Ҡарама кешенең һүҙенә, ҡара эшенә.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Йондоҙнамә 5-12 июль
  • «Шыршы ҡупшы кейенгән...»
  • Бөлгөнлөктө туҡтатыу әмәле бармы?
  • Харамдан тыйыла беләбеҙме?
  • Атай менән арҡалы беҙ
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • «Беҙ йәш яҡташтарыбыҙҙың киләсәгенә битараф түгел» Башҡортостан
    «Беҙ йәш яҡташтарыбыҙҙың киләсәгенә битараф түгел»Республика йәштәрен эш менән тәьмин итеү йәһәтенән байтаҡ эш башҡарыла. Ошолар иҫәбенә «Йәштәргә – эш!» акцияһы ла инеп, әһәмиәтле урын биләй. Был сара сиктәрендә үткәрелгән вакансиялар йәрминкәһендә йәш белгестәргә, сығарылыш курстары студенттарына һөнәре буйынса эш һайлау мөмкинлеге бирелә. Күгәрсен районы ойошторған йәрминкә лә егет һәм ҡыҙҙар өсөн ҙур ярҙам булды, тиһәк, һис яңылышмаҫбыҙ.
    Бындай сара тәүгә үткәрелде: йәштәргә Өфөләге предприятие, учреждениелар ғына түгел, ә Күгәрсен районы ойошмалары ла эш урындары тәҡдим итте. Район хакимиәтенән делегация килгәйне, бынан тыш, яҡташтар берлеге лә ойоштороусылар рәтендә сығыш яһаны. Әйткәндәй, БДУ студенты Фәнил Ҡолшәрипов белдереүенсә, яҡташтар берлеге баш ҡалалағы Күгәрсен йәштәрен төрлө мәҙәни һәм спорт сараларына йыйып ҡына ҡалмай, ә ошондай киләсәккә юл күрһәтеүсе, йүнәлеш биреүсе сараларҙы ла ойоштороуҙы маҡсат итеп ҡуя.
    Вакансиялар йәрминкәһенә ниндәй генә ойошмалар килмәгән! Сауҙа йүнәлешендә эшләүселәр, реклама агентлыҡтары, киң мәғлүмәт саралары, банк, ресторан, тимер юлы һ.б. йәштәр өсөн төрлө эш урыны тәҡдим итте. Бынан тыш, «Республика ғаиләгә, балаларға, йәштәргә социаль-психологик ярҙам үҙәге» дәүләт учреждение­һы белгестәре һөнәр һайлау буйынса консультация бирҙе, РФ Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты студенттары ла шул өлкәгә ҡараған мәсьәләләрҙе сисергә булышлыҡ итте. Был учреждениелар барлыҡ эш тәҡдим итеү акцияларында әүҙем ҡатнаша.
    Йәрминкә йәштәр өсөн файҙалы булғандыр, тип ышанғы килә. Ни тиһәң дә, уҡыу йортон яңы тамамлаған йәш егет һәм ҡыҙға ниндәй ҙә булһа йүнәлеш биреү, бер аҙ ғына ла ярҙам күрһәтеү этәргес көс, дәртләндереү сараһы булып тора.

    А. ИШЕМҒОЛОВА.

    Руслан ӘХМӘРОВ, Күгәрсен райо­ны хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса бүлеге баш белгесе:
    – Бөгөн хеҙмәт баҙарында хәл еңел түгел. Йәштәрҙе ҡәнәғәтләндерерлек эш урындары табыуы ла күп көс талап итә, ҙур ҡалала бигерәк тә. Әлеге сараны тәүге тапҡыр үткәрәбеҙ, һуңғыһы булмаҫ, моғайын. Беҙ райондан 41 эш урыны тәҡдим иттек. Улар араһында уҡытыусы, инженер, табип һөнәрҙәре бар. Ауылға ҡайт­ҡан йәш белгес ҙур ғына ярҙам да ала. Шул иҫәпкә торлаҡҡа субсидия, эш хаҡына өҫтәмә инә. Ауыл хужалығы белгесенә тағы ла өҫтөнлөктәр бар. Яҡташтарыбыҙ ҡайтһын, бергәләп районыбыҙ үҫешенә өлөш индерәйек, тибеҙ. Студенттарға ярҙам итеү – беҙҙең бурыс.
    авторы: admin | 27 апреля 2010 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Өс һөйләм менән
  • Бал алып ҡалығыҙ!
  • Өс һөйләм менән
  • Өс һөйләм менән
  • «БӨТӘҺЕ ӨСӨН ДӘ ЭШ»
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru