Йоҡлағанға йоҡмаған.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Тәбиғи буяу хәүефһеҙерәк
  • Юлдарыбыҙ булһын имен
  • «Йәшлек»кә иң тәүҙә яҙылам
  • [b]Дәүләт ярҙам күрһәтә[/b]
  • Тарих менән киләсәкте бәйләй шәжәрә
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Бер көнлөк милиционер Башҡортостан
    Бер көнлөк милиционерБашҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының «Журналист һөнәрен алмаштыра» исеме аҫтында акция ойошторғанын белгәс тә, патруль-пост хеҙмәтендә эшләп ҡарау теләге уянды. Миңә ҡалһа, көлһыу төҫтәге махсус кейемдә йөрөүселәр – милицияның нигеҙе, уларға иң ҙур яуаплылыҡ йөкмәтелгән. Тарихҡа ла бай был тармаҡ – Рәсәйҙә патруль-пост хеҙмәте 1923 йылда ойошторолған. Шуға ла, һис тә икеләнеп тормай, бер генә эш көнөнә булһа ла, «милиционер тиреһе»нә инеп ҡарарға булдым.
    Башҡортостан Республикаһының Өфө ҡалаһы буйынса милиция эске эштәр идаралығы патруль-пост хеҙмәте полкының командиры, милиция майоры Илдар Хөрмәтуллин алдан уҡ иҫкәртеп ҡуйҙы: патруль-пост хеҙмәтендә эшләүселәр тәүгеләрҙән булып енәйәтселәр менән күҙгә-күҙ осраша, зыян күргәндәргә ярҙам итә. Шуға ла үҙеңдең хәүефһеҙлегеңде лә ҡайғыртырға тура килә. Ғөмүмән, бындағы эш бөтә донъяла иң ауыр һәм хәүефле хеҙмәттәрҙән һанала икән. Тулҡынландыра ла, ҡурҡыта ла, әлбиттә.
    Өфө ҡалаһы буйынса милиция эске эштәр идаралығының патруль-пост хеҙмәте полкы командиры урынбаҫары, милиция капитаны Наил Бирҙеғолов оҙатыуында посты ҡабул итеп алдым. Хәҙер ошо өс ҡатлы синтепон менән йылытылған ҡышҡы курткала һәм бүректә яҙ ҡояшы аҫтында баш ҡалабыҙ урамдарын гиҙергә тейеш булам. Ә милиционерҙар – миңә коллега!
    Алға ҡуйылған бурыс – милиция өлкән лейтенанты Олег Максимов, өлкән прапорщик Роберт Хәбибуллин, милиционер-кинолог, кесе сержант Ришат Бикмөхәмәтов һәм милиционерҙар яратып «Бася» тип йөрөткән бик шәп эт менән баш ҡаланың «Галле округы» туҡталышы тирәһендә тәртип урынлаштырып, урамдарҙы, подъезд тирәләрен ҡарап йөрөү. Әлбиттә, милиция формаһында булыу бер аҙ ҡыйынһындырҙы. Сөнки бөтә кеше миңә ҡараған кеүек тойола. Кешеләр, ысынлап та, көпә-көндөҙ эт эйәртеп йөрөгән милиционер­ҙарға иғтибарһыҙ ғына үтә алмай. Боролоп ҡарайҙар, сит илдән икәнлектәре күренеп торғандар бөтөнләй юлдың икенсе яғына сығырға тырыша. Форманы һалырға ярамаһа ла, бүректе сисергә мәжбүр булдым, юҡ, был тиклем эҫелә бер ниндәй указ да йылы башлыҡ кейҙертә алмаҫ! Коллегаларым сыҙай, ни тиһәң дә, күнеккәндәр.

    Наркотиктан башланды

    Бер көнлөк милиционерҠояш, яҙ! Күңелдә лә нурҙар ғына уйнап тора! «Бындай ваҡытта кем тәртип боҙоп йөрөһөн инде, йылмайғы ғына килә бит! Рейд тыныс ҡына үтер, әллә ниндәй ҡурҡыныс хәлдәргә тарымаҫбыҙ...» – тигәнерәк уйҙар менән, һәр бер бесәйгә өргән, урамдағы ҡайһы бер кешеләрҙе үҙе үк ҡурҡытҡан эт артынан ашыҡмай ғына атлайым. Дөрөҫөн генә әйткәндә, ул эттән үҙем дә шөрләйем. Тик кешеләргә ҡурҡыуымды һиҙҙермәҫкә кәрәк, эттән дә ҡурҡып торған милиционер буламы!
    Тик беҙгә яйлап ҡына оҙаҡ урам ҡыҙырыу бәхете яҙманы – коллегаларым бер машина янына йүгереп барҙы ла, унда ултырғанмы, ултырырға маташҡан ғынамы ике егет менән бер ҡыҙҙы эләктереп тә алды. Машинаны ябай кейемдәге милиционерҙар шиккә алып, күҙәтеп ултырған икән. Хәҙер уларға оперативниктар ҙа ярҙамға ашыҡты. Эштең ниҙә икәнен аңлап та өлгөрмәнем хатта. Ҡыҙ шунда уҡ иларға кереште, егеттәр ысҡынырға маташты. Донъяла барған хәлдәрҙе кем белһә, шул подъезд төбөндәге эскәмйәлә көн буйы хәбәр һатыусы ҡарсыҡтар белә бит инде – шундуҡ яныма берәүһе килеп: «Нимә, наркомандармы әллә?» – тип ҡыҙыҡһына һалды. Үҙе нишләптер ҡыуанған төҫлө йылмая.
    – Әбей, арыраҡ китегеҙ, ысҡынып китеп, этеп йыҡмаһындар! – тим хәстәрлекле ҡиәфәт менән. Тик әбейем оторо батыр, йәне-тәне менән наркомандарҙы күрә алмаған кеше булып сыҡты.
    – Юҡ, шул әтрәгәләмдән ҡурҡып тораммы һуң, ысҡынып китһәләр, үҙем тоторға ярҙам итер инем! Ҡаҡшаттылар, подъезд тулы шприц, күҙҙәренә аҡ-ҡара күренмәй, бөтәһен дә төрмәгә тығырға кәрәк! – тип, миңә эйәреп барып, үҙ хәбәрен теҙҙе генә. Тиҙ арала милициянан эштән китеүемде талап итте, имеш, башҡалар енәйәтселәрҙе тотҡанда ситтән ҡарап торған ҡыҙҙан был эштә бер файҙа ла юҡ. Һөҙөмтәлә, уны тыңлап барып, милиционерҙарымдан тороп ҡалдым. Быныһы ла ярамаған эш икән – коллегаларым енәйәтселәр менән китте, ә мин хәбәр тыңлап, уларҙан күҙ яҙҙырҙым... Халыҡ «стаканчик» тип йөрөткән урынға барып еткәндә, егеттәрҙең ҡулына бығау һалынған, ҡағыҙҙар тултырыла башлағайны инде.
    Әбей дөрөҫ аңлаған: тотолған әҙәмдәрҙең өсөһө лә наркоман булып сыҡты, миңә яман итеп ҡарайҙар. Әйтерһең дә, рейдҡа әҙерләнгәндә: «Берәй ҡыҙыҡ ҡына ваҡиға булһын ине», – тип хыялланғанымды беләләр инде. Ҡыҙ 26 йәшлек, үҙе бик сибәр, юғары белемле, иҡтисадсы һөнәрен үҙләштергән.
    – Нимә эшләп йөрөйһөң инде был егеттәр менән? Һиңә бит кейәүгә сығып, бала бағырға кәрәк, – ти ҡыҙға олораҡ йәштәге милиционер.
    – Наркоманға ғашиҡ булдым. Ә бала табырмын әле, Алла бойорһа! Нимә, һеҙ мине һуңғы сиккә еткән наркоман тип уйлайһығыҙмы ни?!
    – Нимәһен уйлап торорға, бына бөгөн милиция ҡулына эләктең, иртәгә төрмәгә ябылыуың ихтимал бит! Бер доза табыу өсөн нимә эшләгәнегеҙҙе лә аңламайһығыҙ! Ҡана, беләгеңде ҡарайыҡ!
    Беләгендәге ҡан тамырҙарын ҡарағандан һуң ҡыҙҙың наркотиктар менән бер бөгөн генә шаярмауы асыҡланды. Беләгендә энәләрҙән «юлса» барлыҡҡа килгән.
    Ә ҡыҙҙы үҙенә ғашиҡ иттереп, энәгә ултырт­ҡан егетте (ул тотолғандарҙың береһе булып сыҡты) милиционерҙар нишләптер айырыуса етди күҙәтеү аҫтында тота. «Оҡшамай ул беҙгә, енәйәтсе икәнлеге йөҙөнә сыҡҡан», – тиҙәр. Миңә ҡалһа, башҡалар­ҙан бер ҙә айырылмаған кеүек, күҙ алмалары ғына ҙурайған – наркоман бит. Профес­сионалдар менән бәхәсләшеп булмай. Егет, ысынлап та, быға тиклем өс тапҡыр төрмәлә ултырып сыҡҡан. 29 йыллыҡ ғүмеренең 10 йылын төрмәлә үткәргән енәйәтсе кеше үлтергән, талаған, наркотиктар һаҡлаған өсөн язаға тарттырылған. Донъя күргән әҙәм инде. Формала булһам да, милиционер түгел икәнлегемде әллә ҡайҙан һиҙә, фотохәбәрсе минең менән һөйләшмәй генә үҙен фотоға төшөрһә лә, берәй мәсьәлә килеп сыҡһа ла, тота ла тап миңә ҡарап ҡысҡырынырға маташа. Етмәһә, күҙҙәремә туп-тура ҡарап, ҡотто ала. «Был минең йөҙҙө иҫтә ҡалдырып, туҡмап китер инде», – тип ҡайғырам. Тик ниндәй генә шарттарҙа ла эшләһәләр ҙә, йылмайырға форсат тапҡан коллегаларым: «Юҡҡа борсолма, тағы ла биш йылға төрмәгә ултырасаҡ әле ул», – ти.
    Алдан уҡ бындай фараз эшләргә нигеҙ бар. Сөнки егеттә героин (әлбиттә, аҡ төҫтәге порошоктың күпме булғанлығын, нимә икәнлеген экспертиза хәл итә, әммә йылдар буйы наркомандарҙы тотоу менән шөғөлләнгән егеттәр героинды таный – авт.) табылды. Кеҫәһендәге наркотикты ташлап өлгөрмәгән егет, ҡулын бығауҙан ысҡындырып, бәләле порошокты иҙәнгә ташларға ла тырышып ҡараны. Булдыра алманы. Ул ҡулын бығауҙан ысҡындырғас, мин, ут сыҡҡандай, ишекте лә ябып тормай, стационар постан сығып шылдым. Йәнәһе, был әҙәм сығып ҡасһа-ҡасһын, миңә генә тейә күрмәһен инде! Был ҡылығым өсөн милиционерҙарҙан әрләндем. Сөнки паникаға бирелеү тыйыла – енәйәтселәр һинең ҡурҡҡанды һиҙмәһен. Ярай, иҫтә тоторбоҙ, тырышырбыҙ. Журналистар ҙа төрлө кешеләр менән осраша бит!
    Икенсе егет тә кеше талаған өсөн эҙәрлекләнә икән. Телефон буры икәнлеге аңлашыла – кеҫәләрендә әллә күпме сим-карта. Етмәһә, ҡыҙ уның бур икәнлеген шыбырлап өлгөрҙө. Шулай, яңы ғына бергә наркотиктар ҡулланып, рәхәтлек донъяһында илергән әҙәмдәр бер-береһен һатырға, ғәйепләргә тотондо. Һәр һалдат генерал булырға хыяллана, тигәндәй, бандит үҙен енәйәт донъяһының «акула»һы итеп хис иткеһе киләлер – тотолған егеттәр ҙә, үҙҙәрен «ҙур балыҡ» тип хис итеп: «Бындай табыш өсөн премия алырһығыҙ инде», – тип коллегаларымдың йәненә тейергә тырышты. Ауыҙҙарын ябыу өсөн уларҙың «ташбаш ҡына» икәнлеген иҫтәренә төшөрөргә мәжбүр булдыҡ.
    Ниһайәт, уларҙы кәрәкле урынға оҙаттылар, бының өсөн нисәмә ҡағыҙ тултырылды, баштарың әйләнер! Ҡасан һәр бер стационар посҡа ноутбук булһа ла бирелер икән? Эш күпкә яйланыр ине! Егеттәр яҙа ла яҙа, шул уҡ ваҡытта телефондан белешмә лә алалар. Яндарында өс наркоман тора, уларының йә тәмәке тартҡыһы килә, йә һыу эскеһе... Күпме сыҙамлыҡ кәрәк бында!

    Шундай хәлдәр була...

    Эш көнөм башланып ҡына торған саҡта килеп сыҡҡан ваҡиғанан һуң ял итеп тә өлгөрмәнек – урамда һуғышып киткән дүрт егетте килтерҙеләр. Өсәүләп бер егетте туҡмайҙар, аҡса, телефон даулайҙар икән. Был факт буйынса ҡағыҙҙар тултыра башланыҡ, егеттәр­ҙең береһе үҙен айырыуса йәмһеҙ тота, мин дә оҫтарып алдым: «Тыпырсынма, хәҙер иҙәнгә һуҙып һалып ҡуябыҙ, ятырһың өшөп!» – тим тегегә. «Эйе, милицияла эшләүсе ҡатын-ҡыҙҙарҙан нығыраҡ ҡурҡам мин», – булды яуабы. Бәлки, мыҫҡыллабыраҡ та әйткәндер. Шулай ҙа телефон бурҙарына ла бирешеп тороп булмаҫ инде! Тик граждандар­ҙы улай ҡурҡытырға ярамай икән. Енәйәтсене иҙәнгә һалып ҡуйыу өсөн уның милиционер­ҙарға ҙур ҡаршылыҡ күрһәтеүе шарт. Ярай, өндәшмәй тороуың яҡшыраҡтыр.
    Мин әлеге егет менән һүҙ көрәштергән арала, стационар пост янынан үтеп барыусы бер ҡыҙ шып туҡтаны ла, тәҙрәнән беҙгә ҡарап тора башланы. Үҙе йылмайғандай ҙа итә, саҡырып индерҙек. Баҡтиһәң, «клиент»ыбыҙ иртәнсәк ҡыҙҙың телефонын талап алған икән! «Стаканчик»тың эсенә ул осраҡлы ғына күҙ һалған. Ҡыҙ милицияға мөрәжәғәт итмәгән, барыбер бурҙы тапмаҫтар, тип уйлаған. Телефон егеттең кеҫәһендә ята булып сыҡты. Уны кире ҡайтарғас, ҡыҙҙың бәхетенең сиге булманы, милиционерҙарҙы ҡосаҡлап ҡына үпмәне инде!
    Шулай итеп, көтмәгәндә ике енәйәт асылды. Ә егеттең бурлыҡ өлкәһендәге «йондоҙло сәғәте»нең сәбәбе бар: Мәскәү ҡалаһына эшкә урынлашҡан, унда китергә бер көн ҡалғас, рәхәтләнеп енәйәт ҡылырға булған, йәнәһе, барыбер ҙа тотолмай, ҡаса инде! Мәскәү урынына төрмәгә табан юлланасаҡ, күңелһеҙ хәл, әлбиттә.

    Лилиә СИРАЕВА.
    Юлай КӘРИМОВ фотолары.
    (Аҙағы киләһе һанда).

    Беләгендәге ҡан тамырҙарын ҡарағандан һуң ҡыҙҙың наркотиктар менән бер бөгөн генә шаярмауы асыҡланды. Беләгендә энәләрҙән «юлса» барлыҡҡа килгән.
    Ә ҡыҙҙы үҙенә ғашиҡ иттереп, энәгә ултыртҡан егетте (ул тотолғандарҙың береһе булып сыҡты) милиционерҙар нишләптер айырыуса етди күҙәтеү аҫтында тота. «Оҡшамай ул беҙгә, енәйәтсе икәнлеге йөҙөнә сыҡҡан», – тиҙәр. Миңә ҡалһа, башҡаларҙан бер ҙә айырылмаған кеүек, күҙ алмалары ғына ҙурайған – наркоман бит. Профессионалдар менән бәхәсләшеп булмай. Егет, ысынлап та, быға тиклем өс тапҡыр төрмәлә ултырып сыҡҡан. 29 йыллыҡ ғүмеренең 10 йылын төрмәлә үткәргән енәйәтсе кеше үлтергән, талаған, наркотиктар һаҡлаған өсөн язаға тарттырылған. Донъя күргән әҙәм инде.
    авторы: admin | 10 апреля 2010 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Бер көнлөк милиционер
  • Минең милициям мине һаҡлаймы, әллә ришү ...
  • МӨЛӘЙЕМ БУЛЫҒЫҘ
  • Беҙҙең милиция байрам итә
  • Милицияның «эш аттары»
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru