәм бында уҡытыусыларҙың хеҙмәте ҙур.
    Уҡытыусы йылы барышында республикабыҙҙа Уҡытыусылар съезын үткәреү планлаштырыла. Әлбиттә, төрлө конкурстар, ярыштар ҙа ойоштороласаҡ. Тимәк, мөғәллимдәргә ижади эшләү, үҙҙәрен күрһәтеү һәм яңынан-яңы үрҙәр яулау өсөн мөмкинлектәр ҙә арта.

    Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.
    авторы: admin | 22 декабря 2009 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Кем йылдың иң яҡшы уҡытыусыһы булыр?
  • Белем, тәрбиә һәм уҡытыусы
  • Бай тәжрибә һәм тырыш хеҙмәт аша яулан& ...
  • Хөрмәтле мәғариф хеҙмәткәрҙ ...
  • Шөғөлөң бит һинең мәң ...
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru