<Булыр> тигән - булдырған.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Йыртҡыс, «урман санитары», тотем – барыһын берләштерә ул..
  • ҺАНДАР ТЕЛЕ МЕНӘН
  • Ялы ла, эше лә танһыҡ
  • Меңәр саҡрымлыҡ юл беренсе аҙымдан башлана
  • Асылына ҡайтты Үтәғол
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Килен ҡәйнә буҫағаһынан ярала Башҡортостан
    Килен &#1185;&#1241;йн&#1241; бу&#1195;а&#1171;а&#1211;ынан яралаКүптән түгел генә өйләнгән йәш кейәү әсәһе менән ҡатынын һис кенә лә татыулаштыра алмай икән. Улар бер-береһенә гел генә зарланып тора. Егет, тамам аптырап:
    – Ҡайһыһын яҡларға ла белмәйем, икеһе лә берҙәй үк яҡын? – ти.
    Эйе, үкенескә күрә, был күптәргә таныш проблема. Һәр кем башта – килен, унан һуң ҡәйнә була. Әгәр ҡәйнәләр килендәрен үҙ балаһылай ҡабул итһә, ә килен яғымлы ҡарашын, тәмле һүҙен йәлләмәһә, әлбиттә, был йортта әсә-ҡыҙ мөнәсәбәте, татыулыҡ һәм мөхәббәт хөкөм һөрәсәк.

    Илеш районының балалар үҙәк китапханаһында ҡатын-ҡыҙҙар өсөн эшләп килгән «Резеда» клубында ойошторол­ған «Беҙҙең ғүмер – гүйә таңғы ысыҡ, яҙмышыңда һынма, булсы ныҡ» тип аталған байрам­ға нәҡ бына шундай оҙаҡ йылдар бергә әсәле-ҡыҙлы кеүек йәшәгән ҡәйнә-килендәр саҡырылды. Сараны матур итеп уҙғарыу өсөн китапханасылар Фәнисә Әхмәтйәнова, Нәзирә Хәбибова күп көс һалған. Байрамса биҙәлгән залға саҡырылған ғаиләләрҙең ҡул эштәренән күргәҙмә ойошторолған.
    Кеше ҡылған эше менән генә түгел, үҙен тотошо, холҡо, ярат­ҡан шөғөлө менән дә биҙәй был тормошто. Эшләгән изгелектәре, ауырлыҡтар алдында бөгөлөп төшмәүе менән дә башҡаларға өлгө була ала. Сөнки йәнәшәһендә шундай көслө рухлы кешеләр булғанда, уға ҡарап башҡалар ҙа тормош дауам иткәнен аңлай. Был һүҙҙәр кисәнең ҡунаҡтары Байрашев­тарға ҡарата әйтелгәндер, моғайын. Хәлиҙә апайҙың алыҫ Баймаҡ районынан Байрашев­тар ғаиләһенә килен булып төшөүенә 29 йыл уҙған. Әлеге көндә үҙәк район дауаханаһының балалар бүлегендә өлкән шәфҡәт туташы булып эшләй. Хәҙер үҙе лә ҡәйнә булған. Ә Клара инәй оҙаҡ йылдар балалар китапханаһында эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан. Ихтирамға лайыҡ оло быуын вәкиле, һәр яҡлап та өлгөлө ҡәйнә, дүрт ейәненең яратҡан өләсәһе. Клара инәй менән Хәлиҙә апай татыу­лыҡ серҙәре, үҙҙәренең фекер­ҙәре менән уртаҡлашты.
    Өс бала тәрбиәләгән Фәр­рәховтар ғаиләһе байрамға музыкаль күстәнәстәре менән килгән. Гүзәл ҡәйнәһе Хәнә инәйгә шиғыр юлдары аша рәхмәтен еткерҙе.
    – Беҙҙең бергә йәшәүебеҙгә 15 йыл булһа ла, 15 көн кеүек кенә булды, – ти 80 йәшен тултырған Хәнә инәй.
    Матур итеп йәшәгән тағы ла бер күркәм ғаилә – Хәйруллиндар ғаиләһе. Зәлифә апай береһенән-береһе егәрле, тәүфиҡлы өс малайға ғүмер бүләк иткән. Өс килененә әсә наҙы биргән ҡәйнә нисек итеп ғаиләнең именлеген һаҡлау, төрлө бәлә-ҡазаларҙан, сит һүҙҙәрҙән ҡурсалау серҙәре менән бүлеште. Үҙ сиратында төпсөк килене Алина уға ҡарата булған йылы һүҙҙәрен еткерҙе.
    Беҙҙең өйгә бөгөн килен
    төшә,
    Яңы тормош беҙҙә башлана.
    Берүк матур булһын,
    Берүк ныҡлы булһын,
    И, Хоҙайым, үҙең ташлама.
    Иҡлимә инәйҙең нәҡ ошо шиғыр юлдары менән Зәлифә апайҙы ҡаршылауына быйыл 31 йыл тулған. Бөгөн Зәлифә апай үҙе лә ҡәйнә, ейәндәре бар.
    – Әллә ҡыҙым, әллә киленем икәнен айырмайынса йәшәнем, – ти 85 йәшлек инәй.
    – Район үҙәк китапханаһында фәһемле саралар күп уҙа. Бөгөн бында үҙ-ара аңлашып, татыу йәшәгән килендәр, ҡәйнәләр йыйылды. Ошондай күркәм ғаиләләр күберәк булһын. Сөнки беҙ уларға таянып, киләсәк быуынды тәрбиәләйбеҙ, – тине Үрге Йәркәй ауыл хакимиәте башлығы урынбаҫары Ильбира Мирзаһит ҡыҙы Йәлилова һәм сарала ҡатнашыусыларға иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.

    Зифа ФӘТХУЛЛИНА,
    үҙ хәбәрсебеҙ.
    Илеш районы.
    авторы: admin | 6 марта 2010 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Ниңә шулай?
  • Татыулыҡта йәшәгеҙ!
  • Тормош һуҡмағынан бергә
  • «Ҡәйнәм, ҡәҙерлем!»
  • Ҡәйнәм, ҡәҙерлем!
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru