Күрексенең туны юҡ.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Эҙләү
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
» Милләт-ара татыулыҡҡа өлөш индергә ...
» Йәшем «Йәшлек» йәшенә тиң
» Янылыктар
» Булат Окуджава
» Өс һөйләм менән
» Был донъяла ниҙәр бар?



Әпкәләйҙәр тағы баш ҡалҡытты... Башҡортостан, Сәйәсәт
Әпкәләйҙәр тағы баш ҡалҡытты...Атаҡлы ғалим Әхмәтзәки Вәлиди Туған – башҡорт халҡының үткән быуат тарихында иң ҡатмарлы, шул уҡ ваҡытта иң сағыу яҙмышлы шәхестәренең береһе. Милләтебеҙҙең үҙаллылығы өсөн ныҡышмалы көрәшкән, буласаҡ Рәсәй Федерацияһының дәүләт ҡоролошон күҙаллаған сәйәсмән, ғалим булараҡ танылған ул.
«Ә. Вәлидиҙең тормош юлы ХХ быуат башындағы тарихи ваҡиғаларҙан айырыл­ғыһыҙ. Ул үҙ халҡының тарихын ғына өйрәнеп ҡалмай, ә киләсәге хаҡында ла уйлана. Үҙ аллы Башҡорт дәүләте төҙөү көрәшен башлау һәм етәкләү осоронда Әхмәтзәки оҫта сәйәсмән һәм ғәскәр башлығы булараҡ таныла. Шул быуатта башҡорт халҡын бөтә донъяға танытҡан, миллилеген юғалтмайынса сағылдырған бер үҙенсәлекле шәхес ул», – тигәйне билдәле йәмәғәт эшмәкәре Рәшит Шәкүр. Хаҡ фекер.

Ситкә сығып китергә мәжбүр булған Зәки 1923 йылда Төркмәнстандан Иранға күсә. Бында уҡытыу­сылыҡ, фәнни эшмәкәрлеген дауам итә. Мәшһәд ҡалаһы китапханаһында боронғо ҡулъяҙмалар табып, уларҙы өйрәнә. Шулар араһында Ибн Фаҙландың «Сәйәхәт китабы»ның яҙмалары ла була.
1925 йылдан – Төркиә гражданы. Тәүҙә Анкарала мәғариф министрлығында советник, артабан Истанбул университеты уҡытыусыһы, профессоры. 1935 йылда Вена университетын тамамлай, «Ибн Фаҙландың төньяҡ болғарҙарға, төркиҙәргә һәм хазарҙарға сәйәхәте» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай. Төркиәлә Ислам тикшеренеүҙәр институтына етәкселек итә. 11 телдә 400-ҙән ашыу хеҙмәте баҫылып сыға. 1927 – 32, 1939 – 44, 1948 – 70 йылдарҙа Истанбул университетында төрки халыҡтары тарихынан уҡыта. 1935 – 37 йылдарҙа – Бонн, 1938 – 39 йылдарҙа Геттинген (Германия) университеттары профессоры. Ошо осор эшмәкәрлегенә баҫым яһамаҡсы була ла инде үҙен шәп «тарихсы» итеп иҫәпләгән бер әҙәм. Йәнәһе лә, Әхмәтзәки Вәлиди Туған Төркиәлә йәшәгәндә ил Президенты Ататөрктөң сәйәсәте менән килешмәйенсә Германияға сығып китә һәм унда Советтар Союзына ҡаршы туранан-тура эшмәкәрлек алып бара.
Әйткәндәй, арҙаҡлы шәхестең Германияла эшләгәнен һәм, имеш, Адольф Гитлер менән хеҙмәттәшлек иткәнен Өфө урамына исемен биргәс кенә «иҫкә төшөрҙөләр». Кемгәлер Башҡортостан Хөкүмәтенә ҡара яғырға кәрәк булды. Хәйер, кемгә икәне аңлашыла ла. Бында ҡайһы бер тарихсыларҙың бөтә донъяға билдәле Әхмәтзәки Вәлидиҙең биографияһын белмәүе күренә лә инде. Беҙҙә һаман ысынбарлыҡтағы тарихты боҙоп күрһәтеү дауам итә.
Әхмәтзәки Вәлиди – Көнсығыш тарихы буйынса иң ҡиммәтле сығанаҡтарҙы табып өйрәнеүсе, тикшеренеүсе, Рәсәй биләмәһендә тәүге автономияға нигеҙ һалыусы булараҡ танылыу яулаған абруйлы шәхес.
Шуныһы ла бар: совет власы йылдарында Төркиә һәм Европаның ҡайһы бер эмигранттары уны большевиктар менән хеҙмәттәшлек итеүҙә, КГБ агенты булыуҙа ғәйепләгән. Үҙ сиратында, советтар Ә. Вәлидиҙе Төркиә һәм Германия агенты тип иҫәпләгән.
1942 йылда, Бөйөк Ватан һуғышы барған осорҙа, ул фәнни-тикшеренеү эштәре буйынса ҡыҫҡа ғына ваҡытҡа Германияға барып китә. Уның Гитлер менән бер булып эшләүе хаҡында бер ниндәй ҙә архив документтары юҡ.

А. ЗИННУРОВА.
 (голосов: 0)
авторы: admin | 30 января 2010 | | Фекерҙәр (0)
Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Зәки Вәлиди исеменә бысраҡ яғыусылар ним| ...
  • Дәлилһеҙ яла яғыу – алдаҡсылар эше
  • [b]Шәхестәребеҙгә ҡара яғырға юл ...
  • Арҙаҡлы башҡорттар
  • Бөйөк ғалим аҡлауға мохтаж түгел
  • Радио Юлдаш на башкирском языке Башкирский интернет-магазин по продаже шаль, пуховых платков Радио Ашкадар в уфе Баш портал


      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru