Йөрәгендә барҙың беләгендә бар.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Металл һәм таш
  • Ислам әҙәбе
  • Телефон таныштырҙы уларҙы
  • Арғымаҡ «Керчь»тың яҙмышы
  • «Шыршы ҡупшы кейенгән...»
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Башҡортостан яңылыҡтары Башҡортостан
    Быйыл Башҡортостан дөйөм белем биреү мәктәптәренең 2700-гә яҡын уҡыусыһы фән олимпиадаларында ҡатнашасаҡ. 2010 йылда мәктәп олимпиадаларының төбәк этабында ҡатнашыусылар, был­тырғы менән сағыштырғанда, 500 кешегә күберәк буласаҡ. Тәүге ике айҙа республикала бөтәһе 20 фән буйынса олимпиадалар үтәсәк.

    Башҡортостан Республикаһы мосолмандарының Диниә назаратында РФ-ның һәм БР-ҙың атҡа­ҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Фоторәссамдар союзы рәйесе Рәмил Килмәмәтовтың күргәҙмәһе асылды. Унда ижадсының республиканың мәҙәни һәм ижтимағи тормошон сағылдырған, байрамдар, мәҙрәсәләр, спорт саралары, тәбиғәте тураһында һөйләгән эштәре урын алған. Нурмөхәмәт хәҙрәт билдәләүенсә, киләсәктә фоторәссамдың эштәрен сит илгә лә алып сыҡмаҡсылар.

    Башҡортостанда ҡан биреү хеҙмәте камиллашыуын дауам итә. Республика федераль бюджет иҫәбенән медицина ҡорамалдары менән байытыласаҡ Рәсәйҙең 25 төбәге араһына инде. Ошо маҡсатта 110 миллион һумлыҡ техника һәм ҡорамал ҡайтарылған да инде.

    Республиканың СПИД-ҡа ҡар­шы көрәш һәм профилактика үҙәге мәғлүмәттәренән күренеүенсә, лаборатор рәүештә 9471 кешелә ВИЧ-инфекция асыҡланған, 7466 кеше иҫәпкә алынған. СПИД менән ауырыусы әсәләрҙән биш сабый донъяға килгән. Дүрт кеше вафат булған.

    Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Наталья Алмаева хәбәр итеүенсә, былтыр федераль бюджет иҫәбенән 393 Бөйөк Ватан һуғышы ветераны торлаҡ менән тәьмин ителгән. Тағы ла 35 ветеранға торлаҡ һатып алыуға таныҡлыҡ бирелгән, әле уларҙың документтарын рәсмиләштереү бара. Министр урынбаҫары билдәләүенсә, 2005 йылдың 1 мартына тиклем иҫәпкә торған ветерандар һәм уларҙың ғаиләләре 2010 йылдың 1 майына тиклем торлаҡ менән тәьмин ителәсәк, бынан тыш, әле муниципаль район һәм ҡала округтары хакимиәттәре 2005 йылдан һуң иҫәпкә баҫҡан торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж ветерандар һәм инвалидтарҙың иҫәбен асыҡлай.

    Былтыр ғинуарҙа бүреләрҙең шәхси ихаталарҙағы малдарға һөжүм итеүе күҙәтелгәйне. Ошо хәлде кисектереү йәһәтенән 1 ғинуарҙан 15 апрелгә тиклем бүрегә һәм төлкөгә һунар рөхсәт ителде. Тик шуныһы шарт – януар­ҙарҙың тиреләре тапшырылырға тейеш, бүре тиреһе өсөн – 3000, төлкө тиреһе өсөн 200 һум аҡса түләү ҡаралған.

    БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы «Республика һәм территориаль федераль органдар дәүләт властары, муниципаль берәмектәр, учреждениелар» яңы телефон белешмәһен сығарҙы. Был – ун өсөнсө баҫма. Бөтә телефондар һәм адрестар күрһәтелеп әҙерләнгән белешмә 2010 йылдың 1 ғинуарына ҡарата алынған мәғлүмәттәр буйынса сығарылған.

    Лицензиялы пассажир автомобиле ҡатнашлығында юл-транспорт фажиғәләре кәмеүе күҙәтелә. Был йәһәттән Башҡортостан Волга буйы федераль округында 2009 йыл йомғаҡтары буйынса беренсе урынды биләй. Мәҫәлән, 2008 йылда әлеге төр автотранспорт ҡатнашлығында 34 юл-транспорт фажиғәһе теркәлһә, былтыр ошондай 31 күңелһеҙ осраҡ булған, ҡазаланыусылар һаны 18 процентҡа кәмегән.

    Р. КҮСЕМХАНОВА әҙерләне.
    авторы: admin | 19 января 2010 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Республика үҙ йөкләмәләрен ваҡыты ...
  • Ишембай ҡалаһы
  • Ветерандар һәр саҡ күҙ уңында
  • Башҡортостан яңылыҡтары
  • ҺӘР ВЕТЕРАНҒА – ТОРЛАҠ
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru